Шулай итеп, 3 йомортҡа, ярты кило эремсек, 1-әр сәй ҡалағы сода һәм тоҙ, 1 стакан шәкәр ҡомо, 3 стакандан күберәк он кәрәк була. Оҡшаһа, ванилин ҡушырға мөмкин. Барыһын бергә бутап, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ ҙа 0,5 см ҡалынлығында йәймә йәйәбеҙ. Ҙурлығы үҙегеҙгә оҡшаған форма (сынаяҡ, рюмка, фужер һ.б.)менән түңәрәктәр ҡырҡып сығабыҙ ҙа уртаһын бармаҡ менән тишәбеҙ. Ҡыҙған көнбағыш майында бешерәбеҙ. Аҙаҡ шәкәр оно һибергә мөмкин. Мотлаҡ оҡшаясаҡ!