26 ғинуар Ғилман ағай Ишкинин, үҙе иҫән булһа, 55 йәшен билдәләгән булыр ине… Мин уны туғандарса ағай тип әйтәм, сөнки ул беҙҙең өйгә йыш ҡына килә торғайны, әтейем – Хәсән Ғәлиәкбәр улы менән тормош тураһында һөйләшерҙәр ине. Уның менән осрашыуҙар ҙа үткәрҙе әтейем үҙе эшләгән Иҙәш мәктәбендә. Ауырып, Өфөгә дауаханаға ятырға тура килгәндә лә, Ғилман ағайҙың әтейем янына килеп, хәлен белешеп йөрөүе уның ябайлығы, кешеләр менән ихлас булыуы тураһында әйтә. Уның тураһында күпте һөйләргә була. Һүҙҙе Ғилман Ғирфан улы менән яҡындан таныш булған, 10 февралдә район мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ уның Хәтер кисәһен башлап ойоштороп йөрөүселәргә бирәйек.
Шағирҙың ауылдашы Радмир Дәүләтбәков уҙасаҡ кисә тураһында, әлбиттә, бөтәһен дә асып бөтөрмәне:
Сарала Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, яҡташыбыҙ Азамат Юлдашбаев, Ғилман ағайҙың дуҫы Лариса Абдуллина, ҡатыны, Ғилман ағай ҡулына алып, һөйөп тә, тыуып та өлгөрмәгән, хәһер инде 8 йәшен тултырған улы, актерҙар – кейәүе Шәһит Хамматов һәм яҡташыбыҙ Радмир Абдуллин ҡатнашасаҡ. Тағы нимәләр буласаҡ? Уныһын инде йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр килеп күреүең яҡшы булыр, тип уйлайым. Район китапханаһы директоры булып эшләгән осоронда китапханала, мәҙәниәт усаҡтарында Ғилман Ғирфан улы менән осрашыуҙар ойоштороп йөрөгән Нәзирә Кәримова ла иҫтәлектәре менән бүлешә:
Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай был турала белә, ә һеҙ белә инегеҙме...
– Уның ижады башҡорт шиғриәтендә яңы йүнәлеш асҡанын...
– Ғилмандың шағир ғына түгел, театр белгесе лә, йырсы ла, рәссам да, төҙөүсе лә булғанын...
– Әлеге ваҡытта “Йәйәүле буран” проектында Ғилман Ишкининдың шиғырҙарын уҡығандарын..
– Башҡортостан яҙыусылар Союзы менән район хакимиәте йәш ҡәләмдәштәр өсөн “Ҡорама” тигән конкурс ойоштороуын һәм буласаҡ кисәлә еңеүселәрҙе билдәләргә уларҙың килерен...
– ”Китап” нәшриәтенең “Сыңрау торна” серияһында иң беренсе булып Ғилман Ишкининдың “Мин, бәлки, урап та килмәҫмен, ай, алыҫ аралар, ай, йыраҡ” шиғри йыйынтығы сыҡҡанын..
– “Һин минән шағир яһаның,
Ә мин һинән – алиһә”. Мөхәббәт тураһында ошонан да матурыраҡ әйтеп буламы...
– Районыбыҙҙың гимнына әүерелгән “Ейәнсура” йырының һүҙҙәрен дә, көйөн дә Ғилман Ишкинин яҙғанын...
– Изге Рамаҙан айын данлаған “Рамаҙан” йырының авторы ла ул икәнен... “Әйлән-бәйлән”, “Мөхәббәтле телефон”, “Һанамағыҙ киткән...” һ.б. йырҙары танышмы...
Әгәр ҙә белмәһәгеҙ, ишетмәһәгеҙ, күрмәһәгеҙ, килегеҙ хәтер кисәһенә! Үҙегеҙ өсөн иҫ киткес донъя асырһығыҙ. Ғилман Ишкинин донъяһын…”
Шулай уҡ уның менән яҡшы таныш, аралашып Нурия апай Ҡунысбаева ла Ғилман ағай тураһында хәтирәләре менән бүлеште:
Шиғриәтебеҙҙең атылған йондоҙҙары Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла, Буранбай Исҡужин, Рәмил Ҡолдәүләт, Ғилман Ишкинин... Уларҙы ваҡыт үткән һайын нығыраҡ асаһың, һағынаһың... Яҡташыбыҙ, шағир Ғилман Ишкинин ҡапма-ҡаршылыҡлы кеше ине. Балаларса бер ҡатлылығы менән берсә арбаһа, берсә ир-егет саялығы, ҡырыҫлығы, киҫкенлеге менән шаҡ ҡатыра ине. Шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡып,булмышын хәтерләп, уны, ниңәлер, суфый шағирҙар иҫәбенә индерәм. Үткер телле, тура һүҙле, үҙ ҡарашын һәр саҡ ҡыйыу яҡлаусы, фәйләсүф булыуы, социаль протест ноталары булыуы, иман юлында йыуаныс, күңел тыныслығын табырға ынтылыуы, кешеләрҙең кешелеклелеген дан-дәрәжә, байлыҡ-муллыҡ буйынса түгел, рухи донъяларын ҡарап билдәләү яғында булыуы, ябай кешеләр менән аралашыуға ынтылыуы, ...булыуы, лыуы, уы (Ғилманса булһын әле). Әле лә күҙ алдында: елкәһендә аҫылмалы сумка-ҡумта, унда китап. Үҙенең ауыр мәлдәре күп булһа ла, һуңғы тинен сығарып бирергә әҙер.
Суфыйсылыҡтың дүрт рухи баҫҡысын үтмәһә лә, уларға яҡын итеп күрәм уны... Әммә ул бер ваҡытта ла суфый булманы.
Тормошо ла, ижады ла ҡалыптарға һыйманы. Әммә....
Барыһын да асып бөтмәйем әле. 10 февралдә үтәсәк хәтер кисәһендә асырбыҙ Ғилман Ишкинин асылын. Килегеҙ!
Ғилман ағай әҙәбиәт донъяһына килде, күренде, балҡыны, донъяға һоҡланды, бик күптәрҙе таң ҡалдырҙы һәм баҡыйлыҡҡа күсте. Тормошҡа ашмаған хыялдары, яҙылмаған шиғырҙары ҡалды…