26 декабрҙә Үрген ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров менән осрашты. «Айыҡ ауыл» конкурсы буйынса әңгәмә барышында беҙҙән:
– Ни өсөн Башҡорт Үргене ауылында ике урында спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һаталар? – тип һораны ул.
– Әгәр ҙә шулай икән, был осраҡта беҙ нимә эшләй алабыҙ? – тип һорауға һорау менән мөрәжәғәт иттем.
– Башҡорт Үргене халҡы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыуы һөйөнөслө. Район кимәлендә яҡлау өсөн әҙерләнгән презентацияғыҙ бай һәм йөкмәткеле сараларға һәм эштәргә нигеҙләнеп әҙерләнгән, тик алкоголле эсемлек һатыусы ике кеше һеҙҙең бөтә эшегеҙҙе юҡҡа сығарасаҡ. Шуның өсөн улар менән асыҡтан-асыҡ көрәшергә кәрәк. Ауыл халҡы үҙ округтарында депутаттар һайланы, тимәк нәҡ ул үҙен ышанып һайлап ҡуйған халыҡ менән эшләргә тейеш.Ҡайҙа спиртлы эсемлек һатыла – шунда эш боҙола, насарлыҡ ҡылына. Ирҙәр эсһә, ҡатындарын туҡмай, балаларын рәнйетә, күршеһенең әйберен урлай һ.б. Ошондай күңелһеҙ күренештәр булмаһын өсөн һәр депутат үҙ округында иҫерткес эсемлек һатылған осраҡта полицияның участка уполномоченныйы менән берлектә, тағы ла кәрәк булһа, ауылдың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен саҡырып, бергәләшеп законһыҙ спиртлы эсемлек һатыусының йортона барырға һәм уның менән һөйләшергә, аңлатырға, спиртлы эсемлелекте һатыуҙы тыйырға тейеш. Был һөйләшеүҙән һуң да һата икән, бер-нисә кешенән торған комиссия төҙөргә һәм тағы барырға. Барып һөйләшеп ҡайтыу ғына бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй икән, тимәк акт төҙөргә һәм тәғәйен ергә ебәрергә. Шунан һуң да һатыу күҙәтелә икән, артабан административ штраф буласаҡ. 30 000 һум штраф түләгәндән һуң да был ҡылығын ташламаһа, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ һәм ҡаты алымдар ҡулланыласаҡ. «Тураһын әйткән – туғанына ярамай», тиһә лә халыҡ мәҡәле, мин үҙем сығарған закондың үтәлешен һәр ваҡыт тикшерәм.
– Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатыусыларҙы, әгәр ҙә алама ғәҙәттәрен ташламаһа, нимә көткәне аңлашылды. Ә бына спиртлы эсемлекме, йәки ҡаҙаҡ араҡыһымы, йә булмаһа самогонмы, фурикмы һатыусы булғас, тимәк был эсемлекте ҡулланыусылар ҙа бар бит. Улар менән артабан ниндәй эш алып барырға була?
– Уларҙы мәжбүри дауаларға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр, кешене көсләп эскелектән тыйыу, мәжбүри дауалау уның хоҡуғын боҙоу булмаймы, тип һораһа, икенселәр, бөтәһен дә дауалап бөтмәйәсәкһеҙ, ти. Нисек кенә булмаһын, эскән кеше үҙе аңламай икән, уны мәжбүри дауаларға кәрәк. Сөнки бөтә насар эштәрҙең 60%-ты эскән кеше тарафынан эшләнә. Мәҫәлән, ғаилә янъялдары, кеше туҡмау, үлтереү, иҫерек килеш руль артына ултырып кеше тапау һәм башҡа юл-транспорт ваҡиғалары, янғындар, суицидтар, йәғни үҙ-үҙенә ҡул һалыу һәм башҡа бик күп күңелһеҙ хәлдәр күҙәтелә. Йылдан-йыл һанап кителгән хәл-ваҡиғаларҙың артыуы, һандарҙың үҫеүе һағайта. Ошонан һуң да битараф булһаҡ, киләсәктә нимә булыр?!
Ошоға һығымта урынына шундай риүәйәт. Ҡарт үҙенең ейәненә бер донъя серен аса: «Һәр кешелә ике бүре араһындағы кеүек алыш бара. Бер бүре насарлыҡ яҡлы, ул көнләшеү, эгоизм, алдау, негатив өсөн алыш. Икенсе бүре яҡшылыҡ яҡлы, ул мөхәббәт, өмөт, дөрөҫлөк, изгелеккә, позитивҡа өндәй». Малай олатаһының һүҙҙәрен йөрәгенә бик яҡын ала һәм шулай тип һорай ала: «Ә бүреләрҙең ҡайһыһы еңә һуң, ҡартатай?» Ҡарт йылмайып яуап бирә: «Ҡайһыһын ашатаһың, шуныһы еңә инде, улым…»
Мәғлүм булыуынса, үткән йыл август айында Башҡорт Үргене халҡы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм ауылда үткән сараларҙа ихлас ҡатнашты. Ауылдың дөйөм йыйылыштарына әүҙем килеп, пландар ҡабул итеүҙә үҙ фекерҙәрен әйтеп, яңы тәҡдимдәр индерҙе, үҙен борсоған һорауҙарға тулы яуаптар алды. «Ил төкөрһә – күл була», ти халыҡ мәҡәле. Бергәләп килешеп эш башларға ҡарар иткәс, законһыҙ спиртлы эсемлектәрҙе һатыусылар тыйылып, урамда эйәртенешеп, болғаңлашып йөрөүселәр күренмәй ҡалды.
Йыл аҙағында район хакимиәтенең бәләкәй залында ойоштороу комитеты «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы биләмә вәкилдәренең конкурс буйынса эш һөҙөмтәләре презентацияһын ҡарап, сығышын тыңланы. Район буйынса был конкурста ҡатнашыусы һәр биләмәлә бик күп эштәр башҡарылып, бихисап саралар үтте. Был йәһәттән Башҡорт Үргене ауылының ойоштороусылары ла, халҡы ла бик әүҙем булды. Барлыҡ сараларҙа ихлас ҡатнашты.
2019 йылдың 12 декабрендә Башҡорт Үргене ауылының мәҙәниәт йортонда ауыл халҡының йыйыны булды. Маҡсат – үтеп барған йылға йомғаҡ яһау, ауылда үткән сараларҙа ҡатнашыусыларҙы, ойошма вәкилдәрен Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләү, «Айыҡ ауыл» конкурсы барышы тураһындағы презентация-отчеттың видеояҙмаһын ҡарау һәм киләһе йылға пландар ҡабул итеү булды.
«Айыҡ ауыл» конкурсы тамам тип уйлапмы, ике кеше законһыҙ спиртлы эсемлек һата башлаған тигән имеш-мимеш ишетелеп ҡалды. Ошо йәһәттән, 13 ғинуар көндө, ауыл хакимиәте бешлығы И. Аҡсурин, полицияның участка уполномоченныйы Р. Ғөбәйҙуллин, ир-егеттәр ҡоро ағзалары Ә. Солтанбаев, М. Хәлитов законһыҙ спиртлы эсемлек һатыусыларҙың өйөнә барҙы. Һәр береһе менән һөйләшкәндән һуң, уларҙың башҡаса иҫерткес эсемлек һатмаҫҡа һүҙ биреп ҡалыуы һөйөнөслө. Һатыусыларҙы тикшереп, урамда эсеп йөрөүселәр булыу-булмауын тикшереп, өҙлөкһөҙ рейдтар үтәсәк.
Юғарыла риүәйәттә әйтелгәнсә законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыусы туҡтамаһа, беренсе бүренең еңеүен көт тә тор инде!
Тимәк, уйланырға урын бар!...