Һауа торошо йыш үҙгәреү сәбәпле, биналарҙың ҡыйыҡ баштарынан ҡар шыуып төшөүҙән, боҙбармаҡтарҙан һаҡланырға кәрәк.
Гәзит-журналдар, зәңгәр экрандар аша ҡар ишелеп төшөү, боҙбармаҡтар төшөп, кешеләрҙе йәрәхәтләүе, хатта үлем осраҡтары тураһында ишетеп-күреп торабыҙ.
Ҡыйыҡта йыйылған ҡар массаһы бик хәүефле. Боҙбармаҡтар ғәҙәттә һыу юлы урындарында барлыҡҡа килә, шуға был урындарҙы урап үтергә кәрәк.
Үҙегеҙ ҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡулланығыҙ, күңелһеҙ ваҡиғаға осрарға тура килмәҫ: китеп барғанда өҫтә ниндәйҙер тауыш ишетһәгеҙ, туҡтап, ни булғанлығын асыҡларға тырышмағыҙ, юғарыға ҡарамағыҙ. Йүгерергә лә кәрәкмәй, ә тиҙ генә йорт стенаһына һыйыныу хәйерлерәк. Автомобилдәрегеҙҙе йорт эргәһенә яҡын ҡуймағыҙ.
Имгәнеүҙән һаҡланыуҙың ҡайһы бер ҡағиҙәләре:
- Ҡар ишелеү ҡурҡынысы булған биналарҙың ҡыйыҡ аҫтынан йөрөмәгеҙ, балаларға ла унан йөрөүҙе тыйығыҙ;
- Ҡыйығынан ҡар аҫылынып торған биналар эргәһендә тормағыҙ;
- “Хәүефле урын”, “Ҡар ишелеү ҡурҡынысы янай”, “Бынан йөрөү тыйыла” тип киҫәткән билдәләр ҡуйылған биләмәләрҙе урап үтегеҙ.