Ватан прокуратураһы Петр Беренсе заманында уҡ барлыҡҡа килә. Петр Беренсенең 1722 йылдың 12 ғинуарындағы указында “…сенат эргәһендә генерал-прокурор һәм обер-прокурор, шулай уҡ һәр коллегияла берәр прокурор булырға тейеш” тип әйтелә. Бөгөн Рәсәй прокуратураһы барлыҡҡа килеүенә 298 йыл тулды.