Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Декабрь 2019, 11:15

Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу космостан күҙәтелә

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, йылға йомғаҡ яһап, быйыл “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты бурыстары ведомство тарафынан комплекслы үтәлде, тип белдерҙе.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, йылға йомғаҡ яһап, быйыл “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты бурыстары ведомство тарафынан комплекслы үтәлде, тип белдерҙе.
“Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға аҡса тик федераль бюджеттан бүленә. Проектты финанс йәһәттән тәьмин итеүгә 2024 йылға тиклем 2,2 миллиард һум бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән 923 миллион һумы – бюджеттан. Быйыл урмандарҙы тергеҙеүгә һәм махсус техника һатып алыуға бөтәһе 198,2 миллион һум бүленде”, – тине Марат Искәндәр улы.
Киләһе йылда федераль бюджеттан 211,2 миллион һум бүленәсәк, уның 133,2 миллион һумын – урмандарҙы тергеҙеүгә, орлоҡ әҙерләүгә – 0,9 миллион һумын, ағас ултыртыу һәм үрсетеү өсөн махсус ҡорамалдар, техника алыуға – 36,7 миллион һум, янғын һүндереү техникаһы алыуға 40,4 миллион һум йүнәлтеләсәк. Министрҙың һүҙҙәренсә, 2024 йылға тиклем ведомствоға ҡараған учреждениелар кәрәкле янғын һүндереү техникаһы менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Был “Урман янғындарынан зыянды кәметеү” проектының маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.
“Урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса республикалағы күрһәткес Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә. Илдә ул һан уртаса 25 процент булһа, республикала ике тапҡырға күберәк, Волга буйы федераль округы буйынса беренсе урындабыҙ. Ҡуртымсылар 7,5 мең гектар майҙанда ағас ултыртыуҙы ойошторорға планлаштырһа, был эштәр 7,8 мең гектарҙа атҡарылды”, – тине Марат Шәрәфетдинов.
Ведомство етәксеһенең һүҙҙәренсә, быйыл “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектының туғыҙ күрһәткесе лә ғәмәлгә ашырылған, ҡайһы бер пункттары арттырып та үтәлгән. Мәҫәлән, урманды тергеҙеү план буйынса 13,5 мең гектар тәшкил итһә, ғәмәлдә 13,9 мең гектарға еткергәндәр. Әйткәндәй, урманды яһалма тергеҙеү буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡҡан, Рәсәй кимәлендә лә алдынғы төбәктәр ара­һында. Быйыл ҡуртымсылар ҙа, урман хужалығы учреждениелары ла ағас ултыртыу буйынса әүҙемлек күрһәткән, планды арттырып үтәгән. Иң күп ағас Белорет, Йылайыр, Баймаҡ, Бөрйән, Ҡариҙел райондарында ултыртылған.
Әле республикала 100-ҙән ашыу питомник бар, уларҙа 62 миллион төп ағас үҫентеһе үҫтерелә, уларҙың яртыһы киләһе йылда урман тергеҙеүҙә файҙаланыласаҡ.
Быйыл төбәктә 160 урман янғыны теркәлгән, уларҙа 2,2 мең гектар ер зыян күргән. Техника алыу, яңыртыу үҙ һөҙөмтәһен биргән: янғындарҙың 83,8 проценты ҡыҫҡа ваҡытта һүндерелгән.
Мәғлүм булыуынса, быйылдан урмансыларға рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтарын космостан күҙәтеп асыҡлау эше яйға һалынған. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, космостан тәртип боҙоуҙар тураһында килгән мәғлүмәттәрҙең 100 проценты раҫланған, ошо арҡала ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары – 26 процентҡа, ағас әҙерләүҙә тәртип боҙоуҙар алты процентҡа кәмегән.
– Республикала ағасты тәрән эшкәртеү – тап, ағас юнысҡыһы, йәбештерелгән брус, биояғыулыҡ етештереү үҫергә тейеш. Ошо йәһәттән Хөкүмәт ағас эшкәртеү ҡорамалдарын алған эшҡыуарҙарға субсидия бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Быйыл ошо маҡсатта 40 миллион һум аҡса бүленде, киләһе йылда ла был дәүләт ярҙамы һаҡланасаҡ, – тине Марат Шәрәфетдинов.
Республикалағы йәшел ҡалҡандың 60 проценты өлгөргән һәм ҡартайған ағастарҙан тора, төбәк йылына 10 миллион кубометр күләмендә ағас етештереү ҡеүәтенә эйә. Әле ағас эшкәртеүгә 2,7 мең самаһы кеше йәлеп ителгән, шул иҫәптән 220 урман участкаһында ағас әҙерләнелә. Ҡуртымға бирелгән урман дөйөм фондтың 23 процентын тәшкил итә. Баш­ҡортостан ағастарынан етештерелгән тауар Урта Азия, Европа һәм Ҡытайға оҙатыла.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас: