“Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы “Родина” кинотеатрында “Балалар күп булмай” тип аталған күп балалы ғаиләләр тураһындағы яңы проекттың исем туйын үткәрҙе. Ғаилә осрашыуы рәүешендә ойошторолған сараға Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән ун ғаилә килгән. Улар барыһы ла - телепроект геройҙары.
Күп балалы ғаиләләргә һәм проектты ойоштороусыларға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова рәхмәт һүҙҙәре әйтте.
Проекттың геройҙары – төрлө хәлле, төрлө милләтле, ҡалала һәм ауылда йәшәгән ғаиләләр. Улар араһында инвалид балалар тәрбиәләгәндәр ҙә бар. Баймаҡ районынан Боҫҡоновтар һәм Саҡмағош районынан Сәлимовтар 11-әр бала тәрбиәләй. Дүртөйлө ҡалаһында йәшәгән Первушиндар ғаиләһендә туғыҙ бала үҫә, бәләкәй өс ҡыҙыҡай иһә - игеҙәктәр. Мәләүез районынан килгән биш бала атаһы Сәлих Байгилдин йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә, уның малайҙары бәләкәй саҡтан аттар тураһында барыһын да белә. Солтанморатовтар һәм Нәбиуллиндар – Өфөнән, Мөлөковтар - Әбйәлил районынан, Хафизовтар менән Әҙеһәмовтар - Өфө районынан.
Эйе, бөтә ғаиләләр ҙә төрлө-төрлө, тик уларҙың һәр ҡайһыһында бер-береңде ихтирам итеү, балаларҙы яратыу, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә тырышыу кеүек сифаттар яралып ята. Бындай ғаиләләрҙә хеҙмәт тәрбиәһенә айырым иғтибар бирәләр, бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәт булдырыу өсөн тырышалар.
Проекттың һәр сығарылышы бер ғаилә тураһында һөйләй. Алып барыусыһы – 16 йәшлек Рөстәм Төхбәтов.
– Бөгөн беҙҙә тағы бер матур ваҡиға – проекттың фотографы Рөстәм Мөғәлимовтың шәхси күргәҙмәһе асыла. Ул беҙҙең менән һәр бер тапшырыуҙы төшөрөүгә сыҡты. Ғаиләләргә матур бүләк тә яһаны – үҙенсәлекле ғаилә фотоальбомы эшләп тапшырҙы. Улар Рөстәмдең кадрҙарынан булдырылған. Рәхмәт Рөстәмгә. Рәхмәт яратҡан “Тамыр”ыма. Мин бында өс йәштән килдем һәм ғүмеремде ошо телеканалһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бында иң яҡшы күңелле кешеләр, ысын профессионалдар эшләй, – ти ул.
“Тамыр” телеканалы директоры, Йәмәғәт палатаһының комиссия рәйесе Гөлназ Ҡолһарина ла үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Йәмғиәттә һуңғы ваҡытта ғаилә ҡиммәттәре боҙола башланы кеүек. Хатта күп балалы ғаиләләргә лә ҡараш төрлөсә. Беҙҙең проект был проблеманы хәл итеү өсөн үҙенең өлөшөн индерер, күп балалы ғаиләләргә ҡарата хөрмәт тыуҙырыр тип ышанабыҙ, – тине ул.
Проект Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡтың финанслауына башҡарыла.