Үткән йылдың башынан Ейәнсурала “Эко-Сити” ЯСЙ-һы төбәк операторы ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, транспортировкалау буйынса эш алып бара. Районда Рамай Китиков йәмғиәттән вәкил булып тора. Рамай Ғәни улы биргән мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытта Яңы Петровка, Таҙлар, Һүрәм, Муйнаҡ, Малиновка, Абзан, Ҡаҙанболаҡ, Байыш, Бикбау ауыл биләмәләрендә сүп-сар контейнерҙары ҡуйылған, әле ҡалғандарына планлаштырылған.
Түләүҙәргә килгәндә, айҙың 20-нә тиклем түләү бурыс, һуңлатһаң – киләһе айға күсә. Сүп-сар йыйыу һәм сығарыу өсөн тәғәйенләнеп килтерелгән яңы КамАЗ ауылдар буйлап йөрөп йыя, сүп-сар йыйыу графигы үҙгәрешһеҙ, район халҡы инде яраҡлашып бөттө.