Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Февраль 2020, 23:00

"75 билдәһеҙ факт" акцияһы

"75 билдәһеҙ факт. Башҡортостан Республикаһы һуғыш йылдарында"Ошо исем аҫтында "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата акция иғлан итте.

"75 билдәһеҙ факт. Башҡортостан Республикаһы һуғыш йылдарында"

Ошо исем аҫтында "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата акция иғлан итте.

3 февралдән алып bash.news сайтында һәр теләүсе республиканың һуғыш мәлендәге бер кем дә белмәгән йәки аҙ өйрәнелгән факттарын анкета итеп тултыра ала.
Акция бер нисә этапта үтә:
- 3 февралдән алып 20 апрелгәсә сайтта анкетаны тултырып, фактты ебәрергә;
- 4 майға тиклем был факттарҙы эксперт комиссияһы эшкәртәсәк. Уға тарихсылар, журналистар һәм БР йәмәғәт ойошмалары вәкиләре инәсәк. Һөҙөмтәлә белгестәр 75 иң ҡыҙыҡлы һәм оригиналь факттан исемлек туплаясаҡ.
Иң сағыу тарихтар телетамашасыларға 9 майҙа БЮТ телеканалының тура марафонында күрһәтеләсәк.

Нимәһе иғтибарға лайыҡ - bash.news сайтына аҙаҡтан исемлеккә ингәндәрҙән тыш, бөтә ебәрелгән факттар ҙа урын аласаҡ.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас: