Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Ғинуар 2020, 17:00

Әруахтар йорто кәртәләнде

Әруахтар йорто кәртәләндеАбзан ауыл биләмәһенең Юлдаш ауылы халҡы былтыр Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, еңеп сыҡты

Әруахтар йорто кәртәләнде
Абзан ауыл биләмәһенең Юлдаш ауылы халҡы былтыр Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, еңеп сыҡты һәм быйыл ата-бабаларының изге урынын – әруахтар йортон яңынан кәртәләүҙе атҡарып та ҡуйҙы. Әйткәндәй, ауыл кешеләре өй башына 2 мең һумдан йыйып, үҙ өлөштәрен дә индерҙе. Зыяратты заманса материал менән уратып алғандан һуң артып ҡалған аҡсаға инвентарь һаҡлау өсөн бәләкәй өй ҙә эшләп, өмә менән ағастар ҙа ултыртып сыҡҡандар. Бына шулай юлдаштар үҙҙәренең әүҙемлеген эш менән раҫлай!
Читайте нас: