Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Ғинуар 2020, 19:39

Уйындан - уймаҡ

64 йәшлек пенсионер ейәнсәре менән тюбингта шыуғанда ағасҡа бәрелә. Олатай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уҡ йән бирә...

Өфөлә Менделеев урамында – Трамплин тирәһендәге тау һыҙатында кисә фажиғәле хәл була. 64 йәшлек пенсионер ейәнсәре менән тюбингта шыуғанда ағасҡа бәреләләр. Олатай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уҡ йән бирә. Ҡыҙыҡайҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар.
Әле йыл башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, Өфө тауҙарында туғыҙ кеше ҡаза күргән. Ҡышҡы каникулдар дауам итә, балалар гөрләп тау шыуырға йөрөй. Шуға өлкәндәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡат – ҡат иҫкәртеп торорға онотмаһын ине. Тәғәйенләнмәгән урындарҙа, ғөмүмән, тау шыуыу ғүмер өсөн хәүефле булыуын иҫтән сығармайыҡ.
Читайте нас: