Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Ғинуар 2020, 20:00

Һынамыштар тап киләме?

Күптәнге ғәҙәт буйынса әле лә һауа торошо көндәлеге алып барам: һауа температураһын, яуым-төшөмдө билдәләйем. Шул яҙмаларға ҡарап, элегерәк йәй нисек килерен ҡыш "холҡона" ҡарап күҙалларға була ине, ләкин һуңғы йылдарҙа тәбиғәткә...

Күптәнге ғәҙәт буйынса әле лә һауа торошо көндәлеге алып барам: һауа температураһын, яуым-төшөмдө билдәләйем. Шул яҙмаларға ҡарап, элегерәк йәй нисек килерен ҡыш "холҡона" ҡарап күҙалларға була ине, ләкин һуңғы йылдарҙа тәбиғәткә хас бындай тәртип һәм дә гармония тамам боҙолдо. Һигеҙенсе йыл инде беҙҙең районда ҡоролоҡ хөкөм һөрә. Ер кипте. Үткән йыл үлән, сәскә әҫәре лә булманы хатта. Мин умартасылыҡ менән шөғөлләнәм. Һәр төрлө йәшел үҫенте, сәскә булмағас, ҡортсолоҡ та уңманы. Ҡоролоҡ башланһа, ете йылға һуҙыла ла бөтә, тигән боронғо һынамыш та үҙен аҡламаны: беҙҙә ул, әйтеүемсә, һигеҙенсе йыл дауам итә хәҙер. Бындай оҙайлы ҡоролоҡ сәбәбе, минеңсә, дөйөм климат үҙгәрештәренә лә бәйлелер, әлбиттә, ләкин урындағы шарттар һәм сәбәптәр йоғонтоһо барыбер көслөрәктер. Ямғыр болоттары ҡап-ҡара булып яуырға ҡабарып сыға ул, тик беҙгә килеп етә алмай, таралып юҡҡа сыға ла ҡуя. Бының сәбәбе беҙҙең район биләмәһен ике яҡлап ҡамап ятҡан Иштуған менән Таналыҡ һыуһаҡлағыстарына бәйлелер, тигән уйҙамын. Яуырға тулышҡан болоттарҙы ошо яһалма һыу ятҡылыҡтары тартып ала тора. Ғилми хеҙмәттәрҙә бындай ҡоролмаларҙың эргә-тирәһендә ятҡан райондарҙың микроклиматы төрлө үҙгәрештәргә дусар ителә, уларҙың биләмәләрендә ҡоролоҡ башланыу, ваҡ йылғалар ҡороу, йәшеллектең яйлап юҡҡа сығыу хәүефе бар, тип әйтелә. Беҙҙә бит хәҙер ҡар ҙа яумай кинәндереп. Элегерәк улай булманы: йырып сыҡҡыһыҙ итеп көрт һалып ҡуя, уның бейеклеге ҡойма-кәртәләүҙәр менән типә-тиң була ине. Ә хәҙер иң ҡарлы тигән йылды ла уның ҡалынлығы 20-30 сантиметрҙан артмай. Тәбиғәт көрсөгө менән бәйле ҡыр хайуандары, ҡош-ҡорт бөттө. Мин һунарсымын да, шуға күрә райондың кейек һәм ҡош-ҡорт донъяһы менән яҡшы танышмын. Хатта ҡуян да юҡ, бүре лә бөттө. Һунар ҡоштары: һуйыр, ҡор, урман селе, ялан селе күп ине элек, бөгөн хатта бытбылдыҡ менән тартай ҙа юҡ, исмаһам. Ҡыр сусҡаһы менән төлкө генә тороп ҡалды. Кесе Һүрәмдә мин элек бер сәғәт эсендә 20-30-лап бәрҙе, бағры ҡармаҡлап ала инем, рәхәтләнеп һыу инә инек, хәҙер Кесе Һүрәм дә бөтөүгә табан бара. Ә бит уға 32 шишмә ағып төшә ине, хәҙер шуларҙан ике генә ҡушылдығы тороп ҡалды. Бына ошондай экологик проблемалар һис һүҙһеҙ һауа торошона - климатҡа тәьҫир итә лә инде, сөнки тәбиғәт донъяһында бөтә нәмә эҙмә-эҙлекле рәүештә сәбәп-эҙемтә сылбыры менән бәйле.
Ҡасим ЯНБАЕВ, хәрби хеҙмәт ветераны, һәүәҫкәр фенолог, Үрге Бикбирҙе ауылы.
Читайте нас: