Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Ғинуар 2020, 15:05

Күп бала - күп бәхет!

“Мин – бәхетле. Балаларыма, тормош иптәшемә кәрәкле булыуымды тойоп йәшәү иң ҙур бәхет ул” – дүрт сабыйға ғүмер биргән, тәрбиәләгән Тәнзилә Рәйемғужинаның бар тормошо, эске уй- хистәре ошо ҙур ихласлыҡ менән әйтелгән һүҙҙәрҙә асыҡ сағылыш таба һымаҡ...Урта Муйнаҡ ауылында йәшәгән һоҡланғыс матур ғәиләләрҙең береһе ул Тәнзилә һәм Ильяс Рәйемғужиндар. Уларҙың иңгә-иң терәшеп, бер- береһенә иш булып йәшәүҙәренә 20 йыл. Ҙур улдары Ғәзинур Магнитогорск дәүләт техник университетында юғары белем ала. Ә берҙән-бер ҡыҙҙары Әҙилә Күмертау гимназия-интернатында 7-се класта «4» һәм «5» билдәләренә генә уҡый. Урта Муйнаҡ мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә өлгәшеп йөрөгән Зиннур һәм Илсур улдары өйҙә лә ҙур ярҙам күрһәтәләр. Әлеге ваҡытта Ильяс вахта ысулы менән Өфөгә йөрөп эшләй. Ә Тәнзилә Үрге Муйнаҡ ауылы балалар баҡсаһында – тәрбиәсе. Ауылға йәм биреп, матур итеп тормош көтәләр. Икеһе лә егәрле, тырыш, уңған. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр. Ауыл тормошонан, үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар, әүҙем ҡатнашалар.– Тәнзилә апай, күп балалы әсәй – кем ул?– Ул универсаль кеше: уҡытыусы-тәрбиәсе лә, психолог та, бешереүсе- йыйыштырыусы ла. Ә инде төп эше – балалары. Был хеҙмәтте бер нисектә еңелдәр рәтенә ҡуйып булмай. – Ул шулай яуап ҡайтарҙы.Бына шулай Өҫкәлек буйҙарында, тыуған ерҙәрендә ауыл халҡына ла, йәштәргә лә, балаларына өлгө булып, тырышып, матур донъя көтә Ильяс һәм Тәнзилә Рәйемғужиндар.Балаларыбыҙҙың игелеген күреп, бәхетле тормошта йәшәйек. Ғәиләлә мөхәббәт, йылылыҡ булһа, йәшәүе лә күнелле, тормоштоң ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре лә һиҙелмәй. Балаларҙы тыңлау ғына түгел, уларҙы ишетә белеүҙә кәрәк. Ул-ҡыҙҙарыбыҙға биргән тәрбиә уларҙың киләсәк яҙмышын билдәләй. Шуны онотмайыҡ!

“Мин – бәхетле. Балаларыма, тормош иптәшемә кәрәкле булыуымды тойоп йәшәү иң ҙур бәхет ул” – дүрт сабыйға ғүмер биргән, тәрбиәләгән Тәнзилә Рәйемғужинаның бар тормошо, эске уй- хистәре ошо ҙур ихласлыҡ менән әйтелгән һүҙҙәрҙә асыҡ сағылыш таба һымаҡ...
Урта Муйнаҡ ауылында йәшәгән һоҡланғыс матур ғәиләләрҙең береһе ул Тәнзилә һәм Ильяс Рәйемғужиндар. Уларҙың иңгә-иң терәшеп, бер- береһенә иш булып йәшәүҙәренә 20 йыл. Ҙур улдары Ғәзинур Магнитогорск дәүләт техник университетында юғары белем ала. Ә берҙән-бер ҡыҙҙары Әҙилә Күмертау гимназия-интернатында 7-се класта «4» һәм «5» билдәләренә генә уҡый. Урта Муйнаҡ мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә өлгәшеп йөрөгән Зиннур һәм Илсур улдары өйҙә лә ҙур ярҙам күрһәтәләр.
Әлеге ваҡытта Ильяс вахта ысулы менән Өфөгә йөрөп эшләй. Ә Тәнзилә Үрге Муйнаҡ ауылы балалар баҡсаһында – тәрбиәсе. Ауылға йәм биреп, матур итеп тормош көтәләр. Икеһе лә егәрле, тырыш, уңған. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр. Ауыл тормошонан, үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар, әүҙем ҡатнашалар.
– Тәнзилә апай, күп балалы әсәй – кем ул?
– Ул универсаль кеше: уҡытыусы-тәрбиәсе лә, психолог та, бешереүсе- йыйыштырыусы ла. Ә инде төп эше – балалары. Был хеҙмәтте бер нисектә еңелдәр рәтенә ҡуйып булмай. – Ул шулай яуап ҡайтарҙы.
Бына шулай Өҫкәлек буйҙарында, тыуған ерҙәрендә ауыл халҡына ла, йәштәргә лә, балаларына өлгө булып, тырышып, матур донъя көтә Ильяс һәм Тәнзилә Рәйемғужиндар.
Балаларыбыҙҙың игелеген күреп, бәхетле тормошта йәшәйек. Ғәиләлә мөхәббәт, йылылыҡ булһа, йәшәүе лә күнелле, тормоштоң ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре лә һиҙелмәй. Балаларҙы тыңлау ғына түгел, уларҙы ишетә белеүҙә кәрәк. Ул-ҡыҙҙарыбыҙға биргән тәрбиә уларҙың киләсәк яҙмышын билдәләй. Шуны онотмайыҡ!
Читайте нас: