,, Звонок шылтыраны. Уҡыусылар бөтәһе лә үҙ урындарын алһын өсөн бер минутҡа тынлыҡ урынлашыуын көтөп, Ғәлиә Ғәлиевна бер аҙ уҡыусыларына ҡарап торҙо. Уҡыусыларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ, марттың йылы ҡояш нурҙары әйтерһең уларҙың күңеленә күскән. Иң оҙон сиректе тамамлаясаҡтарына шатланып бөтә алмайҙар.
- Тынысландығыҙмы?Дәрес башланды. Бөтә күңелебеҙҙе математика дәресенә бағышлайыҡ, - тине уҡытыусы.
Өйгә эштәрҙе тикшереп сыҡҡандан һуң, ғәҙәттенсә, беренсе партала ултырған ҡыҙыҡайҙарҙың дәрес ҡалдырыуҙарына борсолоп:
- Лилиә менән Мәҙинә бөгөн дә килмәгәндәр, юлда осраманылармы? – тип һораны.
Рөстәм ҡыҙҙарҙың күршеһе булғанлыҡтан иң беренсе ҡысҡырып ебәрҙе:
- Апай, әсәһе лә атаһы ла иҫерек ине, шуға килмәгәндәрҙер.
Ғәлиә Ғәлиевна бер аҙ уйланып торғандан һуң, яңы тема аңлата башланы.Үҙе һаман иң беренсе партала ултырған береһенән – береһе аҡыллы Лилиә һәм Мәҙинә хаҡында уйланы: кискә барып һөйләшергә, яңы теманы аңлатырға кәрәк. Дәресте һуңғы осор бик йыш ҡалдыра башланылар, тип борсолдо. Дәрестәр тамамланғас та, һаман һуңғы осорҙа йөҙҙәренән ниндәйҙер һағыш, борсолоу китмәгән ҡыҙҙар тураһында уйланы, улар өсөн ҡайғырҙы.
Өй эштәрен бер аҙ тамамлағас, Ғәлиә Ғәлиевна Өмөтбаевтар ғаиләһенә ыңғайланы.Уларҙың өйҙәре ауылдың икенсе яғындараҡ булғанлыҡтан, уларға барып етеүе лә уҡытыусыға оҙаҡ тойолдо. Бына уларҙың өйҙәре. Ишек алды ла бик йонсоу, тирә-яҡ бөтөнләй кәртәләп алынмаған. Ҙур эт һарай янында бәйле тора. Кәзәләр ҙә үҙҙәренсә һарайҙа баҡырышалар, һыйыр ҙа баҡыра. Тупһанан үтеп, шығырлап торған солан ишеген асып, өй ишеген ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына шаҡыны.
Күҙе күгәргән, яңағы эскә батып ябыҡҡан Маһинур апай ишекте асып:
- Әйҙә, инегеҙ, үтегеҙ, - тип өйгә саҡырҙы.
- Бик уңайһыҙ булһа ла, һуңғы осорҙа бик күп дәрес ҡалдырған уҡыусыларымдың хәлен белергә киләм, - тине уҡытыусы.
Төпкө бүлмәнән уҡыусылары әллә оялып, әллә ҡурҡып башын сығарып ҡаранылар ҙа, шаршау артына йәшенделәр. Ә уларҙан өлкәне - бишенсе класта уҡыған Наилә генә биҙрә алып, һыуға сыҡты. Ә бәләкәй ҡыҙҙары әсәһенең итәгенә йәбешеп, үҙенсә нимәлер һөйләнә ине. Маһинур апай өҫтәлдәге һауыт – һабаны һөртөштөрөп, нимә алып нимә ҡуйырға белмәй аҙапланды. Бер мөйөштә кәзә бәрәстәре баҡырыша, быҙау ята. Уҡытыусы бер аҙ юғалып ҡалғандан һуң:
- Маһинур апай, рәхмәт, мин сәй эсеп тормайым, уҡыусыларым менән генә осрашырға килгәйнем, ни эшләптер дәрес ҡалдыра башланылар, - тине.
- Шулай булып китте шул, һылыу...
Маһинур апай йәшле күҙҙәрен бер аҙ һөртөп алғандан һуң:
- Әхмәт эсеп ҡайта ла болара, әле фермаға эшкә китте. Эсмә, инде тип ҡарайым тыңламай. Эсеүе - эсеү, исмаһам беҙгә тыныслыҡ бирһә яҡшы булыр ине. Ул эскәс, мин дә эсә башланым.
Хужабикәнең өҙлөкһөҙ тәгәрәгән күҙ йәштәрен күреп, аяҡ араһында уралған Вәлимә лә, ауыҙын бәлшәйтеп-бәлшәйтеп ҡуйҙы ла, түҙмәй ҡысҡырып илап ебәрҙе.
Маһинур апайға утыҙ йәш тула. Ләкин уның һағышҡа батҡан йөҙөнә ҡарап утыҙҙы биреүе бик ҡыйын. Бер аҙ нимәлер хәтерләргә теләгәндәй уйланып торғандан һуң ул:
- Һылыу бер-беребеҙҙе яратышып өйләнештек. Бер класта уҡыныҡ. Гел бер партала ултырҙыҡ, армиянан көтөп алдым, ә өйләнешкәс, бер бәхет күрмәнек, тип әйтһәм, хата булыр һымаҡ. Бер-бер артлы йылдар үтеп торҙо, дүрт ҡыҙыбыҙ бар. Ике бала булғас айырылышып йөрөп тә ҡараныҡ, булманы. Ҡыҫҡаһы, буштан бушҡа һин шулай, һин былай, йөҙөмдө йырта. Теләһә ниндәй ирҙәргә ҡушып һүгә лә, балалар алдында иҫһеҙ итеп туҡмай. Ҡыҙҙарым да ҡурҡып бөттө инде. Үҙ үҙемә һәр ваҡыт һорау ҡуям: донъяла бәхеткә бәйләнгән мөхәббәт бармы икән?
Уҡытыусы уны йыуатып, өҙөп кенә йыуата алманы. Ә бит тынысландырғыһы, йылы һүҙҙәр әйткеһе килгәйне. Ҡапыл ишек асылып, ҙур ҡыҙҙары Нәилә малдарға һыу эсереп килеп инде. Ул да әсәһенең үҙен туҡтата алмай илауын күреп, бер нөктәгә текәлеп, уйға ҡалды. Шаршау артынан баштарын йәшереп кенә ҡараған ҡыҙҙар ҙа тынып ҡалды. Өйҙә әсә илауы һәм бәләкәй Вәлимәнең супылдатып күкрәк һөтөн имә-имә ниҙер һөйләнеүе генә бер аҙ дауам итте.
Ғәлиә Ғәлиевна уҡыусылары янына үтте.Ҡыҙҙар май айында ҡырау төшкәндән һуң һулыған алмағас сәскәләренә оҡшағайны. Үҙ апайҙары һымаҡ яҡын күргән уҡытыусынан ярҙам һорағандай, уға текәлгәндәр. Аҙыраҡ эсеп алған Маһинур апай: "Юҡ, мин бәхетһеҙ, бер ғәйепһеҙ рәнйетәләр, ҡайҙа дөрөҫлөк, ҡайҙа?.." – тип илауын дауам итте.
Ҡыҙҙар өндәшмәне. Әсәгә йылы һүҙ менән ярҙам итергә лә теләмәнеләр, шикелле. Улар әсә һүҙҙәренең мәғәнәһен, нимәгә илауын да белмәне. Оҙаҡ уйлап, уҡытыусы Маһинур апайҙы, уның ҡыҙҙарын йыуатырлыҡ һүҙҙәр таба алманы. Йөрәге һыҙлап сығып йүгерҙе.
Икенсе көндө Лилиә менән Мәҙинә уҡытыусынан алда класта ултыралар ине инде. Уҡытыусы уларҙы күреп, шатланып бөтә алманы. Өҫтәренә ап-аҡ алъяпҡыс, сәстәре икенән үрелгән. Дәрес башланып, бер аҙ торғандан һуң, ишек шаҡынылар. Маһинур апай икән, ул үҙен кисә бик насар тотҡанына ғәфү үтенеп, уҡытыусыны тағы ла үҙҙәренә саҡырып ҡабаланып китеп барҙы.
Шулай бер-бер артлы көндәр үтте, ҡыҙҙар ҙә дәрескә төрлөсә йөрөнө. Бик тырыш булғанлыҡтан, улар һәр сиректе ,,өс“ билдәһе алмайынса тамамланы. Май айы бик матур. Уҡыусылар походҡа сыҡты, мәктәп баҡсаһына төрлө үҫемлектәр ултыртты. Уҡыу йылы шулай тамамланды, тағы ла каникулдар башланды. Ғәлиә Ғәлиевна уҡыусылары менән айырылырға теләмәне, уҡыусылар ҙа яратҡан уҡыусылары менән теләр-теләмәҫ кенә хушлашты.
Бына тағы төрлө мәшәҡәттәр менән йәй үтеп, яңы уҡыу йылы башланды. Күңелгә ауыр хәтирәләр һалған Маһинур апай ап-аҡ күлдәк кейгән, ике ҡыҙын ике яҡҡа ҡуйған, бер баланы күтәргән, шат-көләс, күмәкләшеп ниҙер һөйләшә-һөйләшә мәктәпкә ҡарай киләләр.
- Байрам менән, Маһинур апай, - тине уҡытыусы шатлығын йәшерә алмайынса.
- Һуңлап киттек, өй эше бөтәме шул, - Маһинур апай, сәскәләрҙе уҡытыусыларға бирегеҙ, тип ҡыҙҙарына ҡарап бәхетле йылмая.
Көҙгө сәскәләр. Береһенән-береһе матур, береһенән-береһе моңһоу, серле йылмайҙылар. Көндәр үтә торҙо. Уҡытыусы йыйылыш үткәреп, ата-әсәләрҙе дәрестәргә саҡырып һөйләште, өйҙәренә барып осрашты, байрамдар каникулдар гөрләп үтеп торҙо. Яңы йыл ҡаршылап үткән көндәр йылға әйләнде. Ғүмер үҙенекен итеп юғалып барҙы. Ләкин күңелдә юйылмай ҡалған әсе хәтирәләр ҡыҙҙарҙы күргән һайын иҫкә төшөп торҙо.
Март айы ине. Ҡыҙҙар бер көн уҡыуға килмәне, икенсе көн дә килмәне. Уҡытыусы бик борсолһа ла өйҙәренә барырға ваҡыт тапманы. Өсөнсө көн уҡытыусының ап-аҡ дәфтәренә ҡап-ҡара тап тамғандай булды. ,, Маһинур апайҙы ире туҡмап, язалап, ҡар өҫтөндә үлтереп, өйгә индереп карауатка урап һалған, ә балалары иртәнсәк уята алмай аҙапланғандар...” - тигән һүҙ ауылға аҡҡан уҡтай таралды.
Уҡытыусы бер аҙ уйланып ултырҙы. Иларға ла, ҡысҡырып кемделер әрләргә лә белмәй ине. Балаларҙы йыуатыу һүҙе таба алмаясағына эсе бошто. Уларҙың өйҙәренә барғанда шаршау артынан йәшенеп ҡараған Лилиә һәм Мәҙинәнең тештәрен ҡыҫып белдермәй илауын, бәләкәй Вәлимәнең имсәк ҡабып әсәһе алдында һөйләнеүен, ә Наиләнең бер нөктәгә текәлеп ҡатып ҡалыуын күҙ алдына килтереп, уларҙы йөрәк аша үткәреп, уларҙың киләсәк яҙмыштары өсөн босолоп ҡысҡырып илап ебәрҙе..."