Башҡортостанда контроль идаралығы республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы тикшереү барышында белем биреү учреждениеларында Бразилияла етештерелгән һыйыр итен ҡулланыу осрағын асыҡланы. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Баҡһаң, Өфө һәм Кушнаренко райондары мәктәптәрендә республика продукцияһы бөтөнләй ҡулланылмай икән.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, Кушнаренко районында уҡыусыларҙы ашатыу өсөн Мәскәү өлкәһе Люберцы районы компанияһының ит блоктары файҙаланыла. Етештереү сертификатында иттең Бразилиянан булыуы яҙылған.
"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, «Ошо итте балаларыбыҙға ашатабыҙ. Мин был хаҡта күп тапҡыр әйтергә тейешменме?" – тип асыуланған Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Россельхознадзор Бразилиянан индерелгән ит продукцияһында тыйылған үҫеш стимуляторҙарын (рактопамин аҙыҡ өҫтәмәһен) асыҡланы һәм Рәсәйгә Бразилиянан сусҡа, һыйыр итен килтереүҙе тыйҙы. Бер йылдан һуң ведомство Бразилияның туғыҙ предприятиеһынан ғына ит алып ҡайтырға рөхсәт бирҙе.