Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
22 Ғинуар 2020, 17:55

Ҡар әсирлегендә ҡалғандар бармы?

Һуңғы көндәрҙә, айырыуса бөгөн күпләп яуған ҡар районда ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.

Һуңғы көндәрҙә, айырыуса бөгөн күпләп яуған ҡар районда ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Социаль селтәрҙәрҙәге фотолар, видеояҙмалар шул хаҡта һөйләй. Уларҙан күренеүенсә, район үҙәгендә коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙы һәм ихаталарҙы таҙартып өлгөрмәй. Ҡайһы бер урамдарҙа хатта тротуарҙар ҙа күренмәй, улар ҡар аҫтында ҡалған. "Коммунальщиктар"ҙың рәсми яуабына ҡарағанда, улар һауа торошона бәйле, эште туҡтатып торған.
Шулай ҙа бер кем дә ҡул ҡаушырып ултырмай. Район юлдарында ҡар таҙартыуға 40-тан ашыу техника йәлеп ителгән. Ейәнсура юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығынан – 21, коммуналь хужалыҡтан – 7, ауыл биләмәләренән 7 берәмек техника ҡар менән алыша. Шәхси тракторҙар ҙа ситтә ҡалмаған.
Әле Иҫәнғол урамдарында йөрөрлөк түгел. Ишелеп яуған ҡар бик тиҙ арала юлдарға һырынтылар һала. Әлегә урамдарҙы ҡарҙан таҙартып йөрөүсе техника күренмәһә лә, эш көнө аҙағына, атап әйткәндә, сәғәт 16.30-ҙан һуң коммуналь хеҙмәт техникаһы эшен дауам итәсәк, иң элек балалар учреждениеларына юл һалынасаҡ.
Әйткәндәй
Синоптиктар алдағы көндәр ҙә яуым-төшөмгә бай буласаҡ тип фаразлай. Шуға ла коммуналь хеҙмәттәргә көсөргәнешле режимда эшләргә тура киләсәк. Шул уҡ ваҡытта һәр кем торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға килә ала.Ҡулға көрәк тотоп урамға сығыу талап ителмәй, юл ситендә махсус техникаға ҡамасаулаған автомобилдәрҙе ситкә алып ҡуйыу ҙа етә.
Читайте нас: