"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Февраль 2020, 14:00

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ, 10 февралдә район мәҙәниәт йортонда нимә була? Был хаҡта ошо сараны ойоштороп йөрөүселәрҙең береһе Нәзирә Кәримова хәбәр итә:

Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ, 10 февралдә район мәҙәниәт йортонда нимә була?
Был хаҡта ошо сараны ойоштороп йөрөүселәрҙең береһе Нәзирә Кәримова хәбәр итә:
- “Ғилман – ысын ир ине,
Килеп тә етер ине,
Тиҙ ярҙам итер ине,
Күҙҙәрендә нур ине,
Йөрәге тулы йыр ине!”
Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай был турала белә, ә һеҙ белә инегеҙме...
- Уның ижады башҡорт шиғриәтендә яңы юнәлеш асҡанын...
- Ғилмандың шағир ғына түгел, театр белгесе лә, йырсы ла, рәссам да, төҙөүсе лә булғанын...
- Әлеге ваҡытта “Йәйәүле буран” проектында Ғилман Ишкининдың шиғырҙарын уҡығандарын..
- Башҡортостан яҙыусылар Союзы менән район хакимиәте йәш ҡәләмдәштәр өсөн “Ҡорама” тигән конкурс ойоштороуын һәм буласаҡ кисәлә еңеүселәрҙе билдәләргә уларҙың килерен...
- ”Китап” нәшриәтенең “Сыңрау торна” серияһында иң беренсе булып Ғилман Ишкининдың “Мин, бәлки, урап та килмәҫмен, ай, алыҫ аралар, ай, йыраҡ” шиғри йыйынтығы сыҡҡанын..
- “Һин минән шағир яһаның,
Ә мин һинән – алиһә”. Мөхәббәт тураһында ошонан да матурыраҡ әйтеп буламы...
- Районыбыҙҙың гимнына әүерелгән “Ейәнсура” йырының һүҙҙәрен дә, көйөн дә Ғилман Ишкинин яҙғанын...
-Изге Рамаҙан айын данлаған “Рамаҙан” йырының авторы ла ул икәнен... “Әйлән-бәйлән”, “Мөхәббәтле телефон”, “Һанамағыҙ киткән...” һ.б. йырҙары танышмы...
Әгәр ҙә белмәһәгеҙ, ишетмәһәгеҙ, күрмәһәгеҙ, КИЛЕГЕҘ хәтер кисәһенә! Үҙегеҙ өсөн иҫ киткес донъя асырһығыҙ. Ғилман Ишкинин донъяһын...
Читайте нас: