Уҙған ял көндәрендә Бөрөлә ике кеше сәйер шарттарҙа яҡты донъя менән хушлашҡан. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы сығанаҡҡа һылтанып
хәбәр итеүенсә, бер бүлмәле ҡуртымға алынған фатирҙа 19 йәшлек егет үле килеш табылған. Ә 14 йәшлек ҡыҙ иҫһеҙ ятҡан. Ул дауаханаға оҙатылған, ләкин иҫән ҡалмаған.