Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, иртәгә, йәғни 4 февралдә көндөң болотло булыуы, епшек ҡар, урыны менән ямғыр яуыуы көтөлә. Епшек ҡарҙың электр сымдарын һәм ағастарға һырылыуы, юлдарҙың тайғаҡ булыуы мөмкин. Ел көньяҡтан секундына 9-14 метрға, урыны менән 15-20 метрға етеүе бар. Һауа температураһы төндә 0; - 5, көньяҡ-көнсығышта -10 градусҡа тиклем, ә көндөҙ +2; -3 градус булыуы көтөлә.