Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Ғинуар 2020, 11:00

Ҙур ҡаҙаныштар йылы булһын!

Хөрмәтле ейәнсуралар! Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Яңы, 2020 йыл менән ысын күңелдән ҡотлайым!Яңы йыл – көтөп алынған, иң изге һәм сағыу ғаилә байрамы. Ул изгелек, күңел йылылығы, йорт йәме һәм, әлбиттә, иң мөҡәддәс хыялдарҙың мотлаҡ тормошҡа ашасағына ышаныс менән һуғарылған. Ул беҙҙе өмөттәр, хыялдар һәм ынтылыштар менән берләштерә...

Хөрмәтле ейәнсуралар! Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Яңы, 2020 йыл менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Яңы йыл – көтөп алынған, иң изге һәм сағыу ғаилә байрамы. Ул изгелек, күңел йылылығы, йорт йәме һәм, әлбиттә, иң мөҡәддәс хыялдарҙың мотлаҡ тормошҡа ашасағына ышаныс менән һуғарылған. Ул беҙҙе өмөттәр, хыялдар һәм ынтылыштар менән берләштерә.
Үткән йыл ябай булманы, ләкин күп кенә яҡшы үҙгәрештәр уның менән бәйле. Ул көсөргәнешле эш, профессиональ уңыштар, төптән уйланылған ҡарарҙар ваҡыты булды. Беҙ бергәләшеп билдәләнгән маҡсаттарға табан барҙыҡ, районыбыҙ һәм республика өсөн бергәләшеп эшләнек. Тыуған районы именлеге өсөн уңышлы эшләгәндәргә, үҙенең көндәлек хеҙмәте менән иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында дөйөм эшкә тос өлөш индереүселәргә рәхмәт белдерәм. Ышанам, беҙ бергәләшеп тағы ла ҙурыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшә аласаҡбыҙ!
2020 йыл ҙур ҡаҙаныштар, йылдам алға барыу һәм бөтә ниәтләгән пландарҙы тормошҡа ашырыу мәле булһын. Ул һәр кемгә барлыҡ мөмкинлектәрен асырға һәм үҙенә, ғаиләһенә, районына файҙа килтерергә ярҙам итһен.
Хеҙмәттә һәм тормошта яңы уңыштар һеҙгә! Һәр йортта тыныслыҡ һәм татыулыҡ, ышаныс һәм өмөт, шатлыҡ һәм мөхәббәт хакимлыҡ итһен!
Яңы, 2020 йыл менән!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: