Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Ғинуар 2020, 14:00

Депутаттарҙан ҡотлау сәләме

Ейәнсуралары Яңы йыл менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ә. Байсурин һәм Р. Нагаев ҡотлай.

Хөрмәтле ейәнсуралар! Һеҙҙе Яңы 2020 йыл менән бөтә йөрәктән ҡотлайым!
Үткән йылда һеҙ район хакимиәте менән берлектә кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн күп эштәр башҡарҙығыҙ, алда тағы ла ҙурыраҡ бурыстар тора. Яңы йылда беҙ бергәләшеп яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәсәгебәҙгә ышанам
Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм ниәтләгән пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем. Яңы йыл йөрәктәрегеҙҙе йылыллыҡ һәм ышаныс менән байытһын!
Ихтирам менән Зариф Байғусҡаров, РФ Дәүләт Думаһы депутаты.
***
Хөрмәтле Дәмин Марат улы! Ҡәҙерле яҡташтар! Яҡынлашып килгән Яңы 2020 йыл һәм Раштыуа байрамдары менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Һәр кем өсөн был байрамдар иң яҡты, изге һәм яратҡан көндәр булыуына, яңырыуҙы, йорт усағы йылыһын кәүҙәләндереүенә ышанам. Яҡынлашып килгән йылды беҙ өмөтләнеп көтәбеҙ. Уның ниндәй буласағы күп йәһәттән үҙебеҙҙән тора. Көндәребеҙҙе ҡыуаныслы, яҡын кешеләребеҙҙе бәхетле итеү, яратҡандарыбыҙҙы һәм туғандарыбыҙҙы хәстәрлек менән йылытыу беҙҙең ҡулдан килә.
Һеҙгә ысын күңелдән бәхет, именлек, ныҡлы һаулыҡтеләйем! Киләһе йылда һеҙҙең бөтә башланғыстарығыҙҙың уңышлы дауам итһен, иң яҡты хыялдар тормошҡа ашһын, ә өйөгөҙҙә муллыҡ, мөхәббәт, йылылыҡ һәм татыулыҡ булһын! Яңы йыл менән!
Ихтирам менән Ә. Байсурин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.
***
Хөрмәтле Дәмин Марат улы! Хөрмәтле район халҡы! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңыйыл менән ысын күңелдән ҡотлайым!
2020 йылда һеҙгә мөмкин тиклем күберәк яҡты һәм шатлыҡлы көндәр теләйем. Яңы йылда яңылыҡтар – яҡшы, танышлыҡтар – күңелле, эштәр уңышлы булһын. Бөтә ниәтләгәндәрегеҙ тормошҡа ашһын, һаулығығыҙ һынатмаһын, яҡындарығыҙ һәр саҡ янығыҙҙа булһын.
Һеҙгә ысын күңелдән һаулыҡ, мөхәббәт һәм бәрәкәт теләйем. Өйҙәрегәҙҙә гармония һәм татыулыҡ хакимлыҡ итһен. Бәхет, именлек һәм уңыштар һеҙгә. Яңы йыл менән!
Ихтирам менән Р. Нагаев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.
Читайте нас: