Быйылғы ҡыш үҙенең ҡары, бураны менән ейәнсураларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Бигерәк тә юл һәм торлаҡ-коммуналь тармаҡта эшләүселәрҙең. Улар район халҡын юлһыҙ ҡалдырмаҫ өсөн көн менән төндө ялғап эшләне тип әйтеү һис арттырыу булмаҫ.
Әле, буран бер аҙ тынған арала, улар эшен дауам итә.
– Район хакимиәте хужалығыбыҙға үткән йыл аҙағында яңы техника алып биргәйне. Был роторлы трактор быйылғы ҡыш өсөн бик килешеп ҡалды, – ти ойошманың төҙөкләндереү буйынса мастеры Рафаэль Ғайсин.
Әле хужалыҡ район үҙәге урамдарының мөйөштәрендәге, туҡталҡаларҙағы ҡарҙы сығарыу менән мәшғүл.