Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Ғинуар 2020, 00:00

ЗЕМФИРА АҠБУТИНА Тәүге ҡар (хикәйә). Аҙағы

Бишенсе класта уҡып йөрөйбөҙ. Беренсе-икенсе класта беҙ бик бәхетле булғанбыҙ –уҡытыусыбыҙ Бикә Ғәлләм ҡыҙы ине. Өсөнсөлә төрлө кеше уҡытты. Сөнки Бикә апай Ҡәһәрмән ағайҙан айырылып, бәләкәй генә ҡыҙы Розаны алып, Учалыһына ҡайтып китте. Беҙҙе генә түгел, шаян малайҙарҙы ла баштарынан һыйпап, яратып ҡына уҡытҡан Бикә апайыбыҙҙы шул тиклем һағындыҡ. Мин әсәйемдән уның ниңә ҡайтып китеүен дә һорашып бөттөм. Әсәйем: - Йүнһеҙ кеше булып сыҡты был Ҡәһәрмән. Шул тиклем матур, уңған, аҡыллы ҡатынды тота алманы...


  • Бишенсе класта уҡып йөрөйбөҙ. Беренсе-икенсе класта беҙ бик бәхетле булғанбыҙ –уҡытыусыбыҙ Бикә Ғәлләм ҡыҙы ине. Өсөнсөлә төрлө кеше уҡытты. Сөнки Бикә апай Ҡәһәрмән ағайҙан айырылып, бәләкәй генә ҡыҙы Розаны алып, Учалыһына ҡайтып китте. Беҙҙе генә түгел, шаян малайҙарҙы ла баштарынан һыйпап, яратып ҡына уҡытҡан Бикә апайыбыҙҙы шул тиклем һағындыҡ. Мин әсәйемдән уның ниңә ҡайтып китеүен дә һорашып бөттөм. Әсәйем:
    - Йүнһеҙ кеше булып сыҡты был Ҡәһәрмән. Шул тиклем матур, уңған, аҡыллы ҡатынды тота алманы. Балалар уҡытыусыһыҙ ҡалды, - тип үҙенең дә ҡайғырыуын белдерҙе, аҙаҡ – Яҡшы ҡатынды тотоу өсөн үҙеңә лә аҡыллы ир булыр кәрәк шул, - тип өҫтәп ҡуйҙы.
    Шуға мин эсемдән генә Ҡәһәрмән ағайҙы әрләп йөрөнөм. Ни өсөн халыҡ уны Ҡәһәрмән тип атаған? Ҡаһарман – баһадир булһын тип ҡушылғандыр бит исеме?!. Ә бында Ҡәһәрмән – “ҡәһәрле кеше”!.
    Шулай дүртенселә урта звеноға сыҡтыҡ – бөтә фәндәр буйынса ла төрлө уҡытыусы һабаҡ бирә. Математиканан Сәнә апай уҡыта. Уны “йүкә телефен” аша уҡытыусылыҡҡа уҡымаған, ун класс ҡына уҡыған тип ишеттек. Беҙҙең класта ла “йүкә телефон” йөрөткән ҡыҙҙар бар. Түбәнге остан Вәғиә исемле ҡыҙҙы хатта “ белешмәләр бюроһы” тип йөрөтәбеҙ. Нимә һораһаң да, һәр саҡ белә, бөтә нәмә менән хәбәрҙар. Бына шул “йүкә телефон” Сәнә апайҙы “математика уҡытыусыһы юҡлыҡтан ғына уҡытып йөрөй”, тигән дә хәбәр еткерҙе. Әйтәм, беҙҙең шуҡ малайҙарҙы тыя алмай. Улары дәрес ваҡытында шаярып та, хатта һуғышып та алырға өлгөрәләр. Ә мин математиканы яратам. Сәнә апай таҡтаға яҙған миҫалдарҙы иң элек эшләп бөтәм. Китаптан бирелгән мәсьәләләрҙе лә сисергә яратам. Шулай байтаҡ ҡына уҡып, Сәнә апайға өйрәнә лә башлағайныҡ. ...
    Бер көн дәрестә, ғәҙәтттәгесә, таҡтаға яҙылған миҫалдарҙы дәфтәргә күсереп, эшләп ултырабыҙ. Ҡапыл күҙем тәҙрә аша тышта ҡар яуғанын шәйләне. Нисек итеп:
    - Ҡарағыҙ әле, тышта ҡар яуа! – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Китте шау-шыу! Бөтәһе лә тәүге ҡар яуыуына шатлана, “Ура!” ҡысҡыра, сәпәкәйләй. Ҡайһы бер шуҡ малайҙар ҡар яуыуын ҡарарға тәҙрәгә ябырылды. Аҡбур тотҡан Сәнә апайҙың таҡта янында албырғап ҡалғанын абайлап, мин миҫал эшләүемде дауам иттем. Бер саҡ Сәнә апайҙың сәрелдәүенә терт итеп ҡалдым.
    - Сығып кит кластан!
    Миҫалымды эшләп бөтмәй, башымды күтәреп, уҡытыусыға ҡараным. Ә ул сәрелдәүен дауам итте:
    - Бер нимә булмағандай ултыра бит әле үҙе! Юғал күҙемдән!
    Класс тынып ҡалған. “Ура!” ҡысҡырып тәҙрәгә ябырылған балалар ҙа урындарында ултыра. Сәнә апай ғына сәрелдәүен дауам итте:
    - Сығып кит тиҙәр бит һиңә!
    Кемде әрләй икән тип, тирә-яғыма ҡарайым. Бөтә күҙҙәр, ҡурҡынып, миңә төбәлгән. Шунда ғына мин уҡытыусының нәфрәтле күҙҙәренең уғы миңә тоҫҡалғынын абайланым.
    Ул да булмай, уҡытыусы миңә килеп йәбеште.:
    - Әллә һаңғырауһыңмы, сығып кит тиҙәр бит һиңә!
    Мин үҙем дә һиҙмәҫтән:
    - Сыҡмайым! – тинем дә партаға йәбештем. Бер киреләнә башлаһам, ныҡ тиҫкәре кеше мин. Сәнә апай, мине тартып урынымдан ҡуҙғата алмағас, сәрелдәп, партанан айырмаҡ булып, тарта башлағайны, парта урынынан шыла башланы. Сәнә апай мине тарта, мин партаға йәнтәслим йәбешкәнмен. Бына парта шыуып ишек төбәнә килеп етте. Бөтә балалар ҡурҡышып бер-береһенә ҡараны. Сәнә апай үҙенең генә көсө етмәгәс, кластан сығып китте.
    Класс тып-тын. Берәү ҙә бер нәмә тип тә һүҙ ҡатмай. Күп тә үтмәне, Сәнә апай, Ирғәле тигән ағай менән килеп инде.
    Ирғәле ағай физиканан уҡыта. Ул – пенсия йәшенә етеп килгән ҡыҫҡа ғына буйлы йыуан тәпәш бер ағай. “Йүкә телефон” уның тураһында “насар тәртибе өсөн ялан яҡтарынан беҙгә, йәғни урман яҡтарына һөрөлгән бәндә” тип һөйләй. Дөрөҫ һүҙҙәр булғандыр. “Башта ыңғай ғына йөрөһә лә, ул тиҙҙән бында ла “төшөрә” башланы, тол ҡатындар менән сыуалып, типтереп йәшәй башланы, ” – тип тә өҫтәй физика уҡытыусыһы хаҡында “йүкә телефон”. Шуғалырмы, Ирғәлин фамилиялы был кешене олоһо ла, кесеһе лә Ирғәле тип кенә атаны ла ҡуйҙы.
    Сәнә апайҙың дәресендә шаулашып ултырған малайҙар Ирғәленең дәресендә ҡыл ҡыбырлатырға ла ҡурҡып ултыралар. Төптән гөрөлдөк тауышы, ҡара ҡыҫыҡ йүгерек күҙҙәре менән Ирғәле әллә кемеңде өркөтә ала. Шым ғына ултырһаҡ та, физиканы беҙ шәп белә икән тип уйламағыҙ! Ул дәрестең темаһын аңлата-аңлата ла дәреслектә яҙылғанды күсерергә ҡуша. Үҙе ҡайҙалыр сығып китә. Звонок булыр алдынан ғына инә лә, ҡалғанын өйҙә күсерергә ҡуша. Кем дәфтәренә яҙып килә, икенсе дәрестә уға “5” ҡуя, кем яҙмай – уға “2”.Физиканан мин гел “5” алам. Ләкин нимә күсергәнемде аңламайым. Яҙғанымды аңларға тырышып, ҡат-ҡат уҡығаным да бар, барыбер аңламайым. Ә башҡа предметтарҙан “5”-кә, “4”-кә уҡыйым, уларҙы аңлайым.
    Ирғәле минең яныма килеп баҫты:
    - Тор, әйҙә, сығайыҡ!
    - Юҡ, сыҡмайым!
    Ул мине беләгемдән тотоп ҡуҙғатырға уйлағайны, мин тағы партаға йәбештем. Сәнә апай, яҡлаусыһы бар кешеләй, сәрелдәп:
    - Ә, бер ҙә сыҡҡың килмәйме, кеше ҡотортоп ултырырға шәп инең бит, сыҡ кластан! – тип боҙоҡ пластинка кеүек, бер һүҙҙе тәҡрарланы.
    Ирғәле аптырап торҙо ла сығып китте. Шул саҡ ишек асылып китте лә унда директор менән завутың баштары күренде. Завуч - рус теле уҡытыусыһы Эльвира Бариевна, шундуҡ:
    - Что происходит? – тип һораны.
    Директор Әбүзәр Солтан улы бер партаға йәбешеп ултырған миңә, бер ишек төбөнә килеп ултырған партаға ҡарап, эштең ниҙә икәнлеген тиҙ төшөндө, буғай, Сәнәгә ымлап:
    - Сәнә Сабир ҡыҙы, кабинетымды көтәм һеҙҙе! – тип сығып китте.
    Икенсе көн Сәнә апай уҡытырға килмәне. Бер аҙҙан һуң ул клубта иҙән йыуыусы булып эшләй башланы.


    * * *
    Йома көнө еткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. “Беҙҙе бер уҡытыусы ла алғыһы килмәй” тип йөрөгән етенселәрем көтөлгән көндә бөтәһе лә ыҫпай кейенгән, өйгә эштәре әҙерләнгән ине. Дәрестә нимә ҡушыла, шуны үтәп, әүҙем ҡатнашты! Һәр береһенең күҙҙәре яна, ярышҡа сыҡҡан аттармы ни- барыһы ла эшләне! Бик ҡәнәғәт ҡалдым балаларҙан! Директорҙар алдында ятҡан 10 критерий буйынса ла – иң юғары баһа ҡуйылған ине дәресемә! Ул ҡағыҙҙы мин завучтың ҡулында яңылыштан ғына күреп ҡалдым.
    Өҫтән оло йөк төшкәндәй, ҡайтырға сыҡтым. Өс көн туҡтамай тиерлек яуған ҡар бөтә донъяны аҡҡа буяған. Йәш ҡар һыуығы быға тиклем иҙелеп ятҡан аяҡ аҫтын да шыҡырлатып туңдырған. Ошо донъяның аҡлығына кинәнеп, өйгә ашығам.
    Асыҡ дәрескә әҙерләнеп, уның өсөн борсолоп, ошо арала бер кем менән дә һөйләшмәгәнмен икән. Эштәрем уң барһа ла, кәйефем төшһә лә, әхирәтемә шылтыратып алырға ғәҙәтләнгәнмен. Әле лә кәйефләнеп, телефон һандарын йыйҙым. Сымдың икенсе осонда әхирәттең тауышы ишетелде. Ул тәүҙә үҙенең хәлдәрен, унан ауыл яңылыҡтарын һөйләй. Унан мин үҙ хәлдәремде һөйләйем - шулай өйрәнеп бөткәнбеҙ. Әле лә әхирәт үҙ хәлен һөйләп бөткәс, ауыл яңылыҡтарына күсте. Терт итеп ҡалдым, мәктәптән
  • ҡайтҡанда ғына иҫләп ҡайтҡан Сәнә апай хаҡында ине уның һүҙе.
    - Пенсияға сыҡҡас, Сәнә аҡылға еңеләйеп китте бит. Һуңғы йылдарҙа ауылда йәшәмәне, әле оло, әле кесе ҡыҙында булды. Икенсе ҡыҙында саҡта булған был хәл. Аҡылы еңеләйгәс, яңғыҙын ғына ҡалдырмағандар, гел бикләп йөрөр булғандар. Был юлы янында ете йәшлек ейәнсәре булғас, ишекте бикләмәгәндәр. Ҡыҙы ла, кейәүе лә эштә булған. Ейәнсәре күршеләренә уйнарға инеп киткән. Ейәнсәрен эҙләп, Сәнә лә сығып киткән.
    Балалары эштән ҡайтһа, әсәләре юҡ. Башта өндәшмәй генә эҙләгәндәр. Төнгә тиклем ауыл буйлап эҙләһәләр ҙә, таба алмағас, полицияға хәбәр иткәндәр. Төндә ныҡ һыуытып туңдырып ебәрҙе. Кистән башланған тәүге аҡ ҡарҙа Сәнәнең эҙҙәрен, сисеп ырғытып киткән кейемдәрен күреп, үҙен дә табып алғандар. Бер ҡайын төбөндә бөршәйеп кенә туңып ултырған була. Урманда бик алыҫҡа киткән булған. Бәлки, ауылға ҡайтырға ла уйлап киткәндер.
    - Ошо тәүге ҡар яумаһа, уны таба алмаҫтар ине. Бәхетенән, ҡар яуған, тип һөйләй халыҡ, - ти әхирәт.
    Телефонды һалғас, шаңҡып торҙом. Йәл ине Сәнә. Мин уның аҡылға зәғифләнгәнен дә ишетмәгәйнем.
    Ә ҡар яуыуын яратырға кәрәк ине уға! Ошо тәүге ҡар яумаһа, эҙен дә, үҙен дә тапмаҫтар ине. Йә берәй йәнлек ботарлап китер ине, йә яҙға тиклем.. уйлауы ла ҡурҡыныс!.. Бәхетенән, тәүге ҡар яуған! Бәндәләре аңламаған нәмәләрҙе Хоҙай Тәғәлә башҡаларға тәбиғәт аша еткерергә тырышамы әллә?!..
  • Тамам.
  • Читайте нас: