Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Февраль 2020, 20:00

Шөкөр ҡылам...

Яңыраҡ ҡына мәңгелеккә юл алған Ағинәйебеҙ Ейәнғолова Хәмиҙә Һибәтулла ҡыҙының ошо шиғри юлдарын күптәр ишеткәне булғандыр. Ҡөрьән аштарында гел яттан әйтер ине ул. Хәтере шәп ине шул инәйҙең. Күптәрҙең һорауы буйынса тәҡдим итәбеҙ. Башҡа мөнәжәттәрен дә яйлап бирербеҙ. Бәлки, уларҙың авторы ла барҙыр. Әммә беҙ 90-сы йылдарҙа, дингә иғтибар арта башлаған осорҙа, нәҡ Хәмиҙә инәйҙең ауыҙынан ишеттек. )) Инәйҙең рухы шат булһын! Ул ошоларҙы гел таратырға ҡуша ине...Аллаһыма шөкөр ҡылам – Иҫәнлек биргәненә,

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Иҫәнлек биргәненә,
Аяҡтарым йөрөгәнгә,
Күҙҙәрем күргәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Биргән ниғмәттәренә,
Аяттарҙы ятлар өсөн
Зиһендәр биргәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Яҡты көн биргәненә.
Күктән ямғырҙар яуҙырып,
Иген үҫтергәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Ҡараңғы төндәренә.
Намаҙҙарҙы уҡыр өсөн
Ярҙамын биргәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Ураҙа биргәненә.
“Бәндәләрҙең гонаһтарын
Ярлыҡайым”, — тигәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Аҡ ҡарлы ҡыштарына.
Йәйге матур ал таңдарҙа
Һайраған ҡоштарына.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Сабырлыҡ биргәненә.
“Түҙемлектең сауаптарын
Ҡайтарам”, — тигәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Иманға килгәнемә.
Намаҙ ҡылып, Ҡөрьән уҡып,
Тыныс көн күргәнемә.
Читайте нас: