Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
31 Ғинуар 2020, 17:00

Йырҙың ҡото - йырланыуҙа, тиҙәр байыштар

Байыш ауыл биләмәһе һәүәҫкәрҙәренең "Йырлаусы ауыл" республика бәйгеһенең район этабы сиктәрендә "Йырлап асыла күңел " тип исемләнгән матур концерты Байыш мәҙәниәт усағында уҙҙы

Байыш ауыл биләмәһе һәүәҫкәрҙәренең "Йырлаусы ауыл" республика бәйгеһенең район этабы сиктәрендә "Йырлап асыла күңел " тип исемләнгән матур концерты Байыш мәҙәниәт усағында уҙҙы. Унда үҙешмәкәр йыр коллективтары - халыҡ, фольклор, эстрада йырҙары вокаль ансамблдәре; дуэттар; ир-егеттәрҙең вокаль ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты. Һәр башҡарыусы дәртле йырҙары менән тамашасыны таң ҡалдырҙы.
Йондоҙ ҡото - нурланыуҙа булһа, йырҙың ҡото - йырланыуҙа. Матур йырҙар йырлап, матур йырҙар тыңлап йыр-моңдан айырылмай йәшәйҽк, дуҫтар!
Читайте нас: