Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
31 Ғинуар 2020, 16:00

Клуб ремонтланасаҡ

Урындағы башланғыстарға нигеҙләнеп, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттары ғәмәлгә индерелә башлауға быйыл 5 йыл була. Микропроекттарҙа ҡатнашыусы һәр кемдең берҙәм эш итеүе, тырышлығы, ныҡышмаллығы, инициатива күрһәтеүҙәре һөҙөмтәһендә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы (ППМИ) ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы – ғәмәлдә
Хәйерле сәғәттә!
Урындағы башланғыстарға нигеҙләнеп, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттары ғәмәлгә индерелә башлауға быйыл 5 йыл була. Микропроекттарҙа ҡатнашыусы һәр кемдең берҙәм эш итеүе, тырышлығы, ныҡышмаллығы, инициатива күрһәтеүҙәре һөҙөмтәһендә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы (ППМИ) ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе.
Һаҡмар ауыл биләмәһе – был проектта әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. 2019 йыл аҙағында Арсен ауылында биләмә халҡының йомғаҡлау йыйылышы булды. Ауыл биләмәһе башлығы Наил Яҡшығолов ауылдың социаль-иҡтисади проблемаларын иҫкә төшөрөп үткәс, программала ҡатнашыу өсөн бер проект һайларға кәрәклеген әйтеп сығыш яһаны. Халыҡ үҙе әүҙемлек күрһәтеп, иғәнә индерһә, бағыусылар табышһа, проекттың бик файҙалы булыуын билдәләне ул.
Ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади проблемаларын өйрәнеү маҡсатында алдан анкета үткәрелде, унда 109 кеше ҡатнашты. Бер нисә проблема билдәләнеп, Арсен ауыл мәҙәниәт йорто түшәмен ремонтлауға, тамаша залында креслоларҙы алмаштырыуға өҫтөнлөк бирелде. Был проектты Арсен ауылында йәшәүсе, уның өсөн йән атыусы Лев Егоров тарафынан тәҡдим ителде. Сөнки 2021 йылда Арсендың 100 йыллыҡ юбилейын байрам итеү ниәтләнелә, күп ҡунаҡтар ҡайтыуы көтөлә. Проекттың күпмегә төшөүе иҫәпләнде, республика бюджетынан, урындағы бюджеттан бүленгәндән тыш, бағыусылар ярҙамы, халыҡ иғәнәһе кәрәклеге билдәләнде. Һәм өй башынан 300 һум йыйырға хәл ителде. Был эш өсөн 5 кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө.
Проектты бойомға ашырыуҙа уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: