Яратҡан йырсыбыҙ, моңло йырҙар ижад иткән Нурия Абдуллинаның бер нисә йыл элек яман шеш ауырыуына тарыуы, дауалау курстары үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә йырсы йәнә Питерға барып ҡайтты. Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә" төркөмөндә яҙа.
"Өс ай өс көн кеүек үтте лә китте һәм мин тағы ла Питерҙа, – ти ул. – Бынан алда яҙғанымса, өс ай һайын мейе һөйәгенән анализға ҡан алырға кәрәк. Быны Өфөлә, 13-сө дауахананың гематология бүлегендә эшләйҙәр. Мин дауалаған табиптарыма рәхмәт әйтәм. Шулай ҙа артабан ауырыуға аныҡ анализды беҙҙә эшләмәйҙәр. Был ҡандағы саҡ ҡына үҙгәреште лә күҙәтергә һәм кисекмәҫтән дауаланыу өсөн мөһим. Абайламай ҡалһаң, етди химия терапияһы кәрәк буласаҡ, ә мин быны теләмәйем. Шуға ла был процедура өсөн даими ситкә барырға тура килә. Беҙ бөтәһен дә тапшырҙыҡ, үттек. Тәнәфестәр араһында ҡалала, Эрмитаж буйлап йөрөнөк. Ҡала иҫ киткес матур! Анализ һөҙөмтәләре киләһе аҙнала почта менән киләсәк. Тулҡынланып көтәбеҙ. Бөтәһе лә яҡшы булыр тип өмөтләнәбеҙ. Һеҙгә, минең ҡәҙерле, изге күңелле кешеләрем, бары яҡшылыҡ теләйем. Ремиссия дауам итә, мин йәшәйем, тын алам, һәр көнгә ҡыуанам.