Шоколадты барыһы ла тиерлек ярата. Statista. com агентствоһы ашалған шоколад күләменә ҡарап, илдәр рейтингын төҙөгән. Исемлекте Швейцария етәкләй. Был илдә һәр кеше йылына 8,8 кг шоколад ашай икән!
Англия менән Германия икенсе-өсөнсө урындарҙы биләй. Унда йәшәүселәр татлы ризыҡты ярашлы рәүештә 8,1 һәм 7,9 кг ашай. Рәсәй иһә етенсе баҫҡысты биләй. Беҙҙең һәр кемебеҙ, баҡтиһәң, йыл буйына 4,8 кг шоколад ашай!