Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
22 Ғинуар 2020, 16:00

Һәйкәл буласаҡ

«Өфө» тимер юлы вокзалы биләмәһендә фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл буласаҡ,

«Өфө» тимер юлы вокзалы биләмәһендә фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл буласаҡ, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Уны асыу тантанаһы май башына планлаштырыла. Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә бара был эш.
Беренсе вице-премьер Андрей Назаров һүҙҙәренсә, республиканың күп милләтле икәнен күрһәтеү өсөн һәйкәлдең композицияһы төрлө милләт кейемендәге ете фигуранан тора.
Вице-премьер әйтеүенсә, һәйкәл бронзанан ҡойола. Ул Өфө һәм республика ҡаҙаныштарының береһе булырға тейеш. Ләкин техник үтәлештән тыш, йөкмәтке эше лә бар. Атап әйткәндә, майҙансыҡты нисек биҙәргә, артҡы планда нимә яҙырға. Унда һәләк булғандарҙың исемдәре йә иһә фронтҡа киткән полктар булырмы. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыһын да яҡшылап уйларға, контролгә алырға һәм эшләргә кәрәк.
Читайте нас: