"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Ғинуар 2020, 18:00

Ир-егеттең йәшен һорамайҙар...

Йәнтөйәге өсөн йән атыусыларҙың береһе ул Ғәли Күсәрбаев Зәүхиә Ҡәҙербәкованың уның хаҡындағы мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ.

Үҙенең тыуған еренә бар булмышы менән йәбешеп йәшәп ятҡан, уның һулышын, йөрәк тибешен һиҙгән ир-атберваҡытта ла ил, халыҡ, йәшәп ятҡан ереяҙмышына битараф була алмай. Сөнки уның күңелендә буш хистәргә, буш уйҙарғаурын юҡ. Уның хыялдарыйылдар аша уҙып, саптар аттай алда булыр. Ниндәй генә йылдар килһә лә, ғәмәлдәре ил, халыҡ уйына, уның яҙмышына, шатлығына-хәсрәтенә бәйле ҡалыр.
Был һүҙҙәр янына Байыш ауылы биләмәһенең элекке башлығы Ғәли Ғәлимйән улы тураһында үҙ еренең улы, уның лайыҡлы шәхесе, хөрмәтле вәкиле булыуын өҫтәргә була. Мин үҙем Ғәли Ғәлимйән улын төрлө яҡтан, төрлө шарттарҙа күрҙем. Ул әле гөрләтеп һабантуйҙар үткәрә, туғандарҙы йыйып, күрештереп ала, әле үҙенең биләмәһендә төрлө ярыштар ойоштора, әле микрофон тотоп сығып йырлай, әле ағастар ултырта... Байыш ауылында 9 Май байрамына ойошторолған “Үлемһеҙ полк”тың ауыл урамын тултырып, ололарҙың, балаларҙың ғорурланып үҙҙәренең ҡартай-өләсәйҙәренең портреттарын күтәреп атлауҙары...Ситтә йәшәгән минең дә күңелем тулып, ошо тыныс тормош өсөн һәләк булғандар алдында баш эйҙем, араларында атлағандай булдым.
Мин Ғәли Ғәлимйән улынйыһанға оҡшатам. Киң, төрлө төҫтәге ҡырҙары менән балҡыған йыһан кеүек ул. Була бит шундай кешеләр – нимәгә тотонһа ла яҡтынуры ҡала. Ғәли Ғәлимйән улы лаүҙ еренең йәмен, матурлығын, халҡының күңел көрөн арттырып, замана ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, алдынғы, айыҡ ҡарашта йәшәргә әйҙәп эшләне, йәшәй.
“Зәүхиә апай, ошо ерҙә тыуҙым, үҫтем, ошо ерҙә кеше булдым һәм ғүмеремдең ҡалған өлөшөндә Ағурҙамда йәшәп үткәрәһем килә, ”– тине ул. Тыуған ауылы Ағурҙаны яратыуы, уны ер йөҙөндә иң матур ер тип иҫәпләүен уның ошо ауылда төпләнеп ҡалыуы, ғәилә ҡороп, ғәилә усағы – йорт төҙөп, шул нигеҙҙә яратҡан ҡатыны Айгөл менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларға лайыҡлы тәрбиә, ныҡлы иҫәнлек, белем бирәйек тип гөрләтеп донья көтөп, күкрәк кирепйәшәп ятыуҙары иҫбатлай.

Булыр бала – биләүҙән

Ҡаҫмарт йылғаһының ҡуйы муйыллы ярында урынлашҡан Ағурҙа ауылында Ғәлимйән ағай һәм Сания апайҙың 6 балалы ғәиләһендәдүртенсе бала булып доньяға килә ул. Алты балаға ла лайыҡлы тәрбиә бирергә тырышып йәшәйата-әсәһе. “Әтейем ниндәй генә эшкә тотонһа ла, булдыра ине. Башта ветврач булып, шунанкиномеханик булып эшләне. Ул ваҡытта клуб гөрләп тора, көн дә тигәндәй кино ҡуя ине. Клубтарҙа кино ҡуйыу бөткәс, почтальон булып ғүмеренең ахырына хәтлем эшләне. Әтейем Аллаға шөкөр, алты ейәнсәрен күреп китте яҡты доньяларҙан. Әнейем 12 ейәнсәрен, ике бүләсәрен күрҙе. Ул да, совхозда ниндәй эш булһа, барыһын да эшләне. Һарыҡ бәрәстәрен ҡараусы, дробилкала ваҡлаусы, ә пенсияға медпункттан санитарка булып китте, ”- тип иҫкә алды оло ҡыҙҙары Фәниә.
Баласағы ул вакыттағы бөтөн балалар яҙмышына оҡшаған булһа ла, Ғәли бәләкәйҙәнбик теремек, эшкә шәп булып үҫә. “Булыр бала биләүҙән, ” – ти халыҡ мәҡәле.
- Уның атлап йөрөгәнен хәтерләмәйем, сабып ҡына йөрөй ине. Әтейем 4 малайға эште бүлеп бирә, үтәлешен тикшерә. Шуныһы иҫтә ҡалған, Ғәли башланғыста уҡығанда уҡ ат менән бесән тырмата ине. Бесән тырматҡанда бер ҡыҙыҡ яғы иҫтә ҡалған, өҫтөнә йәй көнө ләфуфайка кейеп эшләне. Уның йылғырлығына мин аптырай инем. Уға әйтеп өлгөрмәйһең, ул инде ҡушҡан эште һә тигәнсе үтәп ҡуя. Бәләкәйҙән асыҡ, алсаҡ булды. Үҫеп, үҙ аллы донья көтә башлағас та, уның өйөнөң ишегебар туғандарына, дуҫтарына, ауылдаштарына лаасыҡ. Айгөл килен менән йылмайып ҡаршы алалар, бар булған ризыҡтарын өҫтәл тултырып ҡунаҡ итәләр. Һәрваҡыт ярҙамға килергә әҙерҙәр, – тип иҫкә алыуын дауам иттерҙеапайы Фәниә.

Белем усағы – сынығыу мәктәбе

Мәктәптә уҡыу йылдарын Ғәли бигерәк тә Байыш ауылы интернатынабәйләп иҫкә алды. ”Беҙҙе тормошҡа әҙерләгән, сыныҡтырған урын булған. Күпме ғүмер шунда үткән. Беҙҙе ашатҡан ашнаҡсыларға, тәрбиәселәргә әле лә рәхмәт әйтеп йәшәйем. Ҡырыҡмаһа ҡырыҡ баланы ҡарап, аңлап, беҙгә әтей-әнейҙе алыштырып, тәрбиәләп торғандар. Ул ваҡытта балалар күп ине. Тулы икешәр параллель класс. Байыш мәктәбенең уҡытыусылары ныҡ көслө, белемле булыпиҫтә ҡалған. Улар беҙгә белем биреү өсөн шул хәтлем тырышалар ине. Рәхмәт барыһына ла. ”
Үҫмер саҡ – иң күңелле саҡ. “Һәр атҡан таңдарын һинең өсөн тип тырышып торған әтей-әнейең, уйнарға иптәштәр, өҫтәл артын тултырып ултырып ашарға туғандарың булғанда, донъя түңәрәк. Йәй буйынарәхәтләнеп һыу инергә Ҡаҫмарт йылғаһы терәлеп тора, һыпырып алып ауыҙ тултырып ашарға муйыл бешә, тау итәгенә менеп китһәң – еләктәре ҡыҙара. Ҡармағыңды алып төшөп балыҡ тотам тиһәң, йылға тулы балыҡ ине, хатта һөҙөп тә ала инек. Иптәштәр менән йүгереп уйнарға тауҙары кәртә артында ғына. Тағын нимә кәрәк бәхетле үҫмер саҡ өсөн? Күп балалы ғәиләләр ул ваҡытта өй һайын тигәндәй булһа ла, ауыл малайҙарының һәрбереһендә тиерлек велосипед, тибергә туп, уйнарға уйынсыҡтар ҙабар ине. Хан ризығы ашап йәшәгәнбеҙ, саф һауа һулағанбыҙ, иркендә сабыпуйнап үҫкәнбеҙ. Иртәнсәк йоҡонан тороуға өҫтәлдә тәмле ҡаймаҡ, ҡабарып бешкән икмәк, тауҙай өйөп ҡойолған ҡоймаҡ, саф һыулы Ҡаҫмарт йылғаһының сәйе, бал...Умарталар ишегалдында ғына ултыра ине. Һанап бөткөһөҙ рәхәтлектәр! Ошондай бәхетле, туҡ, кейемле, ҡыуаныслы тормош бүләк иткән әнейемә-әтейемә рәхмәт әйтеп кенә йәшәйем. Мин уларҙың зарланып, асыуланып ултырғандарын да хәтерләмәйем, әнейем гел көләс йөҙлө, әтейем талапсан, туры һүҙле, ғәҙелине. Шулай кәрәккән дә. Беҙ бит дүрт малай үҫтек. Әтей һүҙе закон ине. Ул ҡушҡан эште үтәп кенә ҡалмайбыҙ, “ялап” ҡуябыҙ. Урындары ожмахта булһын берүк! Ауыл балаларына тейешле эште лә ых та итмәйенсә эшләгәнбеҙ. Бесән дә саптыҡ, утын да ярҙыҡ. Аллаға шөкөр, кешенән кәм булманыҡ, ”- тип ул йылдарға йомғаҡ яһап ҡуйҙы Ғәли Ғәлимйән улы.
Байыш ауылы мәктәбендә унынсы синыфты бөтөргән өс класташ Ғәли Күсәрбаев, Мирсал Йылҡыбаев, Илгиз Хәмиҙуллин Өфөгә юл тоталар. Башҡалала күңелле студент йыдары тиҙ үтеп китә, уларӨфөнөңрадиотехник училищеһын бөтөрәләр. 1986 йылда ул ваҡыттасекретный тип иҫәпләнгән ракета ғәсҡәрҙәренәхәрби хеҙмәткә саҡырыла Ғәли, ике йылдың ярты йылынЛатвияла, ә йыл ярым ваҡытты Украинала лайыҡлыхеҙмәт итеп ҡайта.

Тыуған яҡҡа тартыла күңел

Армиянан ҡайтҡас, Салауат ҡалаһына килепТЭС-ҡа эшкә урынлаша. Ҡала тормошона күнегеп китә алмай ауылда эшләп үҫкән егет. Күңеле һәрваҡыт тыуған яғына тартыла, шуның өсөн улныҡлы ҡарарға килеп, ауылда төпләнергә тип уйлап, 1994 йылда Ағурҙағаҡайта. 1996 йылда өйләнеп ауылда тормош ҡороп ебәрә. 2000йылда фермерлыҡ эшен башлап ебәрәләр. Был ҡарарҙы ҡатыны Айгөл менән бергә кәңәшләшеп, уртаға һалып хәл итәләр.
- Әгәр ҙә ауыл ерендә фермер хужалығы тотаһың икән, әҙләп барыһы ла булырға тейеш тип иҫәпләйем. Беҙ һыйыр, ат, ваҡ малдар тәрбиәләйбеҙ. Бөгөнгө көндә лә фермер хужалығыбыҙ эшләп килә, ул тулыһынса ҡатыным исемендә. Һуңғы йылдарҙа хөкүмәттән субсидия алмайбыҙ, үҙ көсөбөҙ менән сығымдарҙы ҡаплап, файҙаһын да күрәбеҙ. Еңел аҡса файҙа килтермәй, ул артҡа һөйрәй кеүек. Шуға баш тарттыҡ. Үҙеңә, үҙ көсөңәышанһаң эш башҡасараҡбара. Уңыш та шуға бәйле, – тип уйҙары менән бүлеште.

Ер үҙе көс бирә

- Аяғы аҫты тулы ҡатлам-ҡатлам уңдырышлы ер өҫтөндә йәшәгән кешегә ер үҙе көс биреп торалыр. Эшкәрт, сәс, тәрбиәлә, ә ер яуапһыҙ ҡалмаҫ. Бер бөртөк орлоҡ урынына ус тултырып бирә. Шул уңышты күргәс, эй күңел була инде. Сөнки ул да Аллаһы Тәғәләнең кешегә биргән мөғжизәләренең береһе. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, көн итергә әмәле табыла. Мәҫәлән, диңгеҙ ярында йәшәгәндәр балыҡһыҙ ултырмайҙар, шуның менән көн күрәләр. Ә беҙгә ер менән файҙаланырға кәрәк. Йыбанмаҫҡа ғына. Беҙ ҙә ҡатыным Айгөл менәнер һөрәбеҙ, сәсәбеҙ. Уңыш йыйып алабыҙ. Техника етерлек, ” – тип Ғәли Ғәлимйән улы үҙенең тағынйорт, ғаилә хужаһы булараҡ ғәжәйеп яғын асты.

Булдыҡлылыҡҡа һынау

“Ирмен тигән ирҙең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ” ти халыҡ мәҡәле. Һаман алға барыу, заман ауырлыҡтары аҫтында баҫылып ҡалмау өсөн тырышыуҙа ихтыяр көсөн талап итә. Ғәли Ғәлимйән улының инициативалы, ойоштороу һәләте барлығын, алдынғы ҡарашлы икәненбелгән ул саҡтағы район башлығы Байсурин Әлфәрис Сәлихйән улы 2007 йылда өйөнә килеп Байыш ауылы биләмәһенә башлыҡ булып барырға өгөтләй. Әлбиттә, тирә-яҡта бөтөн нәмә емерелеп, ауылдарҙа эш урындары юҡҡа сығып бөтөп, халыҡтың тормошо бөлөп, кеше һаны кәмеп барған саҡта, был эштә еңел булмаясағын яҡшы аңлай ул. Халыҡтың да күңеле бит тормош кимәленең сифатына бәйле. Ер һелкетеп ауылда эшләрлек ирҙәр ҡайһы бере Себергә, йә бүтән аҡса эшләрлек ергә китеп бөтөп барған замана.
Ризалыҡ биреп, былэшкә баш-аяғыменән сума ул. “22 фермер хужалығы булдырҙыҡ. Бер-беребеҙгә ныҡ ярҙам итә инек. Улар гөрләп эшләй башланылар. Фермер хужалыҡтарымал үрсетеү, ер эшкәртеү менән мәшғүл. Халыҡтың эш аша көнкүрешен генә яҡшыртыумаҡсат итеп ҡуйылманы, уның мәҙәни кимәлен дә төшөрмәү өҫтөндә эшләү пландары ҡоролдо. Был йәһәттән ул ваҡытта уҡ ауылдар араһында төрлө ярыштар, КВН-дар, концерттар менән сығыш яһауҙар ойошторолдо. Был саралар, 2015-тә яңынан ошо эшкә ҡайтҡас, Байыш биләмәһенә ингән ауылдарҙағы халыҡты аралаштырып, дуҫлаштырып, бер-береһе менән хәбәрҙәр булыу маҡсаты менән генә үткәрелмәне, ә сәләмәт тәндә, айыҡ аҡылда йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн дә. Ниндәй генә ҡыҙыҡлы уйындар, йәйге, ҡышҡы һабантуйҙар уйлап сығарманыҡ. Кәритә менә бобслей, быйма менән хоккей уйнау, ҡул менән утын бысыу...Балалар спартакиадалары, саңғы ярыштары...Бөтөн ауылдарҙағы клуб мөдирҙәренә рәхмәтлемен. Ошо сараларҙы ойоштороуға үҙенең талантын, ваҡытын, күңел көсөн йәлләмәгән үҙ эшенең оҫтаһы, музыкант Байыш ауылы мәҙәниәт усағы етәксеһе Ғөбәйҙуллин Рәил Рафиҡ улына айырыуса рәхмәтлемен. Халыҡ дәррәү ҡатнашты, байрамдарҙа өҫтәлдәрҙән ризыҡ өҙөлмәне. Беҙҙең яҡтың ҡатындары бешереүгә оҫта. Һә тигәнсе сәй ҡайнатып, өҫтәлдәрҙе әҙерләп ҡуялар. Теләгән кеше инеп сәйен эсә, ашай. Барыһы ла күңелдә рәхәт булып иҫтә ҡалды. Аллаға шөкөр, ”- тине.
Һөйләшкәндә Ғәли Ғәлимйән улы үҙенең эшенә тәнҡит күҙлегенән ҡарауы, үҙенең ғәмәлдәренә билдә ҡуя барыуы оҡшаны. Булдыҡлы етәкселәр эшләп кенә ҡалмай, ғәмәлен халыҡ мәнфәғәтенә яуап биреү-бирмәүен асыҡлап баралыр шул.

Арҡаҙаштары нимә ти?

Уйындар ғына уйналмаған, ә күҙгә күренерлек бик күп эштәр ҙә эшләнгәнен уның коллегалары, уның менән иңгә-иң бергә эшләүселәр ҙә, шулай уҡ ауыл халҡы ла һөйләне.
Үтәғол ауылы биләмәһе башлығы Сабит Мәғәз улы фекеренән башлап ебәргем килә. Сөнки шул “тире”лә булған кеше күҙлегенәнсығып ҡарай, икеһе лә бер үк ғәмәлдәр алып баралар, проблемаларҙы беләләр.
- Мин Ғәли Ғәлимйән улын күптән танышмын, икебеҙ ҙә биләмә башлыҡтары итеп һайланғас, тағыла яҡынданыраҡ белдем. 2007йылда уҡ Байыш ауылы биләмәһе башлығы итеп һайланып, 4 йылға яҡын эшләп үҙен тик булдыҡлы етәксе итеп күрһәтте. Шунан 2015-тә уны тағы һайланылар. Ул үҙен оҫта етәксе итеп танытты. Эшһеҙ тик тора алмай, яйлап ҡыбырҙай белмәй. Нимәгә тотонһа ла, тиҙ генә ойоштора, бар халыҡты берләштереп күтәрә белә. Миңә улүрнәк булды. Ырымбур өлкәһенәүҙешмәкәрартистар менән концерт ойоштороп, Ейәнсура районы менән Ырымбур өлкәһе араһында дуҫлыҡ күперен нығытыуға юл һалды. Кешеләр эшләп тә, күңел асып та, сәләмәт булып та йәшәһендәр тигән ниәттән, байрамдар аша үҫеп килгән балаларға, йәштәргә айыҡ аҡыл менән йәшәү үрнәге күрһәтеү ине маҡсаты. Ҡыш көндәрендә ауылдар араһындағы юлдар халыҡ йоҡонан уяныуға таҙартылып ҡуйылды.
Уның бар эштәренән хәбәрҙар, биләмәлә булған сараларҙың уртаһында ҡайнап ҡына ҡалмай, улар тураһында гәзиткә яҙып, халыҡҡа белдертеп тороусы, биләмәнең Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Ғәзимә Рәшит ҡыҙы Йәркәевала Ғәли Ғәлимйән улы тураһында йылы һүҙҙәр ишеттерҙе:
- Иң ҙур эштәренең береһе тип районда ғына түгел, бәлки Башкортостанда булмаған обелискының Байыш ауылында барлыҡҡа килеүен һанайым. Иҫке обелискыны яңыртып торманы ул, былтыряңыһын өлгөрттө. Ул иҫкиткес мемориаль комплексҡа ҡарап, бер кем дә, бер нимә лә онотолманы тигән һүҙҙәр ысынға тура килеүен аңлайһың. Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырҙарында Еңеү яулағанда һәләк булғандар, тере ҡайтҡандар исемлеге генә түгел, тылдан уларға ярҙам иткән бар халыҡтың исем-шәрифе индерелде, улар янына Афған, Чечня кеүек локаль һуғыштарҙа һәләк булған, ҡатнашҡандар исемлеге лә өҫтәлде. Был бар быуындарға ла ҙур мәғәнәгә эйә урын. Һәркем килеп баш эйерлек. Килгән кешеләргә ултырып хәтирәләр яңыртырғааҡ ҡайындар аҫтында эскәмйәләр ҙә бар.
Әйтергә кәрәк, Ғәли Ғәлимйән улының күҙ уңынан бер кемдә ситтә ҡалманы. Ул бигерәк тә эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш юлында булды. Аҙ тәьмин ителгән, янғын йәки бүтән сәбәптәр менән бәләгә ҡалғандар иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Байыш мәктәбенең 100 йыллыҡ юбилейы алдынан ауылдың тыҡрыҡтарына хәтле ҡырсынташ йәйелде. Һәр сарала үҙе алдан йөрөнө, рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ уға.
Биләмәнең ветерандары ойошмаһы рәйесе Йәркәев Ишбулды Әүхәҙи улы:
– Бар эшләгән эше халыҡ тормошона, уның көндәлек мәшәҡәттәренә бәйле булды. Ниндәй эш башлаһа ла, аҙағына еткереп ҡуйыуы – иң яҡшы сифаттарының береһе. Бик матур традиция – оло йәштәге юбилярҙарҙы ҡотлау, уларҙы саҡырып байрам концерты күрһәтеү, сәй эсертеү сараһы үткәрелеп барҙы. 2019йылдың 14 апрелендә шундай сарала 50йыл бергә йәшәгән Элмәленән Мәрйәм һәм Марат Мусиндарға, Аҡдәүләт ауылынан Рая һәм Шәһәҙәт Йәнбулатовтарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Ейәнсура муниципиаль районы башлығы Дәмин Юлановтың ҡотлауҙары тапшырылды. Ололарҙың күңеле булып, бер-береһе менән күрешеп, һөйләшеп ултырып ҡайтыуҙары ла – үҙе бер шатлыҡ.
Ә ошо ауылда фельдшер булып эшләп пенсияға сыҡҡан Байназарова Альмира апай күпселек кешеләрҙең фекерен еткереүселер:
- Ул кемде күрһә лә сәләмләп, хәлеңде белеп китә ине. Беҙ ниндәй генә ҡарлы йылдарҙа ла юлһыҙ ҡалманыҡ. Үҙе таҙартып йөрөнө трактор менән. Хатта тыҡрыҡтарға хәтле. Ғәләмәт матур байрамдар ойошторҙо. Быйыл Байыш ауылын йәмләп ниндәй матур парк яһап, 300-ҙән ашыу ағас утырттылыр. Гел күҙ алдында эш менән мәшғүл етәксе булды.
Байыш ауылы биләмәһе хеҙмәткәре Гөлфирә Әхмәтвәли ҡыҙы:
- Беҙ ҡотһоҙ, һалҡын бинала ҡыш көнө быйма кейеп ултырып эшләй инек. Ул эшкә килгәс тә иң беренсе бинаға капиталь ремонт яһатты, хәҙер йылы, рәхәт. 2019йылда Биштирәк һәм Ағурҙа ауылдары араһындағы зыяратты кәртәләтте. Сүп-сар өсөн майҙансыҡтар бетонланды. Үҙебеҙҙең йәшәгән ерҙәрҙе таҙа тотоуға бик иғтибар итте. Ауылдарҙа тирә- яҡты, шул иҫәптәнйылға буйҙарын, юл ҡырыйҙарын дасүптәрҙән таҙартыу өмәләре һәрваҡыт үткәрелеп торҙо. Уны иң борсоған нимә – ут сығыу хәүефе. Был турала гел йыйылыштарҙа әйтеп, халыҡты уяу булырға, янғын хәүефе ҡәғиҙәләрен үтәргә саҡырҙы. Ошо йәһәттән ауылдарға барлығы 280 янғын сигналдары ҡуйылды. Ауыл һайын тигәндәй ут һүндереү өсөн һыу алыу урындары яһалды. Бөтә ауылдарға ла инә торған ерҙәауыл исеме яҙылған аркалар яңыртылды. Ауылдарға светильниктар ҡуйылды. Байыш ауылында ғына өс урам әлегә ҡалды.
Байыш мәктәбендә 20 йылдан артыҡ фиҙакәр хеҙмәт итеүсе Гөлнара Зиннур ҡыҙы:
- Беҙҙең мәктәптә ул йыш булды, шылтыратып, хәлде белешеп торҙо. Районда беренселәрҙән булып, балаларҙы каникулдар ваҡытында Иҫәнғолға ФСК-ға йөрөтөүҙе, ауыр хәлдә йәшәгән ғәиләләрҙәге балаларҙы приютҡа урынлаштарыуҙы хәстәрләне. Ул балалар яҙмышына ныҡ иғтибарлы етәксе булды. Бигерәк тә матди яҡтан ауыр хәлдә йәки имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар яҙмышын ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн өйҙәренә барып, ундағы атай - әсәйҙәр менән тәрбиәүи әңгәмә үткәреү маҡсатында беҙҙең менән бергә йөрөнө. Мәктәптә үткәрелгән атай- әсәйҙәр йыйылышына даими килеп, төрлө темаларға сығыш яһап, унда күтәрелгән проблемалар менән дә хәбәрҙар булды. Быйылғы уҡыу йылы башында Байыш, Сәғит мәктәптәре юл тамғалары, ә Сәғит мәктәбе алдына йәйәүлеләр өсөн кәртәләүҙәр ҡуйылды. Беҙҙең мәктәпкә 6 ауылдан балалар автобус менән килеп уҡый. Ниндәй генә ҡарлы-буранлы ҡыштарҙа ла юлһыҙ ҡалманыҡ, балаларҙың дәрес ҡалдырыуына юл ҡуйылманы. Беҙ уның тураһында ғәҙел, ышаныслы етәксе тигән фекерҙәҡалдыҡ.
Өҫтә яҙылып киткән был юлдарҙа Ғәли Ғәлимйән улының тормош юлының бер өлөшө ярылып ята. Уның һәр көнөн лайыҡлы үтер өсөн күпме иман ныҡлығы, милләтеңә, халҡыңа тоғролоҡ, бөтмәҫ- төкәнмәҫ сабырлыҡ, ауырлыҡтарға бирешмәү өсөн ныҡлы ихтыяр көсө кәрәк. Халыҡ өсөн яуаплы эштең бәләкәйе-ҙуры юҡтыр. Шишмәләр саф һыулы булмаһа, йылғалар ҙа бысырана. Ошондай етәкселәрҙән милләттең яҙмышы, уның киләсәге тора. Уларҙың йоҡоһоҙ төндәренән, яныу-көйөүҙәренән, яҡты күңел нурҙарынан милләттең яҙмышы үрелә, тарихы яҙыла.
Читайте нас: