Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Ғинуар 2020, 13:00

Арҙаҡлы яҡташыбыҙға 91 йәш

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Үрген ауылындатыуып үҫкән танылған ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Мөхтәр Әхтәмовҡа - 91 йәш.

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Үрген ауылындатыуып үҫкән танылған ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Мөхтәр Әхтәмовҡа - 91 йәш.
15 ғинуарҙа уның тыуған көнө. "Типһә тимерҙәй үк булмаһа ла, әле йүгереп йөрөп ята, - тип яҙа уның хаҡында ауылдашы, журналист Илдар Аҡъюлов. - йәш булып ҡалыуҙың серен бына нисек аңлатты ул:
– Күңел менән йәш булып ҡалырға кәрәк, шул саҡта ғына ҡартайыу тигән тойғо менән йәшәмәйәсәкһең, ул һинән йыраҡ йөрөйәсәк. Донъянан артта ҡалырға ярамай, һәр ваҡыт мәғлүмәтле һәм хәбәрҙар булыу һәр йәһәттән дә отошло".
“Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге” исемле уникаль хеҙмәтте баҫтырып сығарып, Мөхтәр Әхтәмов үҙенә һәйкәл ҡойҙо. Ғалим хәҙер ҙә эҙләнеү юлында, башҡорт телен байытыуға өлөш индерә.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас: