Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Ғинуар 2020, 00:00

Тәүге ҡар (хикәйә)

Яҙыусы, журналист Земфира Аҡбутина Ибрай урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ул 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса "Ейәнсура таңдары" гәзитенең лауреаты ла. Бөгөн уның хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Яңы йыл күстәнәсе итеп ҡабул итегеҙ!#тәүгеҠар@tandariОҙон тәнәфестә уҡытыусыларҙы биш минутлыҡ кәңәшмәгә йыйҙылар. Йома көн үтәсәк директорҙар семинарында асыҡ дәрестәрҙе яңынан ҡарап сығыр өсөн. Быға тиклем расписание үҙгәрмәйәсәк, 2-се дәрестәргә инәсәктәр, тигәйнеләр. Йомала минең дәрестәрем 3-сө сәғәттән башлана. Шуға тыныс ҡына ултырам. Завуч ҡулына расписание тотоп, дәрестәрҙе ҡарай башланы. 5-се, 6-сы кластар билдәләнде. 7-не өндәшмәй үтеп китте. 8, 9,10, 11-ҙә лә дәрестәр расписание буйынса буласаҡ.

  • Оҙон тәнәфестә уҡытыусыларҙы биш минутлыҡ кәңәшмәгә йыйҙылар. Йома көн үтәсәк директорҙар семинарында асыҡ дәрестәрҙе яңынан ҡарап сығыр өсөн. Быға тиклем расписание үҙгәрмәйәсәк, 2-се дәрестәргә инәсәктәр, тигәйнеләр. Йомала минең дәрестәрем 3-сө сәғәттән башлана. Шуға тыныс ҡына ултырам. Завуч ҡулына расписание тотоп, дәрестәрҙе ҡарай башланы. 5-се, 6-сы кластар билдәләнде. 7-не өндәшмәй үтеп китте. 8, 9,10, 11-ҙә лә дәрестәр расписание буйынса буласаҡ. Завуч, мөһабәт кәүҙәле Илнур Фәнил улы ҡулдары менән һорғолт бөҙрәләрен артҡа һыпырып, һүҙ башланы:
    - Бөтәбеҙ ҙә белеп торабыҙ, берҙән, 7-се класс – бик көсһөҙ класс. Расписание буйынса – математика. Икенсенән, белеүегеҙсә, математика уҡытыусыһы Гөлгөнә Рәсил ҡыҙы сентябрҙән генә эш башланы. Шулай булғас, 7-се класта 2-се дәрестә бер нисек тә математика дәресе була алмай. Ни эшләйбеҙ?
    Бөтәһе лә тынып ҡалды. Ысынлап та, вуз тамамлап, ике айҙан артыҡ эшләгән йәш специалист директорҙар талабына ярашлы асыҡ дәрес бирә алмай – уныһы аңлашыла. Тик бер уҡытыусы ла 7-сене алғыһы килмәй – быныһы факт. Күпме педсоветтарҙа улар өсөн бәхәсләшеү, һөйләшеүҙәр булды – ни өсөн “көсһөҙ класс”? 2-3-сө кластарҙа 3-4-се кластар менән бергә уҡыу һөҙөмтәһе емеше ине улар. Ике класта ла ундан ашыу бала – уҡытыусы ниндәй генә тырыш, яҡшы уҡытмаһын, тейешле белемде алып бөтә алманы балалар. Тиҙҙән, әлеге көндә башланғыста дүрт класс бергә уҡыған балалар урта кластарға килһә - унда күпме булыр әле шау-шыу?!.
    Береһе лә өндәшмәгәс, Илнур Фәнил улы:
    - Ул көндө 7-селә 5-се дәрестә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәресе була. Бәлки, һеҙ алырһығыҙ, Әлфирә Баязитовна? – тип шикләнеп кенә миңә ҡараны. Бөтәһе лә миңә әйләнде. Күптәрҙең йөҙөндә кинәйәле йылмайыу. “Шәп уҡытыусы исемен йөрөткәс, әйҙә, “көсһөҙ класс” менән шәп булып ҡара әле!” – тигән уйҙы уҡырға була ине унда.
    Мин мыҫҡыллы йылмайыуҙарға иғтибар итмәнем, уларға өйрәнеп бөткәнмен инде. Эшләүенең тәүге йылында ғына асыҡ дәрестәрҙән ҡурҡып, ҡасып китмәһен тип, Гөлгөнә Рәсил ҡыҙын уйланым да, күндәм генә:
    - Ярар, алырмын, – тинем.
    ... Дәрескә инергә ҡыңғырау шылтыраны. Миңә тап шул 7-сегә дәрес ине хәҙер. Бөгөн теманы яҡшы үҙләштерһәләр, йомала үткән асыҡ дәрестә лә һынатмаҫтар әле, тигән уй менән класҡа индем.


    * * *
    Яңы теманы аңлатып бөткәс, үҙ аллы эш биреп ултырттым. Үҙем журналға теманы яҙып ҡуйырға тип, инде генә ултырғайным, бер уҡыусым ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе:
    - Тышҡа ҡарағыҙ әле! Ниндәй матур ҡар яуа!
    Уға башҡалар ҙа ҡушылды:
    - Ҡар яуа! Ҡар яуа!
    Тәҙрәнән күҙен алмай, ҡайһы берәүҙәр тотош стенаны биләп торған ҙур тәҙрә янына йүнәлде.
    Мин дә яй ғына урынымдан тороп, ирекһеҙҙән улар янына барып баҫтым.
    Ергә тәүге ҡарҙар яуа! Ябалаҡлап ҡына яуған ҡарҙарға ҡарап, иҫебеҙ китеп ҡарап торҙоҡ. Ҡара ергә төшкән аҡ ҡар бөртөктәре юғала барһа ла, тәүге булыуы менән күңелдә күпме кисерештәр уята!
    Тәүге ҡарҙар яуа! Тимәк, ап-аҡ тынын бөркөп, ҡыш миҙгеле аяҡ баҫа Ергә! Ҡышты балалар ғына түгел, ололар ҙа көтөп ала. Балалар сана, коньки, саңғыла шыуыу өсөн көтһә, ололар йәй, көҙ буйы бөткөһөҙ мәшәҡәттәрҙән бушап, яҙ сыҡҡансы бер аҙ ял итеп ала ошо миҙгелдә. Һәр хәлдә, ауыл кешеһе өсөн ҡулай был ҡыш. Шулай күпмелер торғанбыҙҙыр, - бер минутмы, икеме. Янымда торған уҡыусылар мине тиҙ генә ысынбарлыҡҡа тартып ҡайтарҙы:
    - Апай, ә директорҙар килгәндә беҙгә ниндәй дәрес була ул? Һүҙҙе башҡалары элеп алды:
    - Башҡа кластар асыҡ дәрескә әҙерләнә, ә беҙ белмәйбеҙ ҙә...
    - Беҙҙе алыусы юҡ.
    - Шулай инде. Беҙ – иң насар класс булғас...
    Бына бит, тәбиғәттең иң мөғжизәле мәлен күҙәткәндә лә, уларҙа – тормош ғәме. Шулай булғас, ниңә улар насар класс булһын?!.
    Дәрескә ингәс тә, яңылығымды нисек, ҡасан әйтергә тип баш вата инем, бына бит форсаты үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Иң кәрәкле һүҙҙәр эҙләгәндәй, урындарына ултырышҡан уҡыусыларға ҡарап, һүҙ башлайым:
    - Балалар, ярай әле иҫкә төшөрҙөгөҙ, һеҙгә асыҡ дәрес Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән була.
    Класс тынып ҡалды.
    - Беҙ иң насар класс булғас, беҙҙе белмәйҙәр тип, әрләп китһәләр, Һеҙгә эләгә инде, - тине “осоҡ” ҡушаматлы ҡыҙ Дилә.
  • Бына бит, иң тәүҙә мине ҡайғырталар... Юҡ, баштағы “ беҙ насар” тигән уй менән уңышҡа ирешеп булмаясаҡ. Һөжүмгә күсәм.
    - Үҙегеҙҙең республикағыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен белмәй, оятҡа ҡалырға уйлайһығыҙмы? Һеҙ бына бәхетлеһегеҙ, икенсе йыл етенселәр ФГОС буйынса Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте предметын өйрәнә алмаясаҡ, уларҙы йәлләр кәрәк, - тим. Өндәшмәйҙәр. Күҙҙәре ҙур асылған. Әйтер һүҙҙәремде әйтеп бөтөргә тырышам. - Ингән кеше һеҙҙе белмәй, ләкин барығыҙҙың да ата-әсәһен белә. Дәрестән сыҡҡас, “Анау партала ултырған кемдең балаһы ине, белмәй бит”, йәки “Бынауҙа ултырғандың бөтөнләй дәрестә эше юҡ бит”, тиһә, яҡшымы, әллә “ Бынау бала ҡайһылай шәп белә, атаһы кем?”, тип һораһалар, яҡшымы? Әҙерләнергә ваҡыт бар. Мин һеҙгә ышанам, – тим.
    Ҡыңғырау шылтыраны. Журналыма баһалар ҡуйған арала
    балалар геүләшеп асыҡ дәрескә нисек кейенеү тураһында һөйләшә ине.
    - Илнар, һин сәсеңде алдыраһыңдыр ул?
    - Айназ, йомаға салбарыңды үтекләп кил инде!
    - Бөтәбеҙгә лә форма кейергә, егеттәр аҡ күлдәктә, ҡара салбарҙа!
    Еңел һулап ҡуйҙым. Тимәк, боҙ ҡуҙғалды. Былай барһа, эштәр хөрт булмаясаҡ!
    Бынан һуң дәресем юҡ ине. Ҡайтырға сыҡтым. Саф һауала тын алыуы ла рәхәт. Таш мәктәптә нисек тынсыу икәнен урамға сыҡҡас ғына аңлайһың.
    Өйөрөлөп-өйөрөлөп ҡарҙар яуа! Улар аяҡ аҫтындағы бысраҡ ерҙә юғалып ҡалалар. Ә юл ситендәге таҙа ерҙә аҡ мыйыҡтай аҡ һырҙар һуҙылып киткән.
    Ошо тәүге ҡар яуыуына бәйле бала саҡ хәтирәһе мине ғүмерем буйы оҙатып килә. Был күңелһеҙ хәтирә иҫкә төшкән һайын, мин уны уйымдан тиҙерәк ҡыуырға теләйем. Ләкин ул бәйләнсек себен кеүек , тәүге ҡар яуа башлау менән, күҙ алдына килә лә баҫа.

    ДАУАМЫ БАР.

    Читайте нас: