“Улар Еңеү яулашты” конкурсына
Нисә йылдар инде Еңеү байрамы яҡынлаша барған һайын ошо апай иҫкә төшә, уның тураһыңда башҡа кешеләр ҙә белһә ине, тигән уй көсәйә бара. Был бәләкәй генә кәүҙәле йылдам ҡатын да еңеү өсөн ҡулынан килгәнен барыһын да эшләне...
Һүҙем Түләбаева Маһира Мөхәмәтхафиз ҡыҙы тураһында. Ул 1907 йылда тыуған. Яңы Себенле ауылында оҙаҡ йылдар почтальонка булып эшләне, шуға уны «почта Маһира» тип йерөттөләр. Тәүҙә ул колхоз эшендә йөрөгән: үгеҙ менән ер тырматып, һөрөп, ураҡ менән ашлыҡ урып, ырҙында уны таҙартып, ҡыҫҡаһы, ниндәй эш тура килә – барыһын да еренә еткереп, тырышып эшләгән. Арыу-талыуҙы белмәгән был йәш ҡатыңды, һуғыш башланғас, почтальон итеп ҡуйғандар. Ире Түләбаев Шәриф Йыһангир улы, йәше оло булыу сәбәпле, хеҙмәт армияһына алынған. Шунда ул еңеүгә 2 ай ғына ҡалғас, ныҡ һыуыҡ тейҙереү сәбәпле, вафат булған. Маһира апай 3 бала менән яңғыҙ ҡалған.
Уның эшләгән йылдары ауыл халҡының иң ауыр сағына тура килде. Нисек сыҙағандыр. «Аяҡтары нисек түҙә икән», – тип аптырай торғайнылар уға. Ул бер ҙә яйлап ҡына йөрөй белмәне. Гел йүгерә-атлай, тиҙ-тиҙ хәрәкәтләнергә күнеккән кеше ине. Шуға «самокат-Маһира» тип тә йөрөттөләр уны. Йәйәүләп уның менән бергә берәү ҙә йөрөмәне, өлгөрмәй торғайнылар уның артынан.
Яңы Себенле ауылы Иҫәнғолға 18 км. Шул араны йәйәүләп үтеп, почтаһын күтәреп алып ҡайта ине ул. Алып ҡайтыуы бер хәл, ә таратып сығыуы? Был шундай уҡ ҙур эш. Көндәрҙең төрлөһө бар: яҙы, көҙө, ҡышы. Нисәмә йылдар бит! «Бөгөн боҙ өҫтөндәге шәрене яланаяҡлап кисеп сыҡтым, иртәгә нишләрмен инде», – тип һөйләп ултырғанын үҙем ишеттем, хәтерҙә ҡалған. Мин ул саҡта бәләкәй бала инем, шулай ҙа ул матур апайҙың һөйләгәндәрен күбеһен хәтерләйем.
Маһира апай (уны халыҡ «Маһирәттәй» тип кенә йөрөтә ине) хат булһа ла, булмаһа ла йыш ҡына беҙгә инеп китә торған ине: минең ҡартинәйем менән дуҫ булдылар, уның түҙемһеҙләнеп һуғыш уты эсендә йөрөгән улынан хат көткәнен белеп, тынысландырып, «иҫән ул, иҫән, киләһе юлы булыр әле хат, бына күрерһең», –тип йылы һүҙҙәре менән һуғыш аяуһыҙлығынан кешенең саҡ түҙгән йөрәгенә хәл индереп китә торған ине.
Ул почтаны бер ваҡытта ла төрлө ерҙә ҡалдырып, йәки теләһә ҡайҙа ҡыҫтырып китмәне, адресаттың ҡулына тоттороп, хәл-әхүәлде белешеп, һөйләшеп, бөтә яңылыҡтарҙы белешеп йөрөнө. Маһира апайҙың өйгә инеп килгәнен күреп ҡалған кеше: «Йә, Хоҙай, ниндәй хәбәр алып килә икән Маһираттәй был юлы», - тип ҡурҡып торорҙар ине. Ә почтальон апай, хат көткән кеше ҡайғырмаһын әле тип, алыҫтан уҡ: «Хат!!! Иҫән-Һау, тиҙ бул, йүгер!»-тип ҡыуандырып, хатты өҫкә күтәреп, йүгерә-атлай килер ине. Ул ғына ла түгел, хатты бергәләп уҡып ҡыуанышып, шунан ғына, мине көтәләрҙер, тип ишеккә табан йүнәлгәне хәтерҙә ҡалған.
Ул ысынлап та барлыҡ өйҙәрҙә лә иң көтөлгән кеше буяғандыр. Миңә уның бер апайға «похоронка» алып килгәнен күрергә тура килде. Мин әсәйемә эйәреп ул апайҙарға барған инем. Өйҙә ултырғанда тәҙрәнән почтальон инеп килгәнен һөйләшеп ултырыусыларҙың береһе күреп ҡалған. Өй хужаһы апай: «Уй, аллам!»–тине лә ҡаршы йүгереп сығып китте. Маһира апай: «Инәйек әле, инәйек», – тип бергә килеп инделәр. Сумкаһынан хатты оҙаҡ ҡына эҙләп (бәлки, ул юрый шулай иткәндер) «иркәмдең үҙ ҡулы түгел шул, «казенный» хат, нисек кенә һиңә бирәм инде уны – нимә генә яҙылғандыр инде», – тип һөйләнә-һөйләнә, хатты табып алып бирҙе. Уны күреү менән ҡатын-ҡыҙҙар бөтәһе лә илаша башланылар. Шунан һуң укып, тағы ла оҙаҡ илашып ултырҙылар.
Беренсе булып Маһира апай: «Ҡара әле, килен, һин был яҙыуға бик ышанып етмә, һуғыш бит ул, яңылыш яҙған ваҡыттары ла була уларҙың, бәлки, иҫән-һауҙыр, аҙмы ни ундайҙар», – тип өй хужаһы тамам тынысланғас ҡына эшен дауам итергә сығып китте. Ә һуғыш бөтөү тураһындағы атайымдың хатын уҡып, бөтә өй халҡы ҡыуанғаны бөгөнгөләй хәтеремдә. Маһира апай урамдан уҡ: «Хат!!! Үҙенән, бейе, бейемәйенсә бирмәйем», – тип әсәйемде, атайымдың апаһы беҙҙә ине, уны, тағы ике кешене бейетеп, бергәләп сәй эсеп, ҡыуанышып таралышҡан көн хәтерҙә уйылып ҡалды.
Бына шундай ине Маһира апай. Һуғыштан һуң да ул күп йылдар эшләүен дауам итте. Ул йылдар шулай уҡ ауыр булды. Аслыҡ, кейем-һалым етешмәү, ауыр эш, ҡараңғылыҡ хөкөм һөрҙө. 1953 йылда ғына тәү мәртәбә туйғансы икмәк ашаныҡ.
Маһира апай барлыҡ ауырлыҡты ауылдаштары менән бергә кисерҙе, эшләүен дауам итте, балаларын ҡарарға ла өлгөрҙө. Күп кенә башҡа кешеләр кеүек бәхет эҙләп ситкә сығып китмәне, уның үҙенең ҙур ҡайғы-хәсрәттәре лә булды бит: ире һуғыш бөттө тигәндә үлеп ҡуйҙы, кесе улы, һуңыраҡ һәләкәткә осрап, был донъянан китеп барҙы, шуларҙы кисерҙе, үҙендә лә ҡыйынлыҡтарҙы еңерлек көс тапты, ауылдаштарына ла ауырлыҡтарға ҡаршы торорға ярҙам итте. Ул саҡта ауылды Маһира апайҙан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын ине, ауылға йәм биреп йөрөгән кеше ине ул.
Мин 7-се кластан һуң 1954 йыл ситкә уҡырға киттем. Хәҙер инде ул минең хаттарымды ла башҡаларҙыҡы кеүек уға хас хуш күңеллелек менән беҙҙең өйгә килтерә башланы. Ул заманда телефондан өйгә шылтыратып булманы, элемтә тик хат менән генә булды, шуға почтальонды көтөп, яҡын кеше итеп ҡаршыларҙар ине. Маһира апай үҙенең ауыл халҡын бик ярата ине. Минең менән дә һуңғы йылдарына тиклем, оҙаҡлап һөйләшеп, эшләгән йылдарын иҫкә төшөрөп алырға ярата торғайны. Ул оҙаҡ йәшәне. 88 йәшкә етеп, тыныс ваҡыттарҙы күреп, етеш, матур тормошта ла йәшәп, донъя ҡуйҙы.
Ә Еңеү байрамы яҡыная башлаһа, һуғыш йылдары тураһында иҫкә алыуҙар күбәйә, шуғалыр инде, был бәләкәй генә етеҙ, матур апайҙың почта сумкаһын аҫып, ҡулына өсмөйөшлө һалдат хатын тотоп йүгерә-атлай килеп сыҡҡаны иҫкә төшә. Уның да ҙур өлөшө бар бит был еңеүҙә, һуғышта еңеүҙә генә түгел, унан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарын еңеүҙә лә... Шундайҙарҙы ла онотмау кәрәк ...