Башҡортостанда 1 ғинуарҙан 112 системаһына юғалған туристар һәм балыҡсылар тураһында туғыҙ хәбәр теркәлгән. 25 граждан табылған, 12 ғинуарҙа Белорет районында юғалғанын эҙләү дауам итә. Был хаҡта Ғәҙәтттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
Ағымдағы аҙнала һыу объекттарында юғары әҙерлек режимы иғлан ителде – суҡындырыу йолаһына әҙерлек башлана. Байрам йәкшәмбе, 19 ғинуарҙа, була. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына һыу ҡойоноу өсөн хәүефһеҙ урындар әҙерләүҙә уларҙың яуаплы булыуҙары тураһында әйтте.