Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Ғинуар 2020, 18:00

Һине фәрештәң һаҡлар! (риүәйәт)

Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ." Алла әйткән:

Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ." Алла әйткән: "Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен". Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: "Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул еткән". Алла: "Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың". "О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә мин ни эшләрмен" - тигән бала. Алла әкрен генә баланың башынан һыйпап: "Һинең фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ". Унан һуң бала һораны: " Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар". "Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар" - тине Алла. "Һине күрмәгәс миңә бик яманһыу булыр." "Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын." Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала һораны: "Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!" Алла тыныс ҡына тауыш менән: "Уның исеме бик ябай ғына - Әсәй" - тине.
Читайте нас: