Хәҙер күп ерҙә ауыл халҡы сәләмәт тормош алып бара, спортты пропагандалай, үҙҙәрен һәр саҡ тонуста тоторға тырыша. Ҡыш һәр бер ауылда скандинавса йөрөү киң таралған, шулай уҡ фитнесты ла үҙ итәләр.
Белеүегеҙсә, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы (ППМИ) сиктәрендә 2019 йылда Муйнаҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң бейеү залы ремонтланғайны.
Яҡты, матур залда китапхана (Әбделғужина Ф.Г.) инициативаһы менән ойошторолған фитнес- клуб эшләй башланы. Ҡатын ҡыҙҙар бик теләп аҙнаһына ике тапҡыр күнегеүҙәргә йөрөй, китапханаға йөрөүселәр һаны ла артты.
Аҙнаның башҡа көндәрендә залда шулай уҡ балалар хореографик төркөмө (етәксеһе Хәйбуллина Р.Ф.), "Дарман" бейеү ансамбле ( етәксеһе Бикмөхәмәтова Г.Р.) шөғөлләнә.
Программала ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға, бағыусы булған яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!