Бауырһаҡты һәр кем үҙенсә бешерә.
Һәр төрлө рецептарҙы уҡый торғас, мин дә тәүәккәлләнем бит әй! Туң йомортҡалар кәрәк тигән рецепт этәргес булды. Дөрөҫөрәге - ғинуар айының берҙән-бер һыуыҡ көнө 29-ында һарайҙа йомортҡаларҙың туңып ярылып ятыуы.
Шулай итеп, 5 туң йомортҡаны әрсеп, иретергә ҡуйҙым. ИРтәнсәктән төшкә ҡәҙәр яттылар. Шунан миксерҙы эшкә ҡуштым, ағарып күпергәнсе. 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, бер семтем сода (һүндереп), туңмаған йомортҡа һалып, тағы миксер менән әйләндерәһең, 5 минут самаһы. Шунан әҙ-әҙләп он һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫаһың да таҫтамал ябып ял иттерәһең (минеңсә, ошо бик мөһим. Ҡамыр шулай ятып торһа, матур була, өлгөрөп етә). Аҙаҡ әҙ-әҙләп ҡамыр йомарламдарын алып, таҡтала бауҙар эшләйһең. (Элек моҡом бешергәндә ул эште әнейем беҙгә ҡуша ине). Үҙең теләгән ҙурлыҡта ҡырҡып сығаһың.
Иң мөһим мәл – бешереү процесы. Бында инде оҫта хужабикәләрҙең кәңәшен тотоу мотлаҡ. Һауытҡа май һалып, әкрен утҡа ҡуябыҙ. Бауырһаҡтарҙы һауытҡа төшөргәндә, май йылымыс булырға тейеш.Бер өлөшөн төшөрөп бөткәс, газды асыңҡырайбыҙ ҙа сирек стакан һыу ҡоябыҙ. Утты көсәйтәбеҙ. Болғата-болғата бешерәбеҙ. Ҡатынҡырағаны һиҙелә башлаҙа, бер бауырһаҡты алып тикшерергә мөмкин: шиңмәһә – тимәк, бешкән!
Майҙы һыуытырға ҡуябыҙ – быныһы ла мотлаҡ: икенсе өлөшөн артынса уҡ бешерергә төшөргәйнем – ярылып бөттө. Майҙы икенсе һауытҡа бушатып, төбөнә ултырғанын түгеп, яңынан ҡойорға, тәүҙәге кеүек үк һыу һалырға һәм бешерергә.
Сиропты ла сәк-сәктеке кеүек әҙерләйһең: 1 стакан песокка саҡ ҡына һыу ҡойоп иретәһең дә күпереп ҡайнай башлаһа, утты һүндереп, 2-3 ҡалаҡ бал ҡушып ебәрәһең. Аҙаҡ бауырһаҡтарҙы аҙ-аҙлап манып алаһың. Кәбән итеп өйөп ҡуйырға ла була. Сәйегеҙ тәмле, көндәрегеҙ йәмле булһын!