Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Ғинуар 2020, 13:05

ИЗГЕ ХЫЯЛ

Мәктәптә уҡығанда, хатта ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғанда ла ниндәй һөнәр һайларын белмәгәндәр була. Ә бына бөгөн Башҡорт дәүләт университетының дауалау факультетының 3-сө курсында белем алған Наҙгөл Исмәғилева ундайҙарҙан түгел.

Мәктәптә уҡығанда, хатта ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғанда ла ниндәй һөнәр һайларын белмәгәндәр була. Ә бына бөгөн Башҡорт дәүләт университетының дауалау факультетының 3-сө курсында белем алған Наҙгөл Исмәғилева ундайҙарҙан түгел.
Үрге Муйнаҡ ауылында тыуған ҡыҙ, ғаилә район үҙәгенә күсенгәс, Ф. Солтанов исемендәге мәктәпкә уҡырға төшә. 1-се класҡа ныҡлы әҙерлек менәнкилгәнНаҙгөлдө,уҡый-яҙа белгәс, 2-се класҡа күсерәләр. Үҙенең белем алыуға булған теләге, ата-әсәһе – абруйлы уҡытыусылар Фирҙәүес Рәшит ҡыҙы менән Хөрмәт Хәмит улы Исмәғилевтарҙың тәрбиәһе, ағаһы Илшат менән апаһы Айгүзәлдең дә өлгөһө һөҙөмтәһеҙ ҡалмай – Наҙгөл мәктәпте миҙалға тамамлай һәм үҙе теләгән уҡыу йортона инә.
– Бала саҡтан үҙемде киләсәктә ап-аҡ халатта, табип итеп күрә инем. Хыялымдағы һөнәрҙе һайлауға ғаиләм, инәйем Рәйлә һәм мәктәбем ярҙам итте. Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә уҡыуым – оло бәхет. Класыбыҙ берҙәм, татыу, дәртле һәм тырыш булды. Мәктәп, район конкурстарында күп ҡатнаштыҡ, уңыштар ҙа етерлек булды. Башҡорт класында уҡып, мәктәпте ярты класыбыҙ миҙалға тамамлауы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Бөгөн класташтарым барыһы ла уңышлы уҡып, эшләп, хеҙмәт итеп йөрөй. Беҙҙе тормошҡа әҙерләгән, киләсәккә өмөт уятҡан, һәр ваҡыт ҡурсалаған класс етәксебеҙ Роза Әхмәт ҡыҙы Квасоваға, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙға оло рәхмәтемде еткерәм. Ә киләсәккә килгәндә, алда бик күп һынауҙар – шуларҙы уңышлы үтеп, халҡым өсөн файҙалы белгес булыу – минең изге хыялым, – ти Наҙгөл.
Тырыштарға – уңыш юлдаш. Хыялдарың тормошҡа ашһын, Наҙгөл!
Читайте нас: