Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Февраль 2020, 00:00

Бәхетле булырға бойорам!

Ҡыҙ менән егет матур ғына дуҫлашып киттеләр . Егет яусы ебәреп , ҡыҙҙың ата әсәһенең ризалығын да алғайны .Көҙгә туй яһарға килешелгәйне инде .Бер береһенең һөйөүенең ныҡлығына , биргән вәғәҙәләренең мәңгелеккә икәнлегенә ышанған ҡыҙға ,Ҡорманғәленең ҡапыл ғына икенсе ҡыҙҙы кәләш итеп алыуы , аяҙ көндө күк күкрәгәндәй тойолдо .Ғорур ҡыҙ һыр бирмәҫкә тырышты. Йәне көйһә лә эске кисерештәрен тышҡа сығарманы . Һинһеҙ ҙә йәшәрмен тигән уйҙы күңелендә нығытты .

Ҡорманғәле менән Шәүрә ауыл клубында танышҡайнылар. Шәүрә әхирәте Гөлсирә менән уларҙың ауылына ҡунаҡҡа килгәйне .
Оҙон буйлы, бөҙрә сәсле сибәр егет , бәләкәс кенә , йөҙөнән йылмайыу китмәгән Шәүрәне тәү күреүҙән яратты .
Оҙон сәстәре яурыны буйлап таратылған , билле зәңгәр күлдәк , тағалы ялтыр ҡара туфлиҙары үҙенә килешеп торған ҡыҙ , уртала орсоҡтай өйрөлә ине.
Тыҡылдата баҫып бейеүсе ҡыҙ күптәрҙең һушын алғандыр .
Ҡыҙ менән егет матур ғына дуҫлашып киттеләр . Егет яусы ебәреп , ҡыҙҙың ата әсәһенең ризалығын да алғайны .Көҙгә туй яһарға килешелгәйне инде .
Бер береһенең һөйөүенең ныҡлығына , биргән вәғәҙәләренең мәңгелеккә икәнлегенә ышанған ҡыҙға ,Ҡорманғәленең ҡапыл ғына икенсе ҡыҙҙы кәләш итеп алыуы , аяҙ көндө күк күкрәгәндәй тойолдо .
Ғорур ҡыҙ һыр бирмәҫкә тырышты. Йәне көйһә лә эске кисерештәрен тышҡа сығарманы . Һинһеҙ ҙә йәшәрмен тигән уйҙы күңелендә нығытты .

Автобусҡа өлгөрәйем тип югереп килгән ҡыҙҙың юлын Ҡорманғәле бүлде .
- Шәүрә , һаумы ! - ҡасандыр үҙе өсөн ҡәҙерле булған , бөгөн килеп ситкә әйләнгән егеткә һауалы ғына күҙ ташланы ҡыҙ :
- Һау булмаһам , доктор түгелһеңдер әле .
- Шәүрә , аңлашайыҡ әле ,зинһар тыңла мине , яңылыштым бит.
- Аңлашһаҡ нимә үҙгәрә ? Егеттәр бөтмәгән ! Һинән дә яҡшыраҡты табырмын әле !
Ҡыҙ асыулы һөйләште . Егет нимә эшләргә белмәгәндәй , башын түбән эйҙе , баҫалҡы ғына әйткән булды :
- Ней булһа ла шулай булһын инде , Шәүрәкәй .
Бәхетле булырға бойорам һиңә !
- Бойорорға һин кем ? Үҙеңә бойор .
Ҡыҙ автобусҡа инеп китте , үҙәге өҙөлгән егет тороп ҡалды вокзалда .
Был уларҙың һуңғы күрешеүе булды .
Бер - береһен өҙөлөп яратыусы ике йәш йөрәктең юлдары айырылды . Бәлки . Һәр береһе үҙенә хоҙай тарафынан һыҙылған юлдан киткәндер .
Шәүрә лә яңғыҙ ҡалманы , үҙ насибын осратып тормошон ҡорҙо .
Бер - бер артлы балалар доньяға килде .
Ҡатын - ҡыҙ донья тотҡаһы тиҙәр . Үҙен тотошлайы менән хәләл ефетенә , балаларына , ғаиләһенә арнаған ҡатын - ҡыҙҙың үткәндәрҙе уйлап , нимәгәлер ҡайғырып ултырырлыҡ ваҡыты булмайҙыр ул .Шәүрә лә үҙ тормошона риза булып йәшәй бирҙе .

Дуҫ егете Таһирҙың туйына кейәүеңгәре булып барғайны Ҡорманғәле .
Туй матур үтте .Туйҙың матур һәм күңелле үтеүендә ,кейәүеңгәренең роле ҙур икәнен барыһы ла беләлер.
Шаян , йор һүҙле кейәүеңгәрене еңгәләр бик оҡшатты .
- Бикәстәр күп , быны ысҡындырмаҫ кәрәк - тип көлдө береһе .
- Кейәү итәбеҙ беҙ һине , кейәү - тип сыр - сыу килгән еңгәйҙәрҙең ыңғайына һыпырып , шаярып йөрөгән егет , ҡайҙан белһен уйындан уймаҡ сығырын ?
Баҫып , өтөп алып килгән еңгәйҙәргә ҡаршы торорлоҡ көс бармы ни ул ?Егет иҫереп китте .Иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан тигәндәй ,үҙенә сат йәбешеп алған Сәриә исемле ҡыҙҙы ҡосағынан ысҡындырманы .
- Өйләнәм , хәҙер үк апҡайтам - тип ысҡындырҙы .

Иртәнсәк Ҡорманғәле башы сатнап ауыртыуға уянып китте .Етмәһә , төндә уның муйынын йылан быуҙы .Ҡап ҡара , беләк йыуанлығындағы йылан .Муйынына шундай итеп уралды , егет үлдем тигән ерҙән , ҡапыл уянды .Уф, ярай әле төш кенә булған икән .
Үҙен һыға ҡосаҡлап ,йоҡлап ятҡан ят ҡыҙҙы төрткөләп уятты .
- Һин кем ?Бында нимә ҡарап ятаһың ?!
Егеттең асыулы күҙ ҡарашынан шөрләй төшкән ҡыҙ , күҙен асып йомоп тик ултырҙы .
- Нимә күҙеңде бескелдәтәһең ? Телең юҡмы әллә , кейен дә шыл бынан - тип ыҫылдаған егеткә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмаған ҡыҙ , сеңләп илай башланы .Эштең айышына төшөнгән әсәһе үҙен әрләп бөтә алманы .Аһ , аһ . Кеше шул тиклем дә аңра булмаҫ тип , терһәген тешләрҙәй булды .
Бөгөн төндә иҫерек Ҡорманғәлеһе ишекте шар асып ҡайтып инде .
- Әсәй ,килен апҡайттым , ҡаршы ал тип ҡысҡырған ыңғайға , түрҙән яҫтыҡ алып , буласаҡ килененең аяҡ аҫтына ташланы .
- Төклө аяғың менән , килен !
Урынды ла бергә һалғайны шул .Айығып , йөҙө йәмрәйгән улын күреү менән , әсәнең йөрәккенәһе һулҡылдап һыҙларға тотондо .
Ай , алла . Ай , алла .Мәғәмүрә инәй аҙарынып бөтә алманы .Һуң улының иҫерек икәнен күрә тороп , белмәгән күрмәгән ете төн уртаһында эйәреп килгән ҡыҙға ҡушып һалып ҡуйған үҙе түгелме ? Ғүмеренең аҙағына тиклем әсәһе үҙен ғәйепләне .
Ҡорманғәле ҡыҙға :
- Бар ҡайтып киттән башҡа һүҙ әйтмәне .Ҡыҙ илап тик ултырҙы .Атаһы уҫал ине егеттең .
- Берәүҙең балаһын алып ҡайтҡас , йәшәйһең .Аҡылыңды юйғанса эсмәҫкә ине !
Атай һүҙе хәл иткес булды .Уны ашаҡлап сығырға береһе лә баҙнат итмәне .

Сәриә лә бер гонаһһыҙ түгел ине .Туйҙа Ҡорманғәле менән етәкләшеп сығырға торғанында , кемеһелер әйтте :
- Уның яратҡан ҡыҙы бар бит . Көҙгә туй тип торалар .Һине тиңһенмәҫ ул .
Сәриә кешене тыңламаны .Ә һүҙҙәр дөрөҫкә сыҡты .Тиңһенмәне уны ире .Ғүмере буйына ла тиңһенмәне .Туҡмаманы ла өҫтөнән дә йөрөмәне .Сәриә бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәне . Ҡәҙимгесә йәшәнеләр .Ләкин , ире тарафынан яратылған ҡатындар кисергән бәхет уға тәтемәне .Ире бер ваҡытта ла уны ярһып ҡосағына алманы ,биттәренән ,күҙҙәренән шашып үпмәне . Яратманы уны Ҡорманғәлеһе , яратманы .Ғүмере буйы ғазапланып йәшәне Сәриә .Хатта йоҡо аралаш та башҡа исемде бышылдаған иренә асыуланып та ҡараны ул , тик тегеһе өндәшмәй ҙә ҡуя ине .

Иренең һалҡынлығына тәҡәте ҡороған Сәриә уҫаллашты ,яһилләште . Әммә Ҡорманғәленең йөрәге ,әйтерһең дә таштан яралған ине .Сәриә уны яулай ҙа еңә лә алманы .Еңмешләнеп айырылып әсәһенә ҡайтты . Ире килеп алыр тип уйлағайны ла ,яңылышты . Әсәһе ҡыҙын аңлай алманы .
- Кейәү эсмәй , тартмай , гүләйт итмәй .Аҡса таба ,доньяң шаулап тора ,нимә етмәй һиңә?! - тип ҡыҙын туҡтауһыҙ әрләне лә әрләне. Ахыр балаларын алып кире ҡайтырға мәжбүр булды ҡатын .
Үҙенең бәхетһеҙлегендә тик Шәүрә генә ғәйепле тип уйлаған бисара ҡатын , бер көндө иренә әйтмәй генә ,ҡустыһын яллап 80 саҡрымда ятҡан ауылға китте .
Туҡта ,барайым ,күрәйем .Ҡай ере минән артыҡ икән ,ул Шәүрә тигәндәренең . Ире ғүмере буйы онота алманы ла баһа шуны . Тетмәкәйен генә тетеп , йөнөн борҡотоп ҡайтайым әле мин ул бисураның , ятмаһын кеше ғаиләһен болғап тигән ярһыулы уйҙар менән йөрәкһеп барҙы ул барып еткәнсе.
Кешенән һорашып , эҙләп тапты Сәриә Шәүрәнең өйөн . Ҡапҡа төбөнә еткәс әҙерәк ҡыйыулығы кәмеп , ярһыуы баҫыла төштө .Тик сигенергә уйында ла юҡ ине .
Ишек алдындағы күҙҙең яуын алып ултырған аллы гөллө сәскәләргә иҫе китте Сәриәнең .Үҙенең ишек алдын күҙ алдына килтерҙе . Сәскә үҫтереү түгел , һепергәне лә юҡтыр әле .Ундағы ҡыйға эләгеп йығылмалы ,ире йәне көйһә кеше башы ғына юҡ бында тип әйтә торған. Сихырланғандай тора бирҙе .Ят ҡатынды тәҙрәнән күргән Шәүрә , ҡулдарын альяпҡыс итәгенә һөртә һөртә ҡаршы сыҡты.
- Һаумыһығыҙ , әйҙә түрҙән үтегеҙ .
Сәриә һаулыҡ һорашырға ла онотто . Өндәшмәй генә хужабикәгә эйәреп өйгә инде .Күҙ ҡараштары менән Шәүрәне энәнән ептән үткәреп тикшерҙе . Кәүҙәгә йәтеш кенә , тумалаҡ ҡатын .Иҫ китерлек бер нимәһе лә юҡ . Оҙон буйлы , һомғол Сәриә танауын сирҙы .Мин унан күпкә һылыуыраҡмын әле тигән уй югерҙе башынан .
Сәскәле өр яңы күлдәк кейгән ,сәстәре матур итеп йыйылған , күҙҙәренә һөрмә тартҡан ,ирендәрен ҡыҙылға буяп алған Шәүрәгә иҫ аҡылы ҡороп текләгән Сәриә , бергилке ауыҙ асып һүҙ башлай алмай интекте .Эстән генә , нишана , кеше өйҙә ирен буяп йөрөйме икән тип әрләне .
Төшкө аш мәле ине .Тәмле аш еҫе танауҙы ҡытыҡлай .Түңәрәк өҫтәлдең уртаһына ҡомалаҡ еҫтәре аңҡып торған , хуш еҫле мейес икмәге урын алды . Әллә бөгөн генә бешергән инде ? Икмәкте магазиндан ғына алырға яратҡан Сәриәнең , ауыҙынан һыуы ҡойолдо .
Эре киҫәктәргә туралған итле , картуфлы ҙур тәрилкә өҫтәлгә менеп ҡунаҡланы . Хужабикәнең аш һыуға бөтмөр икәнен тиҙ абайланы Сәриә . Тауҙай итеп ҡойолған ҡоймаҡ килеп ултырғас , уны нисек ҡойҙо икән йыванмай тип аптыраны . Ҡунаҡ саҡырғанмы ней , ике өс төрлө вәринйә , бал ,кәнфиттәр теҙелде .Хатта салат та яһаған бит әле .
Юююҡ , Сәриәнең улай өҫтәл әҙерләрлек оҫталығы юҡ . Йыванып китһә мундир картуф бешерә лә ҡуя ул . Ире өндәшмәй былай .Май ҡаймаҡ бар , йыл һайын һуғым да һуялар . Итте әҙләп кенә бешерә ул .Артығын һатып ебәрә .Балаларҙың да иткә иҫе китмәй , гел ҡыҙҙар булғас ней , күмәк булһалар ҙа тамаҡты ҡыҫа Сәриә .Ашаған эскән ауыҙҙа һәлберәп тормай , һинең нимә ашап йәшәгәнеңде кеше ҡайҙан белһен . Өйөн тултырып затлы мебель , келәмдәр йыйҙы Сәриә .Ҡыҙҙарын да ирен дә ҡурсаҡтай кейендерҙе ,үҙенән генә аҡса ҡыҙғанды ул . Әй , ярар , мине кем ҡараһын .Нимә кейһәм дә таныйҙар тип буяуы уңған керле күлдәк , галуш кейеп елдереп барып килә ул магазинға ла силсәүиткә лә .
Матур ғына ир килеп инде .Ҡунаҡ менән ҡул биреп һаулыҡ һорашты .Ҡатынының биленән ҡосаҡлап , битенән "әп " итеп алды .Тегеһе лә ҡуштан , иренә һырынып ҡына барған буласы .Кит , сит кеше алдында ул тиклем сөсөләнмәһәләр ҙә булыр ине , тип Сәриә екһенеп уйланы .Шау гөр килеп өс ҡыҙ югереп инде .Күмәкләп түңәрәк өҫтәлде уратып ултырҙылар .Хужабикә һалмалы боҫрап торған ашты тәрилкәгә һалып , иң беренсе иренең алдына ултыртты .Шунан Сәриәнең ҡустыһына , Сәриәгә , иң аҙаҡ балаларына һәм үҙенә һалды . Ҡалай бер ҡыҙыҡ бисә икән был Шәүрә . Кеше килһә Сәриә балаларын өҫтәлгә яҡын да юлатмай , ашты ла иң тәүҙә ҡунаҡтарға бирә . Был иң беренсе ирен ҡарай , уныһын ас ҡалыр тип ҡурҡамы икән .
Шәүрә улай былай үткән һайын ,иренә , балаларына яғымлы , һөйөү тулы ҡараштарын ташлап алырға ла ,иренең ҡулдарын һыйпап үтергә лә өлгөрҙө .Тамаҡ эскән арала ла иренә ярамһаҡланып өлгөрә түгелме ? Үәт , йылан . Уның Ҡорманғәлеһен дә шулай әүрәтәлер әле .Моғайын да анда бында күрешәләрҙер әле ,телефондан һөйләшәләрҙер .Сәриәнең йөрәген меңәрләгән ҡорттар кимерҙе .Шәүрәнең һәр бер хәрәкәтен күҙ яҙҙырмай күҙәтеп ултырған Сәриә бот сапты .
Юха , үәт юха .Ҡалай иренә йылмаңлаған була .Ҡоро , ҡатыраҡ холоҡло Сәриә Шәүрәнең ҡыланышын аңлай алманы .Хужа һуҙмаңлап ултырманы , тиҙ генә ашаны ла , бер сынаяҡ сәй һөрпөлдәтеп һемереп ,юхабикәһенең битенән тағы берҙе супылдатты ла сығып юҡ булды. Эшкә киттеме икән .Балалар ҙа тауыш тынһыҙ ашанылар ҙа сығып югерҙеләр ,сәй ҙә эсеп торманылар .Сәриәнең ҡустыһы ла рәхмәт әйтеп ,урамдағы эскәмйәгә сығып ултырҙы .

Өҫтәл артында икәүҙән икәү ҡалғас , Сәриә тамағын ҡырып һүҙ башланы .
- Бәхетлеһеңдер , әллә ҡайҙан күренеп тора .Ошо бәхетең етмәйме һиңә ? Кеше тормошон боҙоп ятаһың .
Шәүрә ҡунағына аптыраңҡырап ҡараны .
- Кемдең тормошон емерҙем икән ?Берәүгә лә зыян эшләгәнем юҡ шикелле .
- Ҡорманғәле мине яратмай . Һине онота алмай .Бушҡа түгелдер бит ?Һин бында ҡойроҡ болғап ятаһыңдыр ул .
Ҡапҡаһын асып ингәндән кемлеген дә һорашмай , түренә уҙҙырып , тәмле аштары менән һыйлап , асыҡ йөҙ күрһәтеп ултырған Шәүрәне ҡапыл ҡорт саҡтымы ней . Йылмайыуы һыпырылып юҡҡа сыҡты .
- Нимә тип мине ғәйепләй алаһың ? Теләһәм иреңде әллә ҡасан һалдырып алыр инем . Һиңә өйләнгәндән бирле ул кешенең доньяла бар икәнен дә онотҡанмын .Үҙең иҫләтмәһәң иҫләмәҫ тә инем , Шәүрә асыуынан сәсәне - анауынса ерҙән мине ғәйепләргә килдеңме ? Ғүмер буйы ҡосағыңда ятҡан иреңә ярай алмағанға кеше ғәйеплеме ?! -Шәүрә ярһып китте :
- Ғәйепте тик үҙеңдән эҙлә !
Көҙгөгә ҡарағаның бармы ? Исмаһам тырнаҡтарыңды ҡырҡыр инең .
Мөхәббәте надо заслужить ,завоевать!!!
Сәриә ер аҫтына төшөп китерҙәй булды .Тырнағы етеп киткән , кисә баҡсала соҡонғайны ,тупраҡ һырыған .Ярһыған саҡта тырнаҡ ҡайғыһымы ? Шуны күреп ултыра бит әле ,ҡалай алама .Үҙенә күрә түгел икән дә . Үҙе беләк буйындай ғына булһа ла теле ҡолас буйы . Ҡалай әсе тешләй , бөрсә , тип йәне көйөп уйланы Сәриә .

Ҡайтырға сыҡҡас та , юл буйы Шәүрәнең һүҙҙәре ҡолағында сыңлап тик торҙо :
-Мөхәббәтте надо заслужить !

Бер көндө кис ятҡас Сәриә иренә
- Нишләп һин мине яратмайһың ул ? -тигән һорау биргәйне .Ире һалҡын ғына :
- Һинең яратырлыҡ нимәң бар ? Яратыуҙы надо заслужить , тип яуап бирҙе .Икеһе һөйләшеп ҡуйғанмы ней ,ҡайһылай телдәре әсе .Сәриәнең күҙҙәренән йәштәре бәреп сыҡты .
Өйөнә ҡайтып ингәс , ҙур көҙгө алдына килеп баҫты .Көҙгөнән уға йонсоу , күҙ төптәрен сырыштар семәрләй башлаған, йылмайыуҙың ни икәнен онотҡан шөкәтһеҙ ҡатын ишараты ҡарап торасы . Аһ, был минме ней ул , Сәриә үҙен таныманы.Бындай ҡарасҡыны ниндәй ир яратһын ?!
Ҡолағына ҡупшы Шәүрәнең : ғәйепте үҙеңдән эҙлә тигәне салынғандай булды .Сәриә ярһып шифоньерҙағы барлыҡ кейемен иҙән уртаһына ауҙарҙы .Гел ир , балалар тип йәшәгән ҡатындың юнле кейеме лә юҡ икән дә баһа .Нух заманынан ҡалған кейемдәренә асыуланып ҡарап ултырҙы .
Иртәнсәк таң менән тороп малын көтөүгә ҡыуғас , ҙур ҡыҙына бойороҡтарын бирҙе лә Сәриә , мәңге бикле торған , үҙенән башҡа берәүҙең дә хужалығы булмаған һандыҡты асты .Иң төптә ятҡан ҙур ғына төргәкте ҡулына алды .Ире юнсел уның ,бөтә тапҡан таянғанын тиненә тин ҡатынына бирә .Ә Сәриә аҡса тота белә ,бер тинде лә елгә осормай ул .
Төргәкте асып,һанап та тормайынса , ҡыштырлап торған , тәмле ,үҙенсәлекле еҫле аҡсаларҙы , мул ғына итеп һурып алды ул.
Һәм сығып китте . Ҡайҙа тиһегеҙме ?
Ҡалаға . Баҙарға .
Баҙарға килеп ингән Сәриәне баҙарсылар , бер - береһенән йолҡоп алырҙай булып тартҡыланылар .Һәр береһе үҙенең әйберен тәҡдим итеп , артынан ҡалмай йәбешеп тиерлек йөрөнөләр .
Сәриә яратмай дегәнәк кеүек һырыған коммерсанттарҙы .Һатам тигәс тә , кешенең күҙенә инә яҙырғамы ни?
Үҙен йолҡҡолаусыларҙан йырылып , өндәшмәй йылмайып тороусы һатыусы янына килеп туҡтаны.
Иң беренсе , матур күлдәк һайлаясаҡ ул . Берәүҙе генә түгел ,икене . Юҡ , өстө .Кейеп ҡарай торғас , барыһын аптыратып биш күлдәк алды ул . Аҡсаң ғына булһын , баҙарҙа йәнеңә ни кәрәк барыһын да табып була .
Алыр әйберен алып бөткәс , биҙәнеү әйберҙәре бүлегенә инде .Ошоғаса буяныу әйберҙәре ҡулланмаған ҡатын әҙерәк баҙабыраҡ ҡалды .
Һәр бер клиентты тыны менән һурып алырҙай булып ултырған һатыусы ҡыҙ ,ҡорбанына тырнаҡтарын ысҡына алмаҫлыҡ итеп батырған ҡарсыға кеүек ине . Татлы тәмле теле менән арбаны ,бер алдына бер артына сыҡты .Был теге сепрәк һатып торған дегәнәк түгел инде .Арбалды Сәриә .Ҡалған аҡсаһына ҡутара биҙәнеү әйберҙәре тейәп ,үҙ үҙенән ҡәнәғәт ҡиәфәттә ҡайтырға сыҡты.
Көс хәл менән йөкмәнеп ҡайтып ингән әсәләрен , ҡоҙалай ҡаршы алды ҡыҙҙары .Сәриә үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр бар аҡсаны үҙенә тотоноп ҡайтҡайны.
- Әсәй , беҙгә бер нәмә лә алманыңмы әллә ? Ошолар вис үҙеңәме ? - Гөлиәһе әсәһенә ғәжәпләнеп текләне .Уны Гөлшат апаһы тыйҙы .
- Әсәйҙең бер юнле кейеме юҡ , алһа ни булған ?
Көҙгө алдында кейемдәрен кейеп ҡараған әсәләре янында ҡыҙҙар сыр - сыу килделәр .
- Әсәй , һин ҡалай матурһың ! Гел шулай йөрө.
Ҡыҙҙар шатлыҡтан ҡулдарын сәпәкәйләп ебәрҙе хатта , тел шартлатып һоҡландылар .
Шау - гөр килгән ҡатын - ҡыҙҙар отряды , өйҙәге берҙән -бер ир заты ,атайҙарының ҡайтып инеүен дә күрмәне .
- Бында ниндәй шайтан туйы бара ?
Биҙәнеп - төҙәнеп , матурланып баҫып торған ҡатынына аптыраған ир :
- Иртәгә ҡыҙыл ҡар яуыр микән - тип көлөмһөрәне .
Сәриә өндәшмәне . Туҡта , туҡта .Көлкөңдө яңыртырмын әле мин һинең , аяҡтарымды үберһең әле бер заман ,ошо уйҙар менән үҙен йыуатҡан ҡатын ,иренең сәнскеле һүҙҙәрен йотто . Мыҫҡыллы ҡарашын да күтәрҙе .

Эште Сәриә иң беренсе доньяһын рәтләүҙән башланы .Аҙна буйы өйөн йыуҙы ,йышты .Артыҡ бортоҡ кәрәкмәгән әйберҙәрҙе , яғырлығын яҡты , түгерлеген ҡыйлыҡҡа апарып ауҙарҙы .
Ҡатынында ниндәйҙер үҙгәреш барлығын һиҙенһә лә Ҡорманғәле өндәшмәне . Иртәнсәк тороп эшенә китте , ҡайтты .Ишек алдында үҙ эше менән булды . Ҡәҙимге көндәлек тормош дауам итте .
Ә Сәриәнең күңелендәге уйнаған дауылды бер кем һиҙмәне .
Өй эсен ялтыратҡас , ишек алдында эш ҡайнаны .Ҡыҙҙарға ла мул өлөш эләкте ,ирен дә екте Сәриә . Ғүмерҙә донья таҙалау кеүек эшкә күңел һалмаған ҡатынына аптырап бөтә алманы Ҡорманғәле .Сәриәһенә ниндәй ен ҡағылғанын аңламаған ир , мыйыҡ аҫтынан көлөп :
- Туйға әҙерләнәһеңме әллә ? - тип һүҙ башлағайны
- Эйе , һиңә икенсе бисә әпирәм .- Сәриә әсе телләнде ,ире , тағы берәй һүҙ әйтһәм нығыраҡ өлөш эләгер тип башҡаса өндәшмәне .

Доньяһын сыньяһау итеп гөлтләтеп ҡуйғас, Сәриә үҙен тәртипкә килтереү өҫтөндә тырышып эш башланы . Бөгәренә тиклем төшөп торған , остары асаҡайланып бөткән оҙон сәсен , биленән өҫтәрәк ҡалдырып ҡырҡтырҙы .Шулай оҙон көйө бөҙрәләттерҙе .Иртәнсәк тороу менән йыуынып , матур итеп кейенеп , биҙәнеүҙе ғәҙәт итеп алды .Нимә генә ҡыланһа ла күҙ алдынан Шәүрә китмәне .Минең ҡай ерем унан кәм , тип сәмләнгән Сәриә , ҡарап туймаҫлыҡ булып матурайҙы .
Ҡара таң менән көҙгө алдында иренен буяп торған ҡатынына ғәжәпләнгән ире
- Ҡайҙа йыйындың былай ? - тип һораны .
- Һыйыр һауа сығам .
- Һы ... ,ир ғәҙәтенсә көлөмһөрәне .

Көндән - көн үҙгәргән ҡатынына аптыраһа ла ,уның ҡыланыштары үҙенә лә оҡшай башлағайны инде .
Элеккесә ҡысҡырмай , әрләмәй ,игәмәй .Эштән ҡайтыуын да матур итеп өҫтәл әҙерләп көтөп тора . Элек әйләнгән һайын картуфтан башҡа нәмә белмәгән ҡатыны , һуңғы арала аш һыуҙы төрләндереп бешерергә оҫтарып алды .
Доньялары ла ялтлап китте .Ялтырап торған доньяға , тәмле аш еҫтәре сыҡҡан өйгә , етмәһә ҡупшыланып , һөйгән егетен көтөп торған йәш ҡыҙҙай ҡыланған матур ҡатын эргәһенә ҡайтып инеүе бигерәк күңелле икән ул .Ҡорманғәленең күңеле үҙе лә һиҙмәҫтән өйөнә тартылып ҡына торҙо .
Ауылдаштары ла күрҙе Сәриәләге үҙгәреште .Кемеһелер маҡтаны , икенселәре , һөйәркәһе барҙыр бушҡа осоҡланып йөрөмәйҙер әле ,тип ғәйбәт таратты .
Бергә эшләгән иптәштәре :
- Ҡорман , Сәриәңә ни булған ул ? Көндән - көн сәскә ата - кеүегерәк һорауҙар бирә башлағас , ирҙең күңелендә көнләшеү һымағыраҡ хис яралды . Элек үҙе әйләнеп тә ҡарамаған ҡатынына , бөгөн килеп сит - ят ирҙәрҙең һеләгәйен ағыҙып ,күҙ атыуын бөтә йөрәге менән теләмәй ине ул .
Бигерәк сибәр икән дә баһа Сәриәһе .Нишләп һуң ошоғаса иғтибар итмәгән ул?!
Сәйгә ултырғас ,ҡулын һыйпап алыуы, үткән һүткәндә ҡағылып китеүҙәре, йылмайып ҡарауҙары ирҙең һушын алды .
Ғүмер буйы бер түшәктә ятып, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән ҡатынын , балаларының әсәһен тәүгә күргәндәй ине Ҡорманғәле .
Ирен башҡаса теләһә ниндәй һорауҙар биреп йөҙәтмәне Сәриә .Үҙен яратыуҙы ла талап итмәне .
Үҙе башлап юл ярҙы ул бәхетле , һөйөү тулы тормошона .
Ишектән иренең башы күренеү менән ,тәү осрашҡандай ҡосаҡланы ,үбеп алды .Бер алдына бер артына сығып , иркә генә хәбәрен һөйләне .
Әле ҡасан ғына ,Шәүрәне юхалыҡта ғәйепләгән ҡатын , бөгөн үҙе шул алымды ҡуллана ине .
На войне все средства хороши тиҙәрме әле урыҫтар ?
Һөйөклө иренең йөрәген яуларға ынтылған ҡатындың хыялы тормошҡа аша бара ине инде.
Сәриәнең һөйөүенә ҡаршы тора алманы Ҡорманғәле лә .
Ирене , аҡылын юйыр сиккә етеп ғашиҡ булды , башын юғалтты .
Мәңгелеккә пленгә төштө Сәриә ҡосағына .

Бары тик ирен өҙөлөп яратҡан ҡатындар ғына ,матур һәм бәхетле ғаилә төҙөргә һәләтле .
Сәриә лә Ҡорманғәле лә бәхеттең етенсе ҡатындағылай йәшәнеләр .
Икәүләп кенә урман ҡырҙар буйлап йөрөп килеү , һыу төшөү , балалар йоҡлап бөткәс , айлы төндә баҡсалағы эскәмйәлә һандуғастай сутырлашып ултырыу , кемдәргә эләгә әле ул ?
Ҡойоп яуған ямғыр аҫтында , бала - саға кеүек кемдәр баҫтырышып йөрөр ?
Ә ҡышҡы бурандарҙа көрт йырып , ауыл урамдары буйлап парлашып кем үтер ?
Әлбиттә , бер - береһен өҙөлөп һөйгән ,ғашиҡ , хыялый йәндәр .
Һөйөү ун һигеҙҙә генә була тип уйлаһағыҙ , яңылышаһығыҙ .Ысын һөйөүҙе йылдар ҙа юя алмай . Өлкәнәйә килә кеше бер берен нығыраҡ ярата һәм ҡәҙер итә башлай .
Сәриә лә яратҡан кешеһенең йөрәген яулау бәхетенә өлгәште .

Бөгөн төндә ныҡ ҡына буран булды .Ҡорманғәле көнө буйы ҡар көрәне .Сәриә кәртә тирәһендә эшен теүәлләгәс , шым ғына ире янына килде .Услап алып иренең елкәһенә ҡар һирпте лә , көрткә этә төрттө. Үҙе көлә - көлә ҡасып китте .Оҙон ботло Ҡорманғәле бер ике һикереүҙә ҡатынын ҡыуып етеп , эләктереп тә алды , ҡосағынан ысҡындырмай көрткә аунанылар .
Сәриә көлә көлә күккә төбәлде .Ҡар бөртөктәре уның керпектәренә , ирендәренә ҡунып ирене .
Сәриәмдең күҙҙәре күк йөҙөндәй зәңгәр икән дә баһа .Ҡорманғәле ҡатынын тәү күргәндәй ҡараны . Бәхетле көлөп ятыусы ҡатынының ирендәренә үрелде .
- Яратам бит мин һине , Сәриәм ! Үҙәктәрем өҙөлөп яратам !
Аһ , нисә йылдар көттө бит ул ошо һүҙҙәрҙе ! Күпме күҙ йәштәрен түкте .
Шул бер ябай ғына һүҙҙе ишетер өсөн , ниҙәр генә ҡыланманы .
Бына ниһайәт , сәғәте һуҡты бит ошо татлы минуттарҙың . Сәриә күҙҙәрен йомдо .
Атаһы менән әсәһенең ҡар өҫтөндә шаярыуҙарын күргән ҡыҙҙары ла турғайҙар кеүек ,сырҡылдаша - сырҡылдаша югереп килеп еттеләр .
Күмәкләп биттәре ҡыҙарып өшөгәнсе , бармаҡтар туңғансы ҡарҙа аунап ,сыр сыу булып шаярҙылар .
Биш ҡыҙ тапҡан әсәй , теге доньяға барғас , тура ожмахҡа инә тиҙәр .
Ә Сәриә иренә малай табам тип тырыша торғас , ете ҡыҙға ғүмер бирҙе лә ҡуйҙы .
Береһенән - береһе сибәр ете ҡыҙ .
Бөтәһе лә йөҙгә бер иш бит әле , тас аталары .Исмаһам берәүһе генә әсәһенә оҡшаһасы !

Ҡорманғәле һуңғы арала башы ауыртыуға сыҙамай ыҙаланы .Сәриәһенә һиҙҙермәҫкә тырышһа ла , ҡайһы саҡта һыҙланыуға түҙә алмай , түшәктә аунаны .Больницанан больницаға йөрөүҙәр ҙә бер файҙа ла бирмәне.Табиптар ниндәй сир икәнен белә алманылар .
Хәленең мөшкөлләнә барыуын һиҙенгән ир ,бер көндө ҡатынының ҡулынан алып һүҙ башланы .
- Сәриәү , һиңә әйтер һүҙем бар ине .
- Әйт һуң - иренең хәлен аңғармаған ҡатын , сабый бала һымағыраҡ яуапланы .
- Сәриәм , белһәң ине минең һине нисек көнләшеүемде ! Шуға ҡарамаҫтан , ризалығымды бирәм .Мин китеп барһам , тормошҡа сыҡ .Яңғыҙыңа күмәк баланы аяҡҡа баҫтырыуы ауыр булыр .Унан һуң ,һинең бәхетле булыуыңды теләйем . Мин һиңә бойорам ! Ишетәһеңме ?
-Кит әле , теләһә нәмә һөйләмә !
Сәриә иренең хәбәрен иғтибарһыҙ ҡалдырҙы .

Ер ҡарҙан әрселеп , күгүләнгә аяҡ баҫҡан осорҙа Ҡорманғәле ысын доньяға күсте .
Сәриәһе тәгәрәп йөрөп иланы . Үлер тип һис кенә лә уйламаны бит ул . Кеше ауырымай тормай , ауырыған бер кеше үләме ни тип еңел уйланы шул . Әзмәүерҙәй иренең үлеп ятыуына ышанырға теләмәне .
- Хаҡың юҡ , хаҡың юҡ беҙҙе ташлап китергә !
Үлемдең әселеге үҙәген көйҙөргән ҡатын , иренең ҡулдарын тартҡыланы .
- Йөрәккәйем , ҡалдырма мине ! Ҡалдырма .
Үкереп илаған Сәриәне көс - хәл менән айырып алдылар .
- Сабыр бул, балам, сабыр .Балаларың бар бит - тип үҙен йыуатыусы инәйҙәрҙең һүҙе аңына барып етмәне .
Үлгән артынан үлеп булмай , тере кеше тереклек итә . Оҙаҡ ҡайғырып ятырлыҡ форсаты юҡ ине уның .Эреле ваҡлы ете бала уның күҙенә ҡарап ҡалды бит .
Унан һуң , күкрәк төбөндә үҙенең барлығын белдереп ,тағы бер йән ҡыбырланы .
Бер йән йондоҙ булып атылғайны , урынына яңы йән яралды .
Ире ризалығын бирһә лә , һоратыусылар булһа ла , Сәриә ҡабат тормошҡа сыҡманы .
Ҡорманғәлеһен икенсегә алыштыра алмай ине ул , унан һуң бер көтөү балаһын үгәй күҙенә ҡаратып ултыртҡыһы килмәне .
Иренең бойороғо үтәлде . Сәриә бәхетле йәшәне . Балалары менән бәхетле ине ул .
Ете ҡыҙҙың береһе лә ситкә китмәне .Ауылдың егеттәренә кейәүгә сығып оя ҡорҙолар .Кинйәһе атаһы үлгәс тыуған улы ,өйләнһә лә әсәһен яңғыҙ ҡалдырып башҡа сығырға теләмәне , төп йортта ҡалды .
Балалары менән ҡайнап йәшәне Сәриә .
Кесе ҡыҙының биш йәшлек ҡыҙын етәкләп ҡайтып килеүсе Сәриә ,ҡапҡаны асырға үрелгән ерҙән , ҡапыл кире уйланы .
- Әйҙә ошонда ултырып торайыҡ тип ,эскәмйәгә ултырҙы .
Ишек алдында улы менән килене мас булып , һыу һибешеп шаяра ине.Ҡыҙыҡайҙың ағаһы менән еңгәһе янына бик ингеһе килһә лә , өләсәйҙән рөхсәт булмағас ,шым ғына ултырырға мәжбүр ине .
Сәриә ҡапыл килеп инеп , йәштәрҙең бәхетле минуттарын ҡыҫҡартырға теләмәне .
Ғүмер ҡыҫҡа ғына шул .Бер береһен яратып ҡауышҡан йәндәрҙең бәхетле миҙгелдәре оҙон оҙаҡҡа һуҙылһын ине тип теләне ...

Миңзифа Ҡашҡарова.

Читайте нас: