+9 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2019, 21:25
"Стоп суррогат" акцияһы һөҙөмтә бирерме?
Башҡортостанда суррогат алкоголь һатыусылар менән көрәш акцияһы сиктәрендә, бер аҙнала "паленка" һатыусылар хаҡында 800-ҙән ашыу мәғлүмәт алынған.
Башҡортостанда суррогат алкоголь һатыусылар менән көрәш акцияһы сиктәрендә, бер аҙнала "паленка" һатыусылар хаҡында 800-ҙән ашыу мәғлүмәт алынған. Был хаҡта "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 19 декабрҙән Радий Хәбиров инициативаһы менән “Стоп суррогат" акцияһы башланды. Уның асылы шунда: алкоголь суррогаты етештереүселәр, һатыусылар хаҡында еткергән мәғлүмәте өсөн был кешегә аҡса түләнә. Етештереүсе хаҡында мәғлүмәт - 50 мең һумға, а һатыусы тураһындағыһы 2 мең һумға баһалана. - Тәүге көндәрҙә үк "ҡыҙыу линия"ға легаль булмаған алкоголь һатыусылар хаҡында 275 шылтыратыу булһа, "Хәүефһеҙ мөхит" порталына тағы ла 574 сигнал килде, - тине Башҡортостандың сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев. Әгәр ҙә һеҙ ҙә суррогат һатылыуы, етештерелеүе хаҡында белһәгеҙ, "Хәүефһеҙ мөхит" порталында тәүлек әйләнәһенә йәки эш көндәрендә 9-ҙан 19 сәғәткә тиклем 8 (347) 218-09-87 телефоны буйынса хәбәр итегеҙ.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша