Конкурсының муниципаль этабында 54 райондың 52-һенән (Мәсетле һәм Салауат райондарынан тыш) 464 ауыл ҡатнашып, шуларҙың 47-һе киләһе этапҡа үтте.
Проект графигына ярашлы, конкурсанттар 25 февралдән 28-енә тиклем презентация яҡларға тейеш. Еңеүселәрҙе асыҡлау өсөн 1 мартта интернет тауыш биреү башланып, 10 көн дауам итәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 20 мартына тиклем яһала. Конкурс комиссияһы ҡатнашыусыларҙы саралар ойоштороу һәм үткәреү буйынса ғына баһаламай, социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлек, киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт таратыу кеүек эш тә иҫәпкә алына.
Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Хәкүмәтенең дипломдарына лайыҡ була һәм аҡсалата билдәләнә: беренсе урын – 500 мең һум; икенсе урын — 250 мең һум; өсөнсө урын – 150 мең һум. Ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, аҡсалата бүләк ауыл биләмәһе үҫешенә тотонола. Финалға сыҡҡан ун ике ауыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм 25 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
Интернет-ҡулланыусыларҙың социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлеген иҫәпкә алып, ойоштороу комитеты 20 әүҙем ҡатнашыусыны билдәләй: уҡытыусыларға, журналистарға, хаҡлы ялдағыларға, мәҙәниәт һәм спорт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм 10 мең һумлыҡ бүләктәр тапшырыла.