Гөлсинә йыуып торған йүргәген ҡапыл ҡулынан төшөрөп ебәрҙе. “Бәй, бәй...
Ғүмере ҡыланмағанын. Әллә эсеп алған инде?” Үҙ алдына шулай һөйләнеп ҡуйҙы.
Ошоғаса ауыҙына ла алмаған Дәрисе лаяҡыл иҫерек ине.
Ул эләгә-тәгәрәй өҫтәл артына инеп ултырҙы ла үкһеп илай башланы. Әле генә
тынсып йоҡоға киткән сабый, тертләп уянып, ҡыҙып иларға тотондо. Йоҡоһоҙ төндәрҙән
кингәп, аяғында саҡ баҫып торған ҡатын лып итеп ултыра төштө.
- Гөлсинә! Ташлама мине. Һинһеҙ ни эшләрмен? Мин, мин ғәйепле, ми-ин. И-и-их!
– Өҫтәл төйөп илауын белде ире. Уның һайын сәңгелдәктәге сабыйы ла ярһыны.
Ҡыҙҙырырға ярамағанлығын белһә лә, ҡатын ҡуҙғалырлыҡ хәлдә түгел. Түшкегә сүкеш
менән һуҡҡандай зеңкеп торған башы шаулап уҡ китте – Дәристең хәбәре аңына барып
етмәне.
- Мин һинән айырылырға уйламайым да инде.
- Юҡ. Һин әйт, ташламайым, тиген. Һинһеҙ бер көн дә тора алмам.
-Ни һөйләйһең? Тиктомалдан ниңә ташларға тейешмен әле ул? Яңғыҙ түгелмен дә.
Ана, бөгөн ҡысҡырып ятһа ла, үҫеп етер әле улыбыҙ.
Ҡалҡынып, сәңгелдәктәге бәпесен күтәреп алды. Уныһы һаман ярһыуын белә.
Ултырҙы бит үҙе лә ҡыҙҙырғансы ала һалмай. Бар, хәҙер туҡтатып ҡара!
- И-их! Үҫһен ине шул. Белмәйһең, бер ни белмәйһең... Үҫеп етерме һуң? - Шып
туҡтаны Дәрис.
- Ҡуй, әле! Юҡ менән баш ҡатырма! Тым, бәпесем, тым. Егет кеше шулайтып илап
ятамы? Бөгөн һиңә ете ай бит. - Баш менән ир ҡайғыһы китте ҡатындың – әлегә ошо йән
эйәһен әүрәтеп, әҙгә булһа ла тынсытыу уйында.
- Ете ай шул, ете ай. - Дәрис сәңгелдәккә төбәлде лә шымып ҡалды.
… Көтөп алған бәпестәре сырхау булды. Ҡайһы ере ауыртҡанын да, нисек
ауырығанын да белмәҫһең - илапмы илай. Күрер күҙгә һау-һаҡ һымаҡ та. Теремек кенә:
дүрт айынан ултыра башланы. Кәйефе килгәндә, үтә ҡулсыр. Тик бына бер башлаһа,
күҙҙәрен йомоп ала ла, хәлдән тайғансы ярһый. Алты айынаса ошондағы ҡала
табиптарының күҙәтеүе аҫтында булдылар. Әленән-әле анализдар биреп торҙолар. Теүәл
бер ай элек республика гематология поликлиникаһында үҙҙәрен дә, баланы ла ентекле
тикшерҙеләр. Диагнозы әлегә билдәһеҙ тип, ят-ят дарыуҙар яҙҙылар. Ҡайтҡас, бындағылар
ҙа бер хәбәрҙе тылҡынылар.