БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының “Бәйләнештә” төркөмөндә 10 варианттан береһен һайларға ине. 3,348 кеше үҙ тауышын биргән. Шуларҙың 585-е (бөтә тауыш биреүсенең 17,47 проценты) бер һүрәткә - 7-се һүрәткә лайыҡ ҡуйған, был – иң ҙур күрһәткес.
Тимәк, фотолағы һүрәт йылдың эстәлегенә тура килерлек, тип тапҡан халыҡ. Нисек, оҡшаймы?
Башҡортсалап тороп матур итеп, хатаһыҙ ғына яҙып та ебәрһәк... Әгәр етәкселек тә хуплаһа. Шунан рәсми иғлан итергә лә була.