Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Ғинуар 2020, 22:00

Пенсияһын да ебәрһәсе!?

Уйынлы-ысынлыӘсмә әбей кибеттән ҡайтты ла, ҡапҡаһын аса-аса, ғәҙәт буйынса почта йәшнигенә күҙ һалды. Гәзит-журналдарға күпләп яҙыла алмаһа ла, яратҡан “Ейәнсура таңдары”н алдырмай ҡалғаны юҡ. Килгән икән! Гәзитте тартып сығарған ыңғайы уның араһынан ҡағыҙҙар килеп төштө. “Моғайын, түләмдәр өсөн ҡағыҙҙар килгәндер, ингәс ҡарармын”, – тип уйлап, эйелеп алып кеҫәһенә ҡыҫтырҙы ла, өйгә табан атланы.

Уйынлы-ысынлы
Әсмә әбей кибеттән ҡайтты ла, ҡапҡаһын аса-аса, ғәҙәт буйынса почта йәшнигенә күҙ һалды. Гәзит-журналдарға күпләп яҙыла алмаһа ла, яратҡан “Ейәнсура таңдары”н алдырмай ҡалғаны юҡ. Килгән икән! Гәзитте тартып сығарған ыңғайы уның араһынан ҡағыҙҙар килеп төштө. “Моғайын, түләмдәр өсөн ҡағыҙҙар килгәндер, ингәс ҡарармын”, – тип уйлап, эйелеп алып кеҫәһенә ҡыҫтырҙы ла, өйгә табан атланы.
Ингәс, алған ғына әйберҙәрен һыуытҡысҡа урынлаштырҙы. Бер башына күпме генә ашай инде, ә бына ейән-ейәнсәрҙәре байрамға килеүгә күберәк аҡса тотонорға тура килә. Үҙе мал аҫырамағас – уң яҡ күршеһе Сафаларҙан ит алыр. Ҡала кешеһе йылҡы ите ярата торған, янына ҡушып ҡаҙы һорар. Һул яҡтағы күршеһе Бибисара күпләп ҡаҙ аҫырай – килене тултырылғанын ярата, уға ла әйтеп ҡуйҙы, берҙе ҡалдырһын тип.
Шулай уйлана-уйлана, килгән түләм ҡағыҙҙарын ҡарай башланы. Уларын да ваҡытында ғына ебәреп торалар бит әле. “Тәәәк, газға бар, һыуға бар, ә был свет өсөн килгәненә нимә өҫтәп яҙылған ул?” – У т яҡтыһына барып ҡарай башланы. Ваҡ ҡына хәрефтәр менән Эко-Сити тигәнен күреп ҡалды. Әйтәләр ине шул, ауыл буйлап сүп-сар йыялар ҙа, шуға түләттерәләр, тип. Ярар, бер башына ҡалайтып булһа ла түләр, тип уйланы ла, суммаһын ҡарай ҡуйҙы. Аһ, аһ! Күҙенә күренәме әллә?! Ике кеше өсөн килгәнсе иҫәп! Вәт әй! “Бер һуҡһам – бер ярты”, тип кеше көлдөрөп, 40 йыл тимерлектә эшләп, хаҡлы ялға сығып, бер көн дә пенсияһын алып өлгөрмәй үлеп киткән бабайы Иштуғанды иҫәпкә алып, әле вафатына 20 йыл булып китһә лә, ҡағыҙ ебәреп яталарсы. Әллә үлгәндәрҙән дә түләтергә ҡарар сығарҙылармы икән?!
Әсмә әбей бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙарҙан башы әйләнеп, урындыҡҡа лып итеп ултыра төштө. “Эй, бабай, үҙең булмаһаң да, түләүҙәрең килгәс, инде пенсияңды ла ебәреп ят инде”, – тип әллә ҡасан үлгән ирен иҫкә төшөргәндәренә йәне көйөп, хат ебәреүселәрҙе бер һүкһә, икенсе яҡтан, бер көн пенсия ала алмай үлеп киткән бабайын йәлләне.
Был, әлбиттә, бер Әсмә әбейгә генә ҡағылышлы хәл түгел, “Эко-сити” ебәргән түләм ҡағыҙҙарында байтаҡ мәрхүмдәр иҫәпкә ингән. Хәҙер тереләргә уларҙың үлгәнлеген иҫбат итеп йөрөргә байтаааҡ ваҡыт сарыф итергә тура килә.
Әсмә инәй һүҙҙәренән Айгөл Ҡылысбаева яҙып алды.
Читайте нас: