Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Ғинуар 2020, 20:45

Ауылығыҙ матурмы, төҙөкмө?

Фекеремде әйтәмБашҡортостаныбыҙҙа иң матур, төҙөк ҡала һәм ауылдар, таҙа һәм матур ихата кеүек, күптән кәрәк булған төҙөкләндереү – матурлау хәрәкәте башланды.ХХI быуатта йәшәйбеҙ, ә шулай ҙа сер түгел, донъялағы күп илдәрҙәге йәшәйеш менән сағыштырыу – ер менән күк араһы кеүек, айырма беҙҙең фәҡирлекте лә күрһәтә. Әле, тик бына 10-15 йыл ғына, заманса, заман талаптарына яуап бирерлек шарттарға тәүге аҙымдарҙы атлайбыҙ.Иҫәнғол ауылынан Башҡортостан Республикаһы ветеринар хеҙмәтенең почетлы ветераны Хәйҙәр Аҙнабаевтың район үҙәген йәшелләндереү, төҙөкләндереү тураһында фекерҙәрен сайтта һәм гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.

Башҡортостаныбыҙҙа иң матур, төҙөк ҡала һәм ауылдар, таҙа һәм матур ихата кеүек, күптән кәрәк булған төҙөкләндереү – матурлау хәрәкәте башланды.
ХХ быуат тарихынан
ХХI быуатта йәшәйбеҙ, ә шулай ҙа сер түгел, донъялағы күп илдәрҙәге йәшәйеш менән сағыштырыу – ер менән күк араһы кеүек, айырма беҙҙең фәҡирлекте лә күрһәтә. Әле, тик бына 10-15 йыл ғына, заманса, заман талаптарына яуап бирерлек шарттарға тәүге аҙымдарҙы атлайбыҙ.
70-80 йыл элек, йәғни Ватан һуғышына тиклемге, ауыл тормошо бигерәк тә аяныслы һәм фәҡирлектә ине. Минең хәтеремдә, беҙҙең Мәзит ауылында күпселек өйҙәр һалам, ҡабыҡ менән ябылған, хәҙерге мунса йорттарынан бәләкәй, 2-3 бәләкәй генә тәҙрәле, ярым емерек, ихаталары йүнле кәртәләнмәгән, ҡапҡаһыҙ, тәҙрә алдары кәртәләнмәгән, дүрт мөйөшлө ситән йә ҡойма соланлы өйҙәр ине. Ауылда таҡта йә тимер түбәле күп тигәндә 7-8 өй булды. Хатта ҡарындыҡ тәҙрәле бер-ике өй ҙә булды. Беҙҙең өйгә ҡаршы урам аша йәшәгән Ишбикә апай менән әсәһенең өйҙәренең ике генә бәләкәй тәҙрәләре ҡарындыҡтан ине. Саҡ ҡына ел булһа, йә ишек асылып-ябылғанда, ҡарындыҡ елп-елп итеп елпелдәп торор ине. Билдәле булыуынса, турғайҙар, бигерәк тә ҡарабаш турғай, ит кеүек аҙыҡ яратыусан. Ошо хәлгә бәйле ауылдың таҡмаҡтары ла булды:
“Ҡарабаш турғай ҡарындыҡты ҡуймай,
Һин дә егет, мин дә егет, кәләш алып булмай.”
Шөкөр, хәҙерге тормошобоҙ күпкә яҡшы. Ләкин тағы ла уңайлырағы, яҡшырағы кәрәк, талаптар ҙа арта, шулай кәрәк тә.
Һуңғы хәл-ваҡиғалар – эшһеҙлек, ауылда эш юҡлыҡ (имеш), эскелек кеүек һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында ауылдарҙың йәшәйеш-торошо ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә түгеллеген беләбеҙ. Был йүнәлештә эшләйәсәк эштәребеҙ, билдәле, бик күп. Тормош, йәшәйеш үҙгәреп тора. Ул яңы маҡсаттар, ынтылыштар, эштәр талап итә. “Эш юҡ, ашарға юҡ”, тип ятһаң, берәү ҙә килтереп бирмәйәсәк!
Иҫәнғол тарихынан
Илленсе-алтмышынсы йылдарға тиклем Иҫәнғол, район үҙәге булһа ла, тик ике урамдан – башҡорт урамы – Ҡыҙылармеецтар һәм урыҫ – Совет урамынан ғына тора ине. Башҡорт урамы Тоҙло инеш күперенә тиклем, ә уның көнсығышында бер-ике өй һәм иң оста район ветеринария лечебницаһы, унан ары – аэродром һәм колхоз баҫыуҙары йәйрәп ятты. Хәҙерге Комсомол, Гагарин, Геологтар урамдары булманы. Ул урында бер нисә гектарҙы биләгән Куйбышев исемендәге колхоздың иген келәттәре, гараждар һәм ҡаралтылар булды.
1959-60 йылдамы, район Советының ҡарары булды. Ҡарарға ярашлы, килгән кешеләргә ер булмағас, ҙур усадьбалы йорттар араһына бер, бигерәк тә Совет урамындағы ҙур усадьбалы иркен ултырған өйҙәр араһына бер-ике өйгә урын бүлеп биреп, йышлап өйҙәр ултырттылар, йәнәһе, колхоз өй бирмәй ер юҡлыҡтан. Булды шундай заманалар – “Ергә Әбләй хужа”, тигәндәй, ергә халыҡ та, дәүләт тә хужа булмаған заманалар бар ине.
Ләкин заманалар үҙгәрә торҙо – колхоз келәттәрен Павловка ауылы һыртына күсерҙеләр. Нефтселәр килде, уларға ер кәрәк булды, больница комплексы, мәктәптәр, торлаҡ йорттар кәрәк булды һәм хәҙер күрәбеҙ – район үҙәге ниндәй!?
Хаталар һәм заман талаптары
Заманында ошондай һәм архитектура яғынан киләсәкте күрә белмәү сәбәпле, күп кенә хаталар килеп сыҡты. Миҫал өсөн ҡайһы берҙәрен иҫкә алайыҡ: тар һәм боролмалы урамдар, үҙ белдектәре менән теләһә ниндәй урында урынлашҡан йорттар… Мәҫәлән, Комсомол урамында подъездары урамға сығып торған, ә туалеттары, хужалыҡ ҡаралтылары, киреһенсә, икенсе яҡта булған йорттар. Коммунистар урамы уртаһындағы КБО йорто, урамға сығарып төҙөлгән “Ҡыуандыҡ” һәм уның янындағы магазин, башҡа дәүләт йорттары.
Хәҙер техника заманы. Улар иркен туҡталҡалар талап итә. Бөгөн килеп күп кенә урындарҙа улар юҡ. Мәҫәлән, “Салауат” ФСК-һы, Газ-сервис йорто, “Магнит” магазины, юл хәрәкәтенә яҡын булыу сәбәпле, хәүеф тыуҙыра.
Бөгөнгө көндәр баҙар мөнәсәбәттәренең үҫешкән осоро, хәҙер баҙарһыҙ булмай. Был йәһәттән аҙыҡ-түлек баҙары айырым үҙгәреш-төҙөлөш талап итә. Бәлки, пландар ҙа барҙыр. Киләсәктә был кварталда матур сквермы, паркмы, янында туҡталҡа булдырып, заманса аҙыҡ-түлек баҙары төҙөргәлер?
Районыбыҙ ағас ултыртыу, ауылдарҙы, әлбиттә, иң элек район үҙәген, йәшелләндереү буйынса күрше булған Күгәрсен, Һарыҡташ райондарынан күпкә ҡалыша тиһәк, хата булмаҫ. Ҡоро һүҙ булмаһын өсөн Һарыҡташ районының Боронса (Бурунча) – Һуҡҡолаҡ юлындағы ҡарағай урманын барып күрергә кәңәш итәм.
Иҫәнғол – районыбыҙ көҙгөһө. Ул район ауылдарына өлгө-үрнәк булып тора, булырға тейеш тә! Октябрь революцияһы, Совет һәм башҡа үҙәк урамдарҙа йәйәүлеләр юлы булдымы, ул юлдар буйлатып ағастар йә ҡыуаҡтар ултыртып, аллеялар булдырһаҡ, йәмле лә, матур ҙа булмаҫ инеме. Әлеге Октябрь революцияһындағы тирәктәр түгел, ә ҡарағай, шыршы, йә башҡа төр ағастар яҡшы ла, матур ҙа буласаҡ. Беҙҙең яҡтарҙа ҡайын, йүкә, миләш, ҡарағай, шыршы кеүек ағастар яҡшы үҫә. Тирәк түгел инде. Тирәк – һыу буйы ағасы, шунда үҫһен.
Әлбиттә, эшләнәһе эштәр хыялдарҙа, проект-пландарҙа барҙыр. Быларҙың барыһын да эшләү өсөн нимәләр кәрәклеген дә беләбеҙ. Ә шулай ҙа, һәр хәлдә теләк булыу кәрәк. “Күп белә, һин белгәнде беҙ ҙә беләбеҙ”, – тиеүселәр ҙә булыр. Ә шулай ҙа, мин төҙөклөк-матурлыҡты яратам, хуплайым.
Район ветеринария станцияһы 1981 йылда хәҙерге яңы урынға күскәс, шул яҙы ултыртылған ҡайын, ҡарағай һәм өйәңкеләр бына 40 йыл инде үҫәләр. Ул ағастарҙы ветврачтар Салауат Ишмөхәмәтов, шофер Әхәт Хөсәйенов һәм ошо юлдар авторы – Хәйҙәр Аҙнабаев ултыртҡан инек.
Район үҙәге мәсетенең тирә-яғын уратып ултыртылған йүкә, ҡайын һәм шыршылар, мәғлүм булһын, мин бер үҙем ултыртҡан ағастар. Өс-дүрт йыл, үҫентеләр нығынып киткәнсә, күнәкләп һыу ташып, ҡойоп, тәрбиәләп үҫтерелделәр. Бөгөн, әлхәмдүлиллах, бына 20 йыл була инде, аҡ ҡайындар, бигерәк тә йәй көндәрендә, япраҡтарын шыбыр-шыбыр елпелдәтеп, изге йортҡа килеүселәрҙе сәләмләп ҡаршы алалар.
Читайте нас: