Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Ғинуар 2020, 16:08

Алтайҙа үҫмер малай таныш булмаған ҡатын өсөн юл хаҡын түләп, миллионерға әйләнгән

Был хәл Камень-на-Оби ҡалаһында булған. Ҡалаға килгән блогер Наталья Мишинаның автобуста улы мыжый башлай һәм ул юл хаҡын түләй алмай. Мөмкинлек табып, инде түлайем тигәндә, улар өсөн икенсе пассажир түләгәнлеге асыҡлана.Дауамы - сайтта.

Был хәл Камень-на-Оби ҡалаһында булған. Ҡалаға килгән блогер Наталья Мишинаның автобуста улы мыжый башлай һәм ул юл хаҡын түләй алмай. Мөмкинлек табып, инде түлайем тигәндә, улар өсөн икенсе пассажир түләгәнлеге асыҡлана.
"Ул пассажир 7-се класс уҡыусыһы булып сыкты," - тип яҙа Мишина үҙенең инстаграмында. Малай үҙенең ярҙамға килеүен уларҙың ғаиләһендә шулай - бер-береһенә ярҙам итеү ҡабул ителеүе менән аңлата.
Блогер малайҙы әсәһе яңғыҙы тәрбиәләүен асыҡлай. "Атаһы юҡ. Аҡсалары етмәй. Ремонт эшләйҙәр", - тип яҙа Мишина. Шулай уҡ малайҙың һүрәт төшөрөргә яратыуын, әммә матди хәл арҡаһында сәнғәт мәктәбендә уҡый алмауы хаҡында бәйән итә.
Ҡатын үҫмергә ярҙам итергә булып, инстаграмда аҡса йыйыу ойоштора.
Тәүлек эсендә 2 меңдән ашыу подписчик 1,5 млн һум күсерә.
Наталья аҡсаны алып, рәхмәт әйтергә малайҙың өйөнә үҙе килә. Әсәһе был бүләккә улына Барнаул йәки Новосибирск ҡалаһында фатир алырға уйлай.
(РИА-Новости)
Читайте нас: