Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2020, 11:00

Субсидияға кемдәр дәғүә итә ала?

Республикала мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған граждандарға үҙ шөғөлөн асыу мөмкинлеге бирелә. Ошо маҡсатта уларға үҙбизнесын ойоштороуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн аҡсалата компенсация түләү ҡаралған.

Республикала мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған граждандарға үҙ шөғөлөн асыу мөмкинлеге бирелә. Ошо маҡсатта уларға үҙбизнесын ойоштороуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн аҡсалата компенсация түләү ҡаралған.
Элек эш башлаусыларға бирелгән был ярҙам күләме 58 мең һум тәшкил итһә, быйыл матди ярҙам 38 мең һумға артҡан, йәғни хәҙер 96 мең һум алырға мөмкин. Республикала әлегәсә был мөмкинлек менән 550-нән ашыу кеше файҙаланған. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн бюджеттан 61 миллион һум аҡса бүленгән.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, был субсидияға халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә иҫәптә торған кешеләр генә дәғүә итә ала. Бының өсөн бизнес-план, ойошма уставы проектын әҙерләп, ғариза-анкета тултырып тапшырырға кәрәк. Махсус комиссия тарафынан хуплау тапҡан проект хужаларына компенсациянан тыш документтар тултырыуға киткән сығымдар ҙа ҡайтарыла. Ошо мөмкинлекте файҙаланырға теләгәндәр райондарҙағы бизнес-шерифтарға йәки урындарҙағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.
Ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын бойомға ашырыу маҡсатында ҡабул ителгән был төбәк проекты республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.