Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Февраль 2020, 19:00

Ауылдаштарым да өлөш индерҙе

Бөйөк Еңеүгә – 75“Улар Еңеү яулашты” конкурсынаАуылдаштарым да өлөш индерҙеМин Ағурҙа ауылынан Марҡабаев Ғәлей Муллағәлей улы булам, 1935 йылғымын. Минең ҡартатайым Марҡабаев Саҙрыйҙың өс улы ла һуғышҡа алына, улар тураһында айырып яҙып үтәм.

Бөйөк Еңеүгә – 75
“Улар Еңеү яулашты” конкурсына
Ауылдаштарым да өлөш индерҙе
Мин Ағурҙа ауылынан Марҡабаев Ғәлей Муллағәлей улы булам, 1935 йылғымын. Минең ҡартатайым Марҡабаев Саҙрыйҙың өс улы ла һуғышҡа алына, улар тураһында айырып яҙып үтәм.
Минең атайым Марҡабаев Муллағәлей, 1901 йылда тыуған. 1939 йылда Күгәрсен ауылында РКШ-ла (рабоче-крестьянская школа) бригадир, счетовод, ветеринар кеүек төрлө һөнәргә уҡыталар. Атайым менән бергә күршеһе Үтәмишев Бәҙри ағай ҙа була. Береһе счетовод һөнәрен алып, икенсеһе ветеринарға уҡып сыға. Атайым “Искра” колхозында счетовод булып эшләне, келәт мөдире лә, һатыусы ла, бер аҙ Элмәле ауылында “8-се Март” колхозында счетовод та булды. Бәҙри ағай Үтәмишев “Искра” колхозында ветеринар булып эшләне.
1941 йылда һуғыш башланыуы бөтә кешене ҡайғыға һалды. Ул йылдарҙағы ваҡиғалар урыҡ-һурыҡ булһа ла күҙ алдында.
… Бына бер һыбайлы ағай йән-фарман саптырып килеп, атай эшләгән контораға туҡтаны. Повестка тараттылар, илаштылар. 1941 йылдың декабре ине. Атайымды ҡартатайым Һарыҡташҡа алып китте. Икенсе көнө атайымдың кесе ҡустыһы 1913 йылғы Сәлмән ағайым ҡайтып төштө. Мин йүгереп барып индем, ул сисенеп тә өлгөрмәгән ине. Шинель кейгән, башта йондоҙло бүрек, ҡылыс таҡҡан, билендәге ҡайышта кобура күренә. Ҡайышына янбашына нәҙек ҡайыш төшөрөлгән ине. Ҡаруанһарайҙа уҡып сыҡҡан уҡытыусы ине. Үзбәкстанда һәм Үрген ауылында уҡытҡан. “Хәтер китабы”нда уны Вологдала ерләнгән тигәндәр. Хәрби звание – офицер составынан.
Атайымдың ҡустыһы Шәғәле 1911 йылғы, ул да Ҡаруанһарайҙа уҡыған. Ҡаҙанда хәрби училищела булып лейтенант званиеһында һуғышҡа инә, һәм 1945 йылда һуғыш бөткәс ҡайта. Тәүҙә Биштирәктә, һуңынан Элмәлелә йәшәп, шунда ерләнә.
Атайымдың өс мөйөшлө хаттары килеп торҙо, бер хатында: “Мендем турат биленә, киттем герман еренә, герман ере йәшел үлән, әллә ҡайтам, әллә үләм,” – тип яҙған. Ул һуғышҡа 1941 йылдың декабрендә 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияның 294-се атлы кавалерия полкында һуғыша (командиры майор Т.Т. Кусимов) Брянск фронты йүнәлешендәге – Брянск өлкәһе, Полятинский районы Алёшка ауылы янындағы һуғышта 1942 йыл 15 июндә батырҙарса һәләк була һәм ерләнә.
Һуғышҡа аттарҙы һайлап бөттөләр, бер ат Һарыҡташтан ҡайтып килде, янбашына РККА тип яндырып тамға һуҡҡандар. Шулай итеп атайҙар, йәш кенә ағайҙар һуғышҡа алынып бөттө. Колхоз менән идара итеү өлкән быуындағы олатайҙар ҡулына ҡалды. Һуғыш ваҡытында колхоз ярлыланды, колхозсылар ҡоро таяҡҡа эшләне. Ярай әле тауҙарҙа, яландарҙа йыуа, ҡуйсан, әтмәкәй, һарына, ҡуҙғалаҡ, ҡуянтубыҡ үҫте, туғайҙарҙа бәпкә көпшәләре менән туҡландыҡ, әселәрен ашап, эсебеҙ ҡызлап китә торғайны. Ер тырматырға кешеләрҙең һауын һыйырҙарын егеп ҡаранылар. Иртә яҙҙан ағас быстыҡ 10 см оҙонлоғонда, уны чуркаға эрерәк итеп апайҙар-ағайҙар ярҙы. Чурканы бейек итеп ҡурыстан үрелгән ҙур кәрзиндәргә тултырып ҡоро ерҙә һаҡланылар. Был чурканы газгенератор “Нати” тракторы яғып йөрөнө. Тракторҙа Элмәле ауылынан Дәүләтшин Әхмәт еҙнәй эшләне. Һуғыш ауырлыҡтары барыһының елкәһенә төштө. Өйҙә һәндерә яһап, фронт өсөн йоҡа ғына итеп картуф киптерҙек. Апайҙар ҡулъяулыҡ сиктеләр, кисет тектеләр баулап, махорка сәстек, киптереп онтаныҡ танауҙы бәйләп. Һәр йортҡа налог һалдылар: 9,50 кг иреткән май, 70 кг ит иҫәбенә быҙауҙарҙы алып торҙолар. Йәй көнө ҡара ҙур һыйыбыҙ көтөүҙән ҡайтып тәгәрәне. Бабайҙар тиҙ генә һуйҙылар, итен Сәғит ауылы кешеләренә налог өсөн бүлеп яҙҙылар. Артынан Сәғиткә күп йөрөнөк – береһе лә түләмәне. Ҡырҙан эштән әсәйҙәр, апайҙар, ағайҙар төн уртаһында ҡайта торғайнылар. Ураҡ урғанда минең әсәйем Хәҙисә һәм Мөнирә инәй хатта гектарға еткерә торғайны, уларға етеүсе булманы. Тылда ҡартайҙар, әсәйҙәр, ағайҙар, апайҙар ныҡ ауырлыҡ кисерҙе аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрҙө. Апай-ағайҙарҙы Ергәйеш ауылына буксирға аттары, һабандары менән ебәрҙеләр. Сабаталары туҙып ялан аяҡ йөрөгәндәр. Күрше генә Ғәббәс ағай ныҡ һалҡын тигеҙеп ауырып, яҡты донъянан китеп барҙы. Бигерәк тә йәштәр ныҡ егелде. Үҙемә лә үгеҙ етәкләп, ат башында йөрөргә туры килде.
Тыл ветерандары: Марҡабаева Хәҙисә һәм уның ҡыҙы Марҡабаева Камила, Бәҙәрғолова Мөнирә, Борханбаева Хәмдиямал, Йәрмөхәмәтова Ғәйшә, Аҡбутина Рабиға, Иҫәнбаева Раҡия, Марҡабаева Бибикамал һәм Бибинур, Ҡәҙерғолова Маһия, Марҡабаева Фатима, Күсәрбаева Латифа, Сычёва Анна, Ҡәҙербәкова Фатиха (Хәкимә, Маһинур фамилиялары билгеһеҙ), Үтәмишев Хөснитдин, Йәрмөхәмәтов Миңнегәрәй, Бикмөхәмәтов Аллабирҙе, Бикмөхәмәтов Һиҙиәт, Аҫылғужин Мәхмүт, Марҡабаев Әхмәҙулла, Борханбаева Ғирфан һәм башҡалар. Хәҙер шуларҙың икәүһе иҫән-һау. Береһе минең апайым Маҡарбаева (Юлдыбаева) Камила, Элмәле ауылында йәшәй, 91 йәш. Икенсеһе Бикмөхәмәтов Аллабирҙе Салауат ҡалаһында йәшәй. Уларға һаулыҡ теләргә генә ҡала.
Бына шулай, ауылдаштарым да аслыҡтар аша көн-төн эшләп, еңеүҙе яҡынайттылар. Күп кенә ағайҙарҙы, апайҙарҙы, олатай-әсәйҙәрҙе йәйәү Йылайыр төрмәһенә алып үттеләр погонлы часовойҙар автомат менән. Бер мәлде, әсиргә төшкән немецтарҙы машина менән алып үткәндә, ауыл уртаһында туҡтанылар. Өйҙәргә таралышып, хәйер һорайҙар, үҙҙәренсә суҡыналар, ә бында үҙебеҙ ас ултырабыҙ. Бына часовойҙар свистогын һыҙғыртып ебәргәйне, улар “һә” тигәнсе машинаға менеп ултырҙы. Тағы ЗиЛ-5 машинаһында немецтарҙың офицерҙарын алып үттеләр. Быларын инде туҡтатмайынса.
Ҡәҙерле редакция! Мин ошо күргәндәремде уҡыһындар өсөн яҙҙым.
Ғәли Марҡабаев, хеҙмәт ветераны. Ағурҙа ауылы.
Читайте нас: