Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан үткәрелгән иҫкәртеү саралары барышында 27-28 декабрҙә юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2800 осрағы һәм эсеп руль артына ултырған 52 водитель теркәлгән. Ҡыуып алып кителгән бер автомобиль табылған. Ә Ейәнсура районында 25-тән артыҡ административ протокол төҙөлгән.