Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Декабрь 2019, 12:05

Мөғжизәләр мәле - Яңы йыл

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бар ерҙә байрам алды ығы-зығыһы, барыһы ла ашыға, бүләктәр, күстәнәстәр әҙерләй... Һәм... барыһы ла, өлкән кеше булһынмы, баламы - күңел төбөндә генә мөғжизә көтә...Ейәнсура районының балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына был мөғжизә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу сүрәтендә генә түгел, ә төрлө ҡунаҡтар менән килде.

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бар ерҙә байрам алды ығы-зығыһы, барыһы ла ашыға, бүләктәр, күстәнәстәр әҙерләй... Һәм... барыһы ла, өлкән кеше булһынмы, баламы - күңел төбөндә генә мөғжизә көтә...
Ейәнсура районының балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына был мөғжизә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу сүрәтендә генә түгел, ә төрлө ҡунаҡтар менән килде.
Ысынлап та, төрлө сәбәптәр арҡаһында ауыр тормош хәлендә ҡалып, приютҡа ваҡытлыса урынлашҡан ҡыҙҙар-малайҙарҙың был Яңы йыл байрамы күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр. Улар ҙа әле РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, унан БР Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаевтың ярҙамсыһы Вәли Илбәков, кисә иһә район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, уның урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин, район прокуроры Галина Садиҡова, район судьяһы Гөлфирә Ишдәүләтова, полиция начальнигы Альфред Бикбулатов, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан Ейәнсура йәштәре берлегенән ирекмәндәр ҡунаҡта булды.
Әлбиттә, береһе лә буш ҡул менән килмәне. Ҡунаҡтар ҡыҙҙар-малайҙарҙы тәмле-татлы бүләктәр, уйынсыҡтар, матур тамашалар менән һөйөндөрһә, балалар ҙа яуапһыҙ ҡалманы, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп, шиғыр һөйләне, йырланы, бейене.
Читайте нас: